АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘКӘРИӘ 1—8
Йәһүдтең кейеменә ныҡлап тотон
8:20—23
Зәкәриә пәйғәмбәрлеге буйынса, «төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе барлыҡ халыҡтарҙан булған ун кеше бер йәһүдтең кейеменә килеп тотонасаҡ, ныҡлап тотонасаҡ та: „Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ“, — тип әйтәсәк». Был һуңғы көндәрҙә төрлө халыҡтан булған кешеләр Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн, майланған мәсихселәргә ҡушыла.
«Бүтән һарыҡтар» майланғандарға нисек ярҙам итә?
Улар вәғәз эшендә ашҡынып ҡатнаша.
Улар, ихлас күңелдән ирекле иғәнәләр биреп, вәғәз эшенә ярҙам күрһәтә.