Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp19 № 2 4—5 бб.
  • Тәбиғәт афәтенә дусар булғанда

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тәбиғәт афәтенә дусар булғанда
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТ ТОРМОШТО МӘҒӘНӘЛЕ ИТӘ
  • Һин әҙерһеңме?
    Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Йәһүәгә йөкмәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Борсолоуҙарҙы нисек еңергә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Ир-аттарҙың борсолоуҙары. Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?
    Төрлө темалар
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
wp19 № 2 4—5 бб.
Ике ир кеше тәбиғәт афәте арҡаһында емерелгән йорттар араһында ултыр

Тәбиғәт афәтенә дусар булғанда

«Өйөбөҙ һәм бар нәмәбеҙ ташҡын ташыуы һәм тау ишелеүҙәре арҡаһында юҡҡа сыҡты. Өмөтһөҙлөктән үкереп илағы килде» (Эндрю, Сьерра Леоне).

«Көслө ел-дауылдан һуң беҙ өйгә ҡайттыҡ, ә өйөбөҙҙән бер нәмә лә ҡалмаған. Беҙ аптыраштан ҡатып ҡалдыҡ. Ҡыҙым тубыҡланды ла, ҡысҡырып илап ебәрҙе» (Дэвид, Виргин утрауҙары).

ӘГӘР һеҙ ҡасан да булһа афәткә осраған булһағыҙ, бәлки, һеҙгә шундай бәлә-ҡаза кисергән күптәрҙең бындай реакцияһы таныштыр: шок, ышанмау, аптырашта ҡалыу, ҡурҡыу һәм ҡурҡыныс төштәр күреү. Йыш ҡына кешеләр, шундай төшөнкөлөк һәм эмоциональ бушлыҡ кисергәнгә, йәшәү теләген юғалта.

Тәбиғәт афәтенән һуң бөтөнләй хәл ҡалмауын һиҙергә мөмкин. Һеҙгә хатта тормошоғоҙ мәғәнәһен юғалтҡан кеүек тойолоуы ихтимал. Әммә Изге Яҙмала барыбер йәшәргә кәрәклеге һәм киләсәктәге яҡшы тормошҡа ышанырға бөтә нигеҙҙәр барлығы тураһында әйтелә.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТ ТОРМОШТО МӘҒӘНӘЛЕ ИТӘ

Изге Яҙмала: «Эштең ахыры уның башынан яҡшыраҡ», — тип әйтелә (Вәғәзсе 7:8). Бындай афәттән һуң бөтә нәмә ахыр сиккә еткән кеүек тойолорға мөмкин. Ләкин пыран-заран килгән тормошоғоҙҙо сабырлыҡ менән яңынан ҡорорға тырышһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр.

Изге Яҙмала «илау тауышы һәм әсе тауыш башҡа ишетелмәҫ» ваҡыт тураһында әйтелә (Ишағыя 65:19). Был һүҙҙәр Алла Батшалығы идараһы аҫтында ер ожмахҡа әйләнгәс тормошҡа ашасаҡ (Зәбур 37:11, 29). Тәбиғәт афәттәре үткәндә ҡаласаҡ. Бөтә ҡурҡыныс хәтирәләр кешеләрҙең хәтеренән мәңгелеккә юйыласаҡ, сөнки Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе бындай вәғәҙә бирә: «Элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ» (Ишағыя 65:17).

Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Барлыҡҡа килтереүсе «һеҙгә киләсәк һәм өмөт» — иҫ киткес тормош бирергә теләй! (Иремия 29:11). Был хәҡиҡәтте белеү тормошҡа нисек ҡарауығыҙға тәьҫир итә аламы? Юғарылағы мәҡәләлә иҫкә алынған Салли былай ти: «Алла Батшалығы идараһы аҫтында беҙҙе нимә көткәнен иҫеңә төшөрөү үткәндәр менән йәшәмәҫкә, ә әлеге хәлдәрҙе кисерергә ярҙам итә».

Алла Батшалығы оҙаҡламай кешелек хаҡына нимә эшләйәсәге хаҡында күберәк белегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ башығыҙға ниндәй генә һынауҙар төшөүгә ҡарамаҫтан, йәшәр өсөн көрәшеү бушҡа түгел икәненә ышана алырһығыҙ. Әммә Изге Яҙма беҙгә киләсәккә өмөт биреп кенә ҡалмай, унда шулай уҡ тәбиғәт афәтенең эҙемтәләрен кисереп сығырға ярҙам иткән принциптар ҙа бар. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

Изге Яҙманан йыуата алған аяттар

Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ

«Ике ус ауыр эш менән ел ҡыуыуға ҡарағанда бер ус ял яҡшыраҡ» (Вәғәзсе 4:6).

Ғалимдар иҫәпләүенсә, психологик травманан һуң «йоҡо етмәү арҡаһында травмағыҙҙың симптомдары көсәйеп, аяҡҡа баҫырға ҡамасауларға мөмкин». Шуға күрә етерлек йоҡлағыҙ.

Хис-тойғоларығыҙ тураһында һөйләшегеҙ

Борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә, ә яҡшы һүҙ күңелен күтәрә (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25).

Берәй туғанығыҙ йә яҡын дуҫығыҙ менән һөйләшеп алығыҙ. Туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ һеҙҙе тыңлар, өҫтәүенә йылы һүҙҙәр менән йыуатыр һәм практик ярҙам күрһәтерa.

Киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ

«Беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ» (2 Петр 3:13).

a Әгәр ҙә стресс йә күңел тынысһыҙлығы оҙаҡҡа һуҙылһа, табипҡа күренергә кәрәк.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу