41-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Беҙ «сикһеҙ шәфҡәтле Аллаға» хеҙмәт итәбеҙ
«Йәһүә һәр кемгә ҡарата игелекле, уның шәфҡәте бар эштәренән күренә» (ЗӘБ. 145:9).
44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Шәфҡәтле кешене һеҙ нисек һүрәтләп бирер инегеҙ?
ШӘФҠӘТЛЕ кеше тураһында уйланғанда, беҙ игелекле, саф күңелле, рәхимле, йомарт кешене күҙ алдына килтерәбеҙ. Беҙ, бәлки, шунда уҡ игелекле Самария кешеһе тураһындағы ҡиссаны иҫебеҙгә төшөрәбеҙҙер. Был кеше икенсе халыҡтан булһа ла, юлбаҫарҙар ҡулына эләккән һәм туҡмалған йәһүдкә шәфҡәтлек күрһәткән. Самария кешеһе йәрәхәтләнгән йәһүдте йәлләгән һәм уның тураһында ҡайғыртҡан (Лука 10:29—37). Был ҡисса Аллабыҙҙың иҫ киткес сифатына — шәфҡәтлеккә иғтибар итә. Шәфҡәтлек — Алла мөхәббәтенең бер яғы. Ул көн һайын был сифатты беҙгә ҡарата сағылдыра.
2. Шәфҡәтлектең икенсе яғы нимәлә сағыла?
2 Шәфҡәтлектең икенсе яғы ла бар. Яза бирергә кәрәк саҡта шәфҡәтле кеше уны бирмәҫкә ҡарар итә. Зәбур 103:10 буйынса, Йәһүә беҙгә ҡарата тап шундай шәфҡәтлек күрһәтә: «Ул ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй». Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа Йәһүә гонаһ ҡылған кешегә ҡаты яза бирергә мөмкин.
3. Беҙ ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?
3 Был мәҡәләлә беҙ өс һорауға яуап табырбыҙ: ни өсөн Йәһүә шәфҡәтлек сағылдыра? төҙәтеү сараһы менән шәфҡәтлек араһында бәйләнеш бармы? шәфҡәтле булырға беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан был һорауҙарға яуап алайыҡ.
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ ШӘФҠӘТЛЕК САҒЫЛДЫРА?
4. Ни өсөн Йәһүә шәфҡәтлек сағылдыра?
4 Йәһүә шәфҡәтле булырға ярата. Илсе Павел, Алла тарафынан рухландырылып, ул «сикһеҙ шәфҡәтле», тип яҙған. Был һүҙҙәрҙе яҙғанда, Павел шуны күҙ уңында тотҡан: Алла, камил булмаған кешеләргә күктә йәшәргә мөмкинлек биреп, шәфҡәт күрһәтә (Ефес. 2:4—7). Әммә Йәһүә майланған мәсихселәргә генә түгел, ә башҡа хеҙмәтселәренә лә шәфҡәтле. Дауыт былай тип яҙған: «Йәһүә һәр кемгә ҡарата игелекле, уның шәфҡәте бар эштәренән күренә» (Зәб. 145:9). Йәһүә кешеләрҙе ярата, шуға күрә шәфҡәтлек күрһәтергә нигеҙ булғанда, быны һәр ваҡыт эшләй.
5. Ғайса Йәһүәнең шәфҡәтлеге тураһында нисек белгән?
5 Ғайса Йәһүәнең шәфҡәтлек күрһәтергә яратҡанын башҡаларға ҡарағанда күберәк белә. Ергә килер алдынан Ғайса Атаһы менән күктә күп ваҡыт үткәргән (Ғиб. һүҙ. 8:30, 31). Ғайса Атаһының гонаһлы кешеләргә ҡарата шәфҡәтле булғанын күп тапҡыр күргән (Зәб. 78:37—42). Ул кешеләрҙе өйрәткәндә, Атаһының был күркәм сифаты тураһында йыш һөйләгән.
Атай кеше юлдан яҙған улын оялтмаған, ә яңынан ғаиләһенә ихлас ҡабул иткән (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)d
6. Ғайса Атаһының шәфҡәтлек күрһәтергә теләгәнен нисек һүрәтләгән?
6 Ғайса, юлдан яҙған ул тураһындағы ҡиссаны һөйләп, Йәһүәнең шәфҡәтле булырға яратҡанын күрһәткән. Был ҡиссалағы егет өйҙән сығып киткән һәм, «аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән» (Лука 15:13). Һуңынан ул, үҙенең ҡылған эштәренә үкенгән һәм үҙен баҫалҡыландырып, өйөнә ҡайтҡан. Атаһы уны нисек ҡаршы алған? Ғайса былай тип дауам итә: «Алыҫта килә ятҡанында уҡ уны атаһы күреп ҡалған һәм бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған». Атаһы уны тәнҡитләмәгән, ә, киреһенсә, яңынан үҙ ғаиләһенә ҡабул иткән. Улы ғәйепле булһа ла, Атаһы уны кисергән, сөнки улы тәүбә иткән. Был ҡиссаны ҡулланып, Ғайса Йәһүәнең эскерһеҙ тәүбә иткәндәрҙе кисерергә әҙер булғанын күрһәткән. Быны белеү күңелде бик йылыта (Лука 15:17—24).
7. Йәһүәнең зирәклеге менән шәфҡәтлеге араһында ниндәй бәйләнеш бар?
7 Йәһүәнең сағыштырғыһыҙ зирәклеге. Уның һәр ҡарары беҙгә файҙа ғына килтерә. Йәһүәнең зирәклеге ҡоро аҡылға ғына нигеҙләнмәгән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «юғарынан килгән аҡыл... шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы» (Яҡ. 3:17). Күктәге Атабыҙ беҙҙе ярата һәм шәфҡәтлегенә мохтаж икәнебеҙҙе яҡшы белә (Зәб. 103:13; Ишағ. 49:15). Етешһеҙлектәребеҙ күп булһа ла, ул беҙгә киләсәккә өмөт бирә. Сикһеҙ зирәклеге Йәһүәне, нигеҙ булған һәр осраҡта, шәфҡәтлек күрһәтергә дәртләндерә. Шул уҡ ваҡытта зирәк Аллабыҙ шәфҡәтлек күрһәтеү ҡасан урынлы, ә ҡасан зыян килтерә алғанын яҡшы белә.
8. Ниндәй саралар ҡайһы саҡта кәрәк һәм ни өсөн?
8 Әгәр берәй мәсихсе белә тороп гонаһлы тормош алып барһа, беҙгә нисек эш итергә? Илсе Павелдың һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүә улар менән аралашмаҫҡа ҡуша (1 Кор. 5:11). Шуға күрә тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыны йыйылыштан сығаралар. Был сара Аллаға тоғро булған ҡәрҙәштәрҙе яҡлар өсөн һәм йыйылыш Йәһүә алдында саф булып ҡалһын өсөн ҡулланыла. Әммә ҡайһы берәүҙәргә йыйылыштан сығарыу сараһында Йәһүәнең шәфҡәтлеген күреүе еңел түгел. Уларҙың ҡарашы дөрөҫмө? Әйҙәгеҙ, беләйек.
ЙЫЙЫЛЫШТАН СЫҒАРЫУ ШӘФҠӘТЛЕМЕ?
Ауырыған һарыҡты көтөүҙән айырырға кәрәк, әммә көтөүсе артабан да уның хаҡында ҡайғырта (9—11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
9, 10. Йыйылыштан сығарыу шәфҡәтлек күрһәтеү икәнен ниндәй миҫалдан күреп була? (Еврейҙарға 12:5, 6).
9 Танышыбыҙҙың йә яҡын туғаныбыҙҙың бүтән Йәһүә шаһиты булмағаны тураһында белдереү ишеткәндә, беҙ бик күңелһеҙләнәбеҙ. Беҙ, ул кешене йыйылыштан сығарырға кәрәк инеме һуң, тип аптырарға мөмкин. Был бик мәрхәмәтһеҙ түгелме? Әлбиттә, юҡ. Яза алырға тейеш булған кешегә уны бирмәү аҡылһыҙ, мәрхәмәтһеҙ һәм рәхимһеҙ (Ғиб. һүҙ. 13:24). Йыйылыштан сығарыу тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыға үҙгәрергә ярҙам итә аламы? Эйе, ярҙам итә ала. Ҡасандыр етди гонаһ ҡылған һәм йыйылыштан сығарылған күп кенә ҡәрҙәштәр шуны таный: өлкәндәрҙең тәүәккәл эш итеүе уларҙы үҙ аҡылына килергә, үҙгәрергә һәм Йәһүәгә ҡайтырға дәртләндергән. (Еврейҙарға 12:5, 6-ны уҡығыҙ.)
10 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ: көтөүсе бер һарыҡтың ауырығанын күреп ҡала. Был һарыҡты дауалар өсөн уны башҡа һарыҡтарҙан айырып ҡуйырға була. Әммә һарыҡтар — көтөү булып йәшәргә өйрәнгән мал. Уларҙы бер-береһенән айырһаң, улар тынысһыҙлана һәм ҡурҡа. Көтөүсе һарыҡты дауалар өсөн ҡаты ысул һайлаған, тип әйтеп буламы? Әлбиттә, юҡ. Ул шуны аңлай: әгәр ауырыған һарыҡты көтөүҙә ҡалдырһаң, ауырыу таралып китергә мөмкин. Шуға күрә, ауырыған һарыҡты айырып ҡуйып, көтөүсе бар һарыҡтарын да һаҡлап ҡала ала (Лев. 13:3, 4).
11. а) Ни өсөн йыйылыштан сығарылған кешене ауырыған һарыҡ менән сағыштырып була? б) Йыйылыштан сығарылғандар артабан нимә эшләй ала һәм уларға ниндәй ярҙам күрһәтелә?
11 Йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәште миҫалдағы ауырыған һарыҡ менән сағыштырып була. Ул рухи яҡтан ауырый (Яҡ. 5:14). Рухи ауырыу ҙа, физик ауырыу һымаҡ, йоғошло булырға мөмкин. Шуға күрә рухи яҡтан ауырыған кешене ҡайһы саҡта йыйылыштан айырырға кәрәк. Йәһүәнең был төҙәтеү сараһында тоғро хеҙмәтселәренә ҡарата яратыуы сағыла. Был сара шулай уҡ гонаһ ҡылған кешенең йөрәгенә тәьҫир итә ала һәм уны тәүбәгә этәрергә мөмкин. Гонаһ ҡылған кеше йыйылыштан сығарылған булһа ла, осрашыуҙарға йөрөп, рухи яҡтан нығына ала. Уның шулай уҡ баҫмаларыбыҙҙы уҡырға һәм телевидениебыҙҙағы программаларҙы ҡарарға мөмкинлеге бар. Өлкәндәр, уның яҡшы яҡҡа үҙгәргәнен күреп, уға Алла менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә һәм яңынан Йәһүә шаһиты булып китергә ярҙам иткән кәңәштәр бирә алаb.
12. Өлкәндәр тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыға нисек яратыу һәм шәфҡәтлек сағылдыра ала?
12 Шуны онотмайыҡ: йыйылыштан тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусылар ғына сығарыла. Был етди ҡарарҙы ҡабул итер алдынан өлкәндәр барыһын ентекләп тикшерә. Улар Йәһүәнең «тейешле дәрәжәлә» төҙәткәнен һәм үҙҙәренән дә шуны уҡ көткәнен белә (Ирем. 30:11). Өлкәндәр бар ҡәрҙәштәрҙе ярата һәм уларҙың Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә бер ниндәй зыян килтерергә теләмәй. Шулай ҙа гонаһ ҡылыусыны йыйылыштан сығарыу яратыуҙы һәм шәфҡәтлекте күрһәтә.
13. Ни өсөн Коринф ҡалаһында бер мәсихсене йыйылыштан сығарырға кәрәк булған?
13 Беренсе быуатта Коринф ҡалаһында булған бер осраҡты ҡарап сығайыҡ. Илсе Павел бер мәсихсенең үҙ атаһының ҡатыны менән зина ҡылғаны хаҡында белеп ҡалған. Ниндәй ҡәбәхәт эш! Боронғо ваҡытта Йәһүә израилдәргә былай тип әйткән: «Үҙ атаһының ҡатыны менән ятҡан ир-ат үҙ атаһын хурлыҡҡа төшөрә. Зинасылар икеһе лә, һис шикһеҙ, үлтерелергә тейеш» (Лев. 20:11). Әлбиттә, Павел Муса ҡануны буйынса был кешеләрҙе үлтерергә бойороҡ бирә алмаған, әммә ул Коринфтағы мәсихселәргә был ҡәрҙәште йыйылыштан сығарырға ҡушҡан. Ул ҡәрҙәштең әхлаҡһыҙ тәртибе башҡаларға ла тәьҫир иткән. Хатта ҡайһы берәүҙәр уның әшәке эшен оятһыҙ түгел тип һанай башлаған (1 Кор. 5:1, 2, 13).
14. Павел Коринфтағы йыйылыштан сығарылған кешегә нисек шәфҡәтлек күрһәткән һәм ни өсөн? (2 Коринфтарға 2:5—8, 11).
14 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, илсе Павел был ир кешенең тулыһынса үҙгәргәнен һәм ысынлап та тәүбә иткәнен белеп ҡалған. Был кешенең тәртибе йыйылышҡа тап төшөрһә лә, Павел уны ҡаты хөкөм итергә кәрәкмәй икәнен аңлаған. Бына ни өсөн Павел өлкәндәргә: «Уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ», — тип әйткән. Павелдың ниндәй сәбәп килтергәненә иғтибар итегеҙ: «Юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр». Павел тәүбә иткән кешене йәлләгән һәм уның кисерелеүгә өмөтөн юғалтыуын теләмәгән. (2 Коринфтарға 2:5—8, 11-ҙе уҡығыҙ.)
15. Өлкәндәр нисек шәфҡәтле була ала һәм шул уҡ ваҡытта ҡәтғи саралар күрә ала?
15 Йәһүәгә һымаҡ, өлкәндәргә лә шәфҡәтле булыу оҡшай. Нигеҙ булған саҡта өлкәндәр шәфҡәтлек сағылдыра, ә кәрәк саҡта яза бирә. Нигеҙһеҙ шәфҡәтлек күрһәтеү гонаһты хуплауға тиң. Әммә өлкәндәр генә шәфҡәтле булырға тейешме?
ШӘФҠӘТЛЕК КҮРҺӘТЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘ?
16. Ғибрәтле һүҙҙәр 21:13 буйынса, Йәһүә шәфҡәтһеҙ кешеләр менән үҙен нисек тота?
16 Һәр мәсихсе, Йәһүәнән үрнәк алып, шәфҡәтле булырға тырыша. Сөнки шәфҡәтле булһаҡ ҡына, Йәһүә беҙгә ҡарата шәфҡәтле буласаҡ һәм доғаларыбыҙҙы тыңлаясаҡ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:13-төc уҡығыҙ.) Беҙ Йәһүәнең доғаларыбыҙҙы тыңламауын теләмәҫ инек, шуға күрә сиктән тыш ҡаты бәғерле булыуҙан ҡасабыҙ. Беҙ мохтаж кешенең ялбарыуына иғтибарлы булырға теләйбеҙ. Ҡәрҙәштәребеҙгә ауыр булғанда беҙ ситтә ҡалмайбыҙ. Өҫтәүенә, беҙ Изге Яҙмалағы бындай киҫәтеүгә етди ҡарайбыҙ: «Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр» (Яҡ. 2:13). Әгәр үҙебеҙҙең шәфҡәтлеккә мохтаж икәнебеҙҙе аңлаһаҡ, беҙгә башҡаларға ла шәфҡәтлек күрһәтеүе еңелерәк булыр. Гонаһ ҡылыусы тәүбә итеп йыйылышҡа ҡайтһа, беҙгә айырыуса шәфҡәтле булыу мөһим.
17. Дауыт нисек ихлас күңелдән шәфҡәтлек күрһәткән?
17 Изге Яҙмалағы миҫалдар беҙгә шәфҡәтлек күрһәтергә һәм ҡырыҫ күңелле булмаҫҡа ярҙам итә. Дауыттың миҫалына иғтибар итәйек. Ул бик шәфҡәтле кеше булған. Мәҫәлән, Шаул батша бер нисә тапҡыр Дауытты үлтерергә маташҡан, әммә Дауыт Шаулға, майланған батшаға, шәфҡәтлек күрһәткән һәм бер ҡасан да үс алмаған (1 Сам. 24:9—12, 18, 19).
18, 19. Ниндәй ике осраҡта Дауыт шәфҡәтле булмаған?
18 Ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа Дауыт шәфҡәтле булмаған. Мәҫәлән, тупаҫ Набал уға ихтирам күрһәтмәгәндә һәм уның кешеләренә ризыҡ бирергә теләмәгәндә, Дауыт ныҡ асыуланған. Ул Набалды һәм уның өйөндә булған бөтә ир-аттарҙы үлтерергә ниәтләгән. Набалдың тыйнаҡ һәм түҙемле ҡатыны Әбиғиәнең тиҙ эш итеүе Дауытты ҡан ҡойоуҙан тотоп ҡалған (1 Сам. 25:9—22, 32—35).
19 Ә бына тағы бер осраҡ. Натан пәйғәмбәр Дауытҡа бер бай кеше тураһында һөйләгән. Ул ярлы кешенең яратҡан һарыҡ бәрәсен тартып алған. Дауыт, бик ныҡ асыуланып, былай тигән: «Йәһүә менән ант итәм: быны эшләгән кеше үлемгә лайыҡ» (2 Сам. 12:1—6). Бына һиңә мә! Дауыт Муса ҡанунында нимә яҙылғанын яҡшы белгән: бер һарыҡ урлаған кеше дүрт һарыҡ ҡайтарырға тейеш булған (Сығ. 22:1). Әммә бының өсөн кешене үлемгә хөкөм итергә яраймы? Ысынында Натан был уйлап сығарған хикәйәне Дауытҡа уның гонаһтары ни тиклем ауыр икәнен күрһәтер өсөн һөйләгән. Дауыт теге кешегә ҡарата шәфҡәтлек күрһәтергә теләмәһә лә, Йәһүә Дауыттың үҙенә ҡарата бик шәфҡәтле булған (2 Сам. 12:7—13).
Натандың миҫалын тыңлағас, Дауыт рәхимһеҙ ҡарар сығарған (19, 20-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)e
20. Дауыттың миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?
20 Иғтибар итегеҙ: Дауыт асыуынан Набалды һәм уның кешеләрен үлтерергә теләгән. Һәм һуңыраҡ Дауыт Натандың миҫалындағы бай кешене үлемгә хөкөм иткән. Әйҙәгеҙ, икенсе осраҡты ентекләберәк ҡарап сығайыҡ. Ни өсөн ғәҙәттә игелекле булған кеше башҡаларҙы шулай ҡаты хөкөм итә? Элегерәк Дауыт менән булған хәлде иҫәпкә алыу мөһим. Ул ваҡытта Дауыттың выжданы саф булмаған. Кешенең ҡаты бәғерле булыуы һәм башҡаларҙы хөкөм итергә ғәҙәте уның рухи яҡтан һау булмағанын күрһәтә. Бына ни өсөн Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәрен былай тип киҫәткән: «Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ» (Матф. 7:1, 2). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, башҡаларға ҡарата тупаҫ булмайыҡ һәм сикһеҙ шәфҡәтле Алланан өлгө алайыҡ.
21, 22. Беҙ нисек шәфҡәтлек сағылдыра алабыҙ?
21 Шәфҡәтле булыу ҡыҙғаныусан булыу тигәнде генә аңлатмай. Шәфҡәтлек эштәрҙә күренә. Шуға күрә туғандарҙың, йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең, күршеләрҙең нимәгә мохтаж икәненә иғтибарлы булырға кәрәк. Шәфҡәтлек күрһәтер өсөн мөмкинлектәр бик күп. Мәҫәлән, кемделер йыуатырға, кемгәлер ғәмәли ярҙам күрһәтергә, ә кемгәлер ризыҡ алып килтерергә кәрәктер. Күптән түгел генә йыйылышҡа ҡайтҡан кеше нығытыуға мохтаж булһа, һеҙ уға дуҫ була алыр инегеҙме? Әлбиттә, шәфҡәтлек күрһәтеүҙә иң яҡшы мөмкинлек — кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе еткереү (Әйүп 29:12, 13; Рим. 10:14, 15; Яҡ. 1:27).
22 Эйе, күҙәтеүсән булһаҡ, беҙ шәфҡәтлек күрһәтер өсөн күп мөмкинлектәр табырбыҙ. Шулай эшләп, беҙ сикһеҙ шәфҡәтле Аллабыҙҙы һөйөндөрөрбөҙ.
43-СӨ ЙЫР Рәхмәт доғаһы
a Шәфҡәтлек — Йәһүәнең күркәм сифаттарының береһе. Беҙгә барыбыҙға ла уны үҫтерергә кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ өс һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: ни өсөн Йәһүә шәфҡәтлек сағылдыра? төҙәтеү сараһы һәм шәфҡәтлек араһында ниндәй бәйләнеш бар? нисек беҙ был күркәм сифатты сағылдыра алабыҙ?
b Йыйылышҡа ҡайтҡан мәсихселәр Йәһүә менән нисек дуҫлыҡтарын ҡайтара алғаны һәм өлкәндәр уларға нисек ярҙам итә алғаны тураһында был сығарылыштың «Һин Йәһүә менән дуҫлығыңды ҡайтара алаһың» тигән мәҡәләһендә ҡарала.
c Ғибрәтле һүҙҙәр 21:13: «Кем дә кем мохтаж кешенең ялбарыуына ҡолаҡ һалмай икән, үҙе лә, өндәшкәндә, яуап алмаҫ».
d РӘСЕМДӘ: өйөнөң түбәһендә булғанда, атай улын күреп ҡала, уға ҡаршы йүгереп сыға һәм уны ҡосаҡлай.
e РӘСЕМДӘ: выжданы таҙа булмағанға, Дауыт, Натандың хикәйәһен ишеткәс, ныҡ асыулана һәм бай кешене үлемгә хөкөм итә.