Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp19 № 2 8—9 бб.
  • Тормош иптәше хыянат иткәндә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тормош иптәше хыянат иткәндә
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ИЗГЕ ЯҘМАНАН ЙЫУАТА АЛҒАН АЯТТАР
  • Ауыр саҡтарҙа йыуаныс табыу
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Изге Яҙма тормошто үҙгәртә
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2011
  • 3 Изге Яҙма көс бирә
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
wp19 № 2 8—9 бб.
Бер ҡатын доға ҡылып ултыра

Тормош иптәше хыянат иткәндә

«Ирем йәшерәк ҡатын таптым тигәс, минең үлгем килде. Бигерәк тә уның өсөн ниндәй ҡорбандарға барғанымды иҫемә төшөргән саҡтарҙа, был шул тиклем ғәҙелһеҙ булып күренде» (Мария, Испания).

«Ҡатыным уйламағанда икенсе берәүгә киткәс, эсемдә нимәлер үлгәндәй булды. Беҙҙең бөтә хыялдарыбыҙ, өмөттәребеҙ һәм пландарыбыҙ селпәрәмә килде. Ҡайһы бер көндәрҙә үҙемде был ҡайғынан арынған төҫлө тоя инем, ләкин һуңынан тағы өмөтһөҙлөк упҡынына ҡолай инем» (Билл, Испания).

ТОРМОШ иптәшенең хыянаты күңелгә иң ҙур яра һала тиһәк тә, яңылышыу булмаҫ. Ҡайһы берәүҙәр тормош иптәшен ғәфү итеп мөнәсәбәттәрен кире ҡайтарырға ҡарар итәa. Никахтарын һаҡлап ҡалырҙармы, юҡмы, тормош иптәштәре хыянат иткән кешеләр әсе йән ғазабы кисерә. Ошо күңел әрнеүҙәрен баҫырлыҡ берәй дауа бармы?

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ЙЫУАТА АЛҒАН АЯТТАР

Хыянат ҙур күңел ғазабы килтерһә лә, күптәр Изге Яҙманан йыуаныс тапҡан. Улар Изге Яҙманан Алланың үҙҙәренең күҙ йәштәрен күреүен һәм ауыр хәлдәрен аңлауын белгән (Малахи 2:13—16).

«Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең» (Зәбур 94:19).

«Был һүҙҙәрҙе уҡыған һайын, Йәһүәнең, ҡайғыртыусан атай шикелле, күңелемде йыуатыуын һиҙә инем», — тип иҫенә төшөрә Билл.

«Тоғро кешегә ҡарата һин тоғро эш итәһең» (Зәбур 18:25).

Ире айҙар буйы алдап йөрөгән Кармен былай тип бүлешә: «Минең ирем тоғро булманы, ләкин мин Йәһүәнең тоғро булыуына тулыһынса ышана алам. Ул мине бер ҡасан да ташламаясаҡ».

«Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе... белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе... һаҡлар» (Филиптарға 4:6, 7).

«Мин был һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат уҡыным, — ти Саша. — Аллаға күберәк доға ҡылған һайын, күберәк тыныслыҡ тойҙом».

Бөтә ошо кешеләргә ваҡыт-ваҡыт көрәшергә хәлдәре ҡалмаған кеүек тойолған. Әммә улар Йәһүә Аллаға таянған һәм уның Һүҙенән көс алған. Билл үҙенең хистәрен былай тип аңлата: «Тормошом аҫты-өҫкә килгәндә, иманым тормошома мәғәнә бирҙе. Күпмелер ваҡыт „дөм ҡараңғылыҡ ҡаплаған үҙәнлектән барһам да“, Алла минең янымда булды» (Зәбур 23:4).

a Хыянатты кисерергәме, юҡмы тигән һорау 1999 йылдың 22 апрелендә сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) «Тормош иптәшенең хыянаты» тигән инеш мәҡәләләрҙә ҡарала.

Нимә ярҙам итә ала

Йыуата торған аяттар хаҡында уйланығыҙ

«Мин Әйүп китабын, шунан һуң Зәбур китабын уҡыным, — тип әйтә Билл, — һәм үҙемдең шарттарыма тура килгән урындарҙы һыҙып барҙым. Ошо һүҙҙәрҙе яҙған кешеләрҙең минең кеүек үк әрнеү һәм өмөтһөҙлөк тойғандарын аңланым».

Музыка тыңлағыҙ

«Төндә йоҡлай алмағанда, музыка тыңлай торғайным, — тип иҫенә төшөрә Кармен. — Күңелемә шунда уҡ еңел булып китә ине». Дэниел былай ти: «Мин гитарала уйнарға өйрәндем. Музыка талап иткән иғтибарлылыҡ миңә тынысланырға ярҙам итте».

Хис-тойғоларығыҙ хаҡында һөйләгеҙ

«Мин үҙ хистәрем хаҡында һөйләргә күнекмәгәнмен, — тип һөйләй Дэниел. — Әммә барыһын эстә тотоу бик ҡыйын ине. Шуға ла кисерештәремде яҡын дуҫтарыма һөйләнем. Беҙ көн һайын аралаштыҡ һәм яҙышып торҙоҡ. Был ысынлап та ярҙам итте». Ә Саша былай ти: «Ғаиләм миңә бик ныҡ ярҙам итте. Әсәйем һәр ваҡыт янымда булды. Эсемде бушатырға кәрәк булғанда, ул мине тыңларға ваҡыт таба торғайны. Ә атайым менән үҙемде яңынан хәүефһеҙ тойҙом. Ул миңә үҙ яйым менән аяҡҡа баҫырға ярҙам итте».

Өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ

«Мин гел доға ҡылдым, — тип бүлешә Кармен. — Алланың янымда булыуын, мине ишетеүен һәм ярҙам итеп тороуын тойҙом. Шул ҡот осҡос мәл мине Алла менән тағы ла нығыраҡ яҡынлаштырҙы».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу