Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp20 № 2 4—5 бб.
  • Ни өсөн беҙ Алла Батшалығына мохтаж?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ни өсөн беҙ Алла Батшалығына мохтаж?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КЕШЕ ХӨКҮМӘТТӘРЕНЕҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ
  • ЭШ ИТЕР ӨСӨН ВАҠЫТ!
  • Ни өсөн донъяла яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт күп?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Ни өсөн Алла яуызлыҡҡа һәм ғазаптарға юл ҡуя?
    Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
  • Алла кешеләр өсөн нимә эшләргә теләй?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
wp20 № 2 4—5 бб.
Әҙәм менән Һауа Эден баҡсаһында шарлауыҡҡа ҡарап тора

Алла хакимлығы аҫтында бөтә заттар берҙәмлектә һәм тыныслыҡта йәшәгән

Ни өсөн беҙ Алла Батшалығына мохтаж?

Кешелек тарихының башында Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, Йәһүәa, берҙән-бер хаким булған. Ул яратыу сағылдырып идара иткән. Кешеләр йәшәһен өсөн, Аллаһы Тәғәлә ғәжәйеп матур йорт — Эден баҡсаһын барлыҡҡа килтергән. Унда ризыҡ мул булған. Бынан тыш, ул кешеләргә ҡәнәғәтлек килтерерлек эш ҡушҡан (Башланмыш 1:28, 29; 2:8, 15). Кешеләр, Алланың яратыу менән һуғарылған идараһына буйһоноп йәшәһә, тыныслыҡҡа кинәнә алыр ине.

Әҙәм Һауа биргән тыйылған емеште тотоп тора

Беренсе кешеләр Алла хакимлығына ҡаршы баш күтәргән

Изге Яҙмала күрһәтелгәнсә, һуңыраҡ Шайтан Иблис тип аталған бер фәрештә, Алланың хакимлығына ҡаршы фетнә күтәргән. Уның һүҙҙәре буйынса, кешеләр, имеш, Алланың етәкселегенән башҡа ла бәхетле йәшәй ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа, Шайтанға эйәреп, Аллаға ҡаршы сыҡҡан (Башланмыш 3:1—6; Асылыш 12:9).

Әҙәм менән Һауа Алла хакимлығына буйһонмағанға күрә ожмахтан ҡыуылған, камил һаулыҡтан һәм мәңге йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм ителгән (Башланмыш 3:17—19). Уларҙың ҡарары бөтә тоҡомона зыян килтергән. Инжилдә: «Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән», — тиелә (Римдарға 5:12). Гонаһтың тағы бер аяныс һөҙөмтәһе Изге Яҙманың бер аятында ошолай тасуирлана: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтер[ә]» (Вәғәзсе 8:9). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, кешеләрҙең башҡалар менән идара итеүе һәр ваҡыт проблемалар ғына килтерә.

КЕШЕ ХӨКҮМӘТТӘРЕНЕҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ

Нәмрүд ғорурланып ҡарап тора. Артҡы планда кешеләр манара төҙөй

Нәмрүд Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан

Изге Яҙмала иҫкә алынған беренсе хаким — ул Нәмрүд. Ул Йәһүәнең идараһына ҡаршы баш күтәргән. Нәмрүд көндәренән алып, хакимлыҡҡа эйә булғандар башҡаларға зыян килтерә. 3 000 йыл самаһы элек Сөләймән батша былай тип яҙған: «Йәберләнгәндәрҙең күҙ йәштәрен күрҙем, уларҙы йыуатыусы кеше юҡ ине. Йәберләүселәре хакимлыҡҡа эйә ине» (Вәғәзсе 4:1).

Бөгөн дә хәл әллә ни үҙгәрмәгән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 2009 йылда сыҡҡан бер баҫмаһында былай тиелгән: «Йыш ҡына идара итеү системаһының уңышһыҙ булыуы кешелеккә зыян килтергән төп сәбәптәрҙең береһе булараҡ иҫкә алына».

ЭШ ИТЕР ӨСӨН ВАҠЫТ!

Донъя яҡшыраҡ хакимға һәм яҡшыраҡ идара итеү формаһына мохтаж. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тап шуны вәғәҙә итә лә!

Рәсемдәрҙә кеше хакимлығының эҙемтәләре килтерелә: 1. Азиялағы бер ҡатын илаған балаһын тотоп, бысраҡ урамда ултыра. 2. Оло йәштәге кеше дауаханала ауырып ята. 3. Һалдаттар ата. 4. Асыулы халыҡ транспаранттар күтәреп протест белдерә. 5. Ҡатын һәм уның ҡыҙы йорттарының ишеге эргәһендә тора, кемдер ишек быялаһын ватҡан. 6. Ҡаланы торбаларҙан сыҡҡан төтөн баҫҡан, кабелдәр сырмап алған

Кешеләрҙең хатта иң яҡшы хөкүмәттәре лә етди проблемаларҙы хәл итә алмай

Алла үҙ Батшалығын, йәғни хөкүмәтен урынлаштырған, был батшалыҡ кеше хөкүмәттәре урынына киләсәк һәм «мәңге торасаҡ» (Данил 2:44). Бына шул Батшалыҡ хаҡында миллионлаған кеше доға ҡыла ла инде (Матфей 6:9, 10). Әммә был хөкүмәттең батшаһы Алла түгел. Ул ҡасандыр ерҙә кеше булып йәшәгән бер затты Батша итеп билдәләгән. Алла кемде һайлаған һуң?

a Изге Яҙма буйынса, Алланың исеме Йәһүә (Зәб. 83:18).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу