Йәһүә шаһиттары Көнбайыш Бенгалияла (Һиндостан) бер ҡатынға һәм уның ҡыҙына вәғәзләй
Инеш һүҙҙәр
«ҺЕҘ ҠАЙҘАН ЙЫУАНЫС ТАБА АЛАҺЫҒЫҘ?» тигән брошюра
Һора: Ваҡыт-ваҡыт һәр беребеҙ йыуатыуға мохтаж. Нисек уйлайһығыҙ, йыуанысты ҡайҙан табырға?
Уҡы: 2Кр 1:3, 4
Тәҡдим ит: Ошо брошюрала Алла беҙгә ниндәй йыуаныс бирә алғаны тураһында әйтелә.
«ҺЕҘ ҠАЙҘАН ЙЫУАНЫС ТАБА АЛАҺЫҒЫҘ?» тигән брошюра (һуңғы бит)
Һора: Ҡайһы берәүҙәр, ерҙә тыныслыҡты Алла урынлаштырыр, тип уйлай, ә башҡалар, был кеше тырышлыҡтары менән мөмкин булыр, тигән фекерҙә тора. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Уҡы: Дн 2:44
Тәҡдим ит: Изге Яҙма буйынса, ерҙә тыныслыҡты Алла урынлаштырасаҡ, һәм ул быны үҙенең Батшалығы ярҙамында эшләйәсәк. Был мәҡәләнән һеҙ Изге Яҙмала Алла Батшалығы тураһында нимә әйтелгәнен белерһегеҙ.
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТЕГЕҘ
Һора: Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
Уҡы: 1Пт 5:7
Хәҡиҡәт: Алла беҙҙе үҙенә доға ҡылырға саҡыра, сөнки ул беҙҙең хаҡта ҡайғырта. [Тейешле планды ҡулланып, «Алла һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» тигән өҫтәмә исем буйынса фекер алыш.]
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.