Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w21 ноябрь 2—7 бб.
  • Йәһүәнең тоғро мөхәббәте нимәлә сағыла?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүәнең тоғро мөхәббәте нимәлә сағыла?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ «ТОҒРО МӨХӘББӘТКӘ БАЙ»
  • ЙӘҺҮӘ КЕМГӘ ҠАРАТА ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРА?
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ ТОҒРО МӨХӘББӘТЕ БЕҘГӘ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?
  • АЛЛА ҺЕҘГӘ ҠАРАТА ТОҒРО МӨХӘББӘТЕН САҒЫЛДЫРА
  • Йәһүә тоғро яратыу күрһәтеүҙә шатлыҡ таба. Ә һин?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2017
  • Йәһүәнең тоғро мөхәббәтен өлгө итеп ал
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ
    Йәһүәгә шатланып йырлағыҙ
  • Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
w21 ноябрь 2—7 бб.

44-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең тоғро мөхәббәте нимәлә сағыла?

«[Йәһүәнең] тоғро мөхәббәте мәңгелек» (ЗӘБ. 136:1).

108-СЕ ЙЫР Алланың тоғро мөхәббәте

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Йәһүә беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

ЙӘҺҮӘГӘ тоғро мөхәббәт сағылдырырға оҡшай (Ос. 6:6). Ул үҙенең хеҙмәтселәрен дә шулай уҡ эш итергә өндәй. Миҡай пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүә беҙҙе «тоғро мөхәббәтте яраты[рға]» дәртләндерә (Миҡ. 6:8, төшөрмә). Әйҙәгеҙ, тәүҙә тоғро мөхәббәт сифаты үҙ эсенә нимә алғанын беләйек.

2. Тоғро мөхәббәт нимә ул?

2 Тоғро мөхәббәт нимә ул? «Тоғро мөхәббәт» тигән һүҙбәйләнеш «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһендә» яҡынса 230 тапҡыр осрай. Был тәржемәлә килтерелгән Изге Яҙма һүҙлеге буйынса (тат.), был сифат «яуаплылыҡтан, намыҫлылыҡтан, тоғролоҡтан һәм бирелгәнлектән сығып күрһәтелгән мөхәббәтте аңлата. Был һүҙбәйләнеш йыш ҡына Алланың кешеләргә ҡарата күрһәткән мөхәббәтен тасуирлар өсөн ҡулланыла. Ул шулай уҡ кешеләр араһында ла күрһәтелә». Йәһүә тоғро мөхәббәт сағылдырыуҙа иң бөйөк өлгө күрһәтә. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең кешеләргә ҡарата был сифатты нисек сағылдырғанын ҡарап сығырбыҙ. Киләһе мәҡәләлә Алланың хеҙмәтселәре, унан өлгө алып, бер-береһенә ҡарата тоғро мөхәббәтте нисек сағылдыра алғанын белербеҙ.

ЙӘҺҮӘ «ТОҒРО МӨХӘББӘТКӘ БАЙ»

3. Йәһүә Мусаға үҙе тураһында нимә әйткән?

3 Израилдәр Мысырҙан сыҡҡас күп тә үтмәҫтән, Йәһүә Муса пәйғәмбәргә үҙ исеме һәм сифаттары тураһында мөһим бер нәмә әйткән. Ул былай тигән: «Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй, меңләгәндәргә тоғро мөхәббәтен күрһәтә, хаталарҙы, енәйәттәрҙе һәм гонаһтарҙы кисерә» (Сығ. 34:6, 7). Йәһүәнең шундай сифаттарға эйә булыуы күңелебеҙҙе йылыта. Шулай уҡ Йәһүә, Мусаға үҙ сифаттарын асып, тоғро мөхәббәтенең үҙенсәлекле бер яғына иғтибар иткән. Ниндәй яғына?

4, 5. а) Йәһүә үҙен нисек итеп һүрәтләй? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

4 Был аяттарҙа Йәһүә үҙен тоғро мөхәббәткә эйә итеп кенә түгел, ә «тоғро мөхәббәткә бай» шәхес итеп тасуирлай. Изге Яҙмала Йәһүә тағы һигеҙ тапҡыр шулай итеп һүрәтләнә (Һан. 14:18; Ниҡ. 9:17; Зәб. 86:15; 103:8; 115:1; 145:8; Йәил 2:13; Юныс 4:2)b. Һәр осраҡта ла был һүҙҙәр кешеләргә түгел, ә Йәһүәгә генә ҡағыла. Изге Яҙмала был сифатҡа йыш иғтибар ителеүе шуны күрһәтә: Йәһүә өсөн тоғро мөхәббәт бик мөһим. Дауыт батша илһамланып былай тигән: «Эй Йәһүә, һинең тоғро мөхәббәтең — күктәргә ҡәҙәр... Эй Алла, һинең тоғро мөхәббәтең шундай ҡиммәтле! Ҡанаттарыңдың күләгәһе аҫтында әҙәм балалары һыйыныу таба» (Зәб. 36:5, 7). Ә беҙ, Дауыт һымаҡ, Алланың тоғро мөхәббәтен ҡәҙерләйбеҙме?

5 Тоғро мөхәббәттең нимә икәнен яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, ике һорауҙы ҡарап сығайыҡ: Йәһүә кемгә ҡарата тоғро мөхәббәтен сағылдыра һәм Йәһүәнең тоғро мөхәббәте беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

ЙӘҺҮӘ КЕМГӘ ҠАРАТА ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРА?

6. Йәһүә кемгә ҡарата тоғро мөхәббәтен сағылдыра?

6 Изге Яҙмала беҙ яратҡан күп нәмәләр иҫкә алына, мәҫәлән, «игенселек», «тәрбиә», «белем», «шарап менән май», «зирәклек». Был беҙ яратҡан нәмәләрҙең тик бер нисәһе генә (2 Йыл. 26:10; Ғиб. һүҙ. 12:1; 21:17; 29:3). Әммә тоғро мөхәббәт әйберҙәргә түгел, ә кешеләргә ҡарата ғына күрһәтелә. Йәһүә үҙенең тоғро мөхәббәтен теләһә кемгә түгел, ә уның менән яҡын мөнәсәбәттә булғандарға ғына күрһәтә. Беҙҙең Аллабыҙ үҙенең дуҫтарына тоғро. Уның уларға ҡарата ниәте бар, һәм ул уларҙы мәңге яратасаҡ.

Төрлө милләттән һәм төрлө йәштәге кешеләр. Йәһүә үҙ мөхәббәтен шулай сағылдыра: 1) ҡояш яҡтыһы һәм ямғыр, 2) сәскәләр, үлән, һәм ағастар, 3) йолом ярҙамында мәңге йәшәү мөмкинлеге.

Йәһүә бөтә кешеләргә, шул иҫәптән уға табынмағандарға ла күп яҡшы нәмәләр бирә (7-се абзацты ҡарағыҙ.)g

7. Йәһүә кешелеккә ҡарата үҙенең мөхәббәтен нисек сағылдырған?

7 Йәһүә бөтә кешелекте ярата. Ғайса Мәсих Никодимға былай тип әйткән: «Алла донъяны [кешелекте] шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:1, 16; Матф. 5:44, 45).

1. Дауыт батша арфала уйнай һәм йырлай. 2. Данил пәйғәмбәр Яҙмалар төргәктәрен уҡый.

Дауыт батшаның һәм Данил пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүә тоғро мөхәббәтен үҙенең хеҙмәтселәренә күрһәтә, сөнки улар уны тәрән хөрмәт итә, ярата һәм уның әмерҙәрен үтәй (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8, 9. а) Ни өсөн Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә ҡарата тоғро мөхәббәт сағылдыра? б) Артабан был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

8 Юғарыла әйтелгәнсә, Йәһүә үҙенең тоғро мөхәббәтен уның менән яҡын мөнәсәбәттә булғандарға ғына — үҙенең хеҙмәтселәренә генә күрһәтә. Был турала Дауыт батша һәм Данил пәйғәмбәр әйткән. Мәҫәлән, Дауыт былай тигән: «Тоғро мөхәббәтеңде үҙеңде белгәндәргә... күрһәтеүҙән туҡтама»; «Йәһүә үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә тоғро мөхәббәтен мәңге таныта» (Зәб. 36:10; 103:17). Ә Данил былай тигән: «Эй Йәһүә Аллам, һин... үҙеңде яратҡандарға һәм әмерҙәреңде үтәп йәшәүселәргә ҡарата тоғро мөхәббәтеңде күрһәтәһең» (Дан. 9:4). Был һүҙҙәр буйынса, Йәһүә тоғро мөхәббәтен үҙенең хеҙмәтселәренә генә күрһәтә, сөнки улар уны белә, хөрмәт итә, ярата һәм уның әмерҙәрен үтәй. Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре генә уның тоғро мөхәббәтен үҙ тормошонда татый.

9 Йәһүәгә хеҙмәт итә башламаҫ борон беҙ уның бөтә кешелеккә күрһәткән яратыуын инде тоя инек (Зәб. 104:14). Әммә уның хеҙмәтселәре булып киткәс, беҙ шулай уҡ уның тоғро яратыуын тоя башланыҡ. Йәһүә беҙҙе: «Минең тоғро мөхәббәтем һинән алынмаҫ», — тип ышандыра (Ишағ. 54:10). Дауыт Йәһүәнең тоғро кешегә «айырым мөнәсәбәт» күрһәткәнен үҙ тормошонда татыған (Зәб. 4:3). Был беҙҙе нимәгә дәртләндерергә тейеш? Бер мәҙхиә йырлаусы былай тигән: «Һәр зирәк кеше быларҙы күрер һәм Йәһүәнең тоғро мөхәббәт күрһәтеп ҡылған эштәрен ентекләп тикшерер» (Зәб. 107:43). Әйҙәгеҙ, был кәңәште иҫтә тотоп, Йәһүәнең тоғро мөхәббәте беҙгә ниндәй файҙа килтергәнен күрһәткән өс яҡты ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ТОҒРО МӨХӘББӘТЕ БЕҘГӘ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?

Йәһүәнең хеҙмәтселәре донъя кешеләренән айырылып тора. Йәһүәнең тоғро мөхәббәте ярҙамында беҙ шундай фатихалар алабыҙ: 1) мәңгелек мөхәббәт (йондоҙло күк менән уратып алынған ер итеп һүрәтләнә); 2) гонаһтарҙың кисерелеүе (доға ҡылған апай ҡәрҙәш итеп һүрәтләнә); 3) рухи яҡлау (нығытылған ҡала стеналары итеп һүрәтләнә). Өҫкө планда Йәһүәнең бөтә кешеләргә сағылдырған яратыуы күрһәтелә: 4) ҡояш яҡтыһы һәм ямғыр; 5) сәскәләр, үлән һәм ағастар; 6) йолом ҡорбаны.

Йәһүә үҙенә ғибәҙәт ҡылғандарға өҫтәмә фатихалар бирә (10—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)h

10. Йәһүәнең бер ҡасан да һүрелмәҫ тоғро мөхәббәте беҙгә нисек ярҙам итә? (Зәбур 31:7).

10 Алланың тоғро мөхәббәте бер ваҡытта ла һүрелмәй. 136-сы мәҙхиәлә бының турала 26 тапҡыр әйтелә. 1-се аятта былай тип яҙылған: «Йәһүәгә рәхмәттәр уҡығыҙ, сөнки ул игелекле, уның тоғро мөхәббәте мәңгелек» (Зәб. 136:1). Артабан да 2—26-сы аяттарҙың һәр береһендә «уның тоғро мөхәббәте мәңгелек» тип ҡабатлана. Был мәҙхиәлә әйтелгәнсә, Йәһүә үҙенең тоғро мөхәббәтен беҙгә ҡарата төрлөсә һәм өҙлөкһөҙ сағылдыра. Был беҙҙе һоҡландыра! Һәр аятта «уның тоғро мөхәббәте мәңгелек» тип ҡабатланған һүҙҙәр Алланың үҙ халҡына ҡарата яратыуы бер ҡасан да һүрелмәгәненә ышандыра. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бер ҡасан да ҡалдырмай, һәм быны белеү беҙҙе бик шатландыра! Ул үҙенең хеҙмәтселәрен бик ныҡ ярата һәм айырыуса ауыр ваҡыттарҙа уларға ярҙам итеп тора. Йәһүәнең тоғро мөхәббәте беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Ул ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм хәҡиҡәт юлынан барырға кәрәкле көс бирә, шулай уҡ шатлыҡлы булып ҡалырға ярҙам итә. (Зәбур 31:7-неc уҡығыҙ.)

11. Зәбур 86:5-тән күренеүенсә, ни өсөн Йәһүә беҙҙе кисерә?

11 Тоғро мөхәббәт Алланы кисерергә дәртләндерә. Эскерһеҙ тәүбә иткән һәм насар эштәрен ҡалдырған гонаһ ҡылыусыны күргәндә, Йәһүә, тоғро яратыуҙан сығып, уны кисерергә теләй. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт Йәһүә тураһында былай тип әйткән: «Ул ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй, хаталарыбыҙға ҡарап ҡайтармай» (Зәб. 103:8—11). Дауыт гонаһ ҡылыу ҙур күңел ғазабы һәм ғәйеп хисе тыуҙырғанын яҡшы белгән. Шул уҡ ваҡытта ул Йәһүәнең «кисерергә әҙер» булғанын да аңлаған. Әммә нимә Йәһүәне ғәфү итергә дәртләндерә? Яуапты Зәбур 86:5-тәнd (уҡығыҙ) белеп була. Эйе, Дауыттың һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүә кисерә, сөнки «үҙеңә ялбарғандарҙың һәммәһенә... тоғро мөхәббәтен» мул итеп күрһәтә.

12, 13. Элек ҡылған хаталарыбыҙ арҡаһында үҙебеҙҙе ғәйепләһәк, беҙгә нимә ярҙам итер?

12 Гонаһ ҡылғандан һуң выждан ғазабы кисереү тәбиғи һәм хатта файҙалы. Оят хисе беҙҙе тәүбә итергә һәм хаталарҙы төҙәтер өсөн аҙымдар яһарға этәрә ала. Әммә Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре үткәндә эшләгән хаталары өсөн үҙҙәрен сиктән тыш ныҡ ғәйепләй. Кеше тәүбә итһә лә, уның тәнҡитсел йөрәге Йәһүәнең бер ҡасан да кисермәйәсәгенә ышандыра. Әгәр һеҙ ҙә шундай хистәр кисерһәгеҙ, шуны онотмағыҙ: Алла үҙ хеҙмәтселәренә тоғро мөхәббәтен күрһәтергә теләй. Был хаҡта уйланыу һеҙгә ярҙам итер.

13 Беҙҙең өсөн файҙа. Камил булмаһаҡ та, беҙ таҙа выждан менән Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә алабыҙ. Был беҙҙең өсөн мөмкин, сөнки «Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра» (1 Яхъя 1:7). Һеҙ ниндәйҙер хатағыҙ арҡаһында ҡайғырһағыҙ, Йәһүә тәүбә иткән гонаһ ҡылыусыны кисерергә әҙер һәм быны эшләргә бик теләй икәнен иҫтә тотоғоҙ. Дауыт кисереү менән тоғро мөхәббәт араһында тығыҙ бәйләнеш барлығын күрһәткән. Ул былай тип яҙған: «Күктәр ерҙән ни тиклем бейек булһа, үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә уның тоғро мөхәббәте шул тиклем бөйөк. Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә» (Зәб. 103:11, 12). Эйе, Йәһүә беҙҙе ихластан кисерергә әҙер (Ишағ. 55:7).

14. Алланың тоғро мөхәббәте биргән яҡлауҙы Дауыт нимә менән сағыштырған?

14 Алланың тоғро мөхәббәте беҙгә рухи яҡлау бирә. Дауыт үҙ доғаһында Йәһүәгә былай тигән: «Һин минең өсөн ышыҡ урын, мине ғазаптан яҡлап ҡалырһың. Ҡотҡарып, мине шатлыҡлы ауаздар менән уратып алырһың. ...Йәһүәгә таяныусыны уның тоғро мөхәббәте солғап ала» (Зәб. 32:7, 10). Боронғо ҡалала йәшәгән кешеләрҙе ҡаланың стеналары дошмандан яҡлаған. Шуның шикелле, Йәһүәнең тоғро мөхәббәте беҙҙе рухи зыян килтерә алған һәр нәмәнән яҡлай. Бынан тыш, Йәһүә беҙҙе үҙенә «тоғро мөхәббәте менән йәлеп» итә (Ирем. 31:3).

15. Йәһүәнең тоғро мөхәббәте һыйыныу урыны менән нығытмаға нимә менән оҡшаш?

15 Дауыт, Алла халҡының яҡлауы булғанын күрһәтер өсөн, башҡа бер сағыштырыу ҡулланған. Ул былай тип яҙған: «Алла — ныҡлы һыйыныуым минең, миңә тоғро мөхәббәтен күрһәтеүсе Алла». Шулай уҡ Дауыт Йәһүә тураһында былай тигән: «Ул нығытмам минең, мине тоғро мөхәббәтенән айырмай. Ул минең ныҡлы һыйыныуым һәм ҡотҡарыусым, ҡалҡаным һәм мин ышыҡланған Аллам» (Зәб. 59:17; 144:2). Ни өсөн Дауыт Йәһүәнең тоғро мөхәббәтен нығытма һәм һыйыныу урыны менән сағыштырған? Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, әгәр Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып ҡалһаҡ, ул дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн беҙҙе яҡлап торасаҡ. Шундай уҡ ышандырыу 91-се мәҙхиәлә килтерелә. Был мәҙхиәне, күрәһең, Муса пәйғәмбәр яҙған. Ул былай тигән: «Мин Йәһүәгә: „Һин минең һыйыныуым һәм нығытмам, таянған Аллам минең“, — тиермен» (Зәб. 91:1—3, 9, 14). Муса 90-сы мәҙхиәлә лә Йәһүәне һыйыныу урыны менән сағыштырған (Зәб. 90:1, төшөрмә). Бынан тыш, ғүмеренең аҙағында Муса бындай матур һүҙҙәр әйткән: «Алла — боронғо замандарҙан һыйыныу урыны. Уның мәңгелек ҡулдары һине тотоп тора» (Ҡан. 33:27). «Уның мәңгелек ҡулдары һине тотоп тора» тигән һүҙҙәр беҙгә Йәһүә тураһында нимәне аса?

16. Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә? (Зәбур 136:23).

16 Йәһүә — һыйыныу урыныбыҙ, шуға күрә беҙ үҙебеҙҙе яҡлаулы итеп хис итәбеҙ. Әммә ҡайһы саҡта беҙ бойоғабыҙ һәм нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Шул саҡта Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә? (Зәбур 136:23-төe уҡығыҙ.) Ул, ҡулдарын һуҙып, беҙҙе наҙлы итеп күтәрә һәм аяҡҡа баҫырға ярҙам итә (Зәб. 28:9; 94:18). Был беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Беҙ Алланың ярҙамына һәр ваҡыт таяна алабыҙ. Беренсенән, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙҙең хәүефһеҙ һыйыныу урыныбыҙ бар. Икенсенән, күктәге Атайыбыҙ беҙҙең хаҡта наҙлы итеп ҡайғырта.

АЛЛА ҺЕҘГӘ ҠАРАТА ТОҒРО МӨХӘББӘТЕН САҒЫЛДЫРА

17. Алланың тоғро мөхәббәте беҙҙе нимәгә ышандыра? (Зәбур 33:18—22).

17 Юғарыла әйтеп кителгәнсә, беҙ һәр төрлө һынауҙарҙа тоғро булып ҡала алһын өсөн, Йәһүә ярҙам итеп торасаҡ (2 Кор. 4:7—9). Иремия пәйғәмбәр былай тип әйткән: «Йәһүәнең тоғро мөхәббәте арҡаһында беҙ юҡҡа сыҡманыҡ. Уның шәфҡәте мәңгелек бит» (Ирем. ил. 3:22). Беҙ Йәһүәнең тоғро мөхәббәте һүрелмәйәсәгенә ышана алабыҙ, сөнки мәҙхиә йырлаусы: «Йәһүәнең күҙҙәре үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе, тоғро мөхәббәтенә өмөт бағлаусыларҙы күҙәтә», — тип әйткән. (Зәбур 33:18—22-неf уҡығыҙ.)

18, 19. а) Беҙгә нимәне иҫтә тотоу мөһим? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

18 Беҙгә нимәне иҫтә тотоу мөһим? Йәһүә бөтә кешелекте ярата, һәм беҙ уға хеҙмәт итә башламаҫ борон ул беҙҙе лә яратҡан. Әммә хәҙер, уның хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ уның тоғро мөхәббәтен тоябыҙ. Шул яратыуҙан сығып, Йәһүә беҙҙе яҡлар өсөн үҙенең ҡулдары менән ҡосаҡлай. Ул һәр ваҡыт беҙҙең яныбыҙҙа буласаҡ һәм беҙгә биргән һәр вәғәҙәһен үтәйәсәк. Ул беҙҙең үҙе менән мәңге дуҫ булыуыбыҙҙы теләй! (Зәб. 46:1, 2, 7). Шуға күрә ниндәй генә һынауҙар менән осрашһаҡ та, Йәһүә, беҙ тоғро булып ҡала алһын өсөн, етерлек көс бирер.

19 Беҙ Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә нисек тоғро мөхәббәт сағылдырғанын ҡарап сыҡтыҡ. Ул беҙҙең дә бер-беребеҙгә ҡарата тоғро мөхәббәт сағылдырыуыбыҙҙы көтә. Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ? Киләһе мәҡәләлә быға иғтибар итербеҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Тоғро мөхәббәт нимә ул?

  • Йәһүә кемгә тоғро мөхәббәтен сағылдыра?

  • Ни өсөн һеҙ Йәһүәгә тоғро мөхәббәте өсөн рәхмәтле?

136-СЫ ЙЫР Йәһүә мул итеп бүләкләй

a Тоғро мөхәббәт нимә ул? Йәһүә кемгә ҡарата үҙенең тоғро мөхәббәтен сағылдыра һәм был уларға ниндәй файҙа килтерә? Ошо һорауҙар был сығарылыштың беренсе ике мәҡәләһендә ҡаралыр.

b Алланың тоғро мөхәббәткә бай булыуы тураһында тура әйтелмәһә лә, ҡайһы бер аяттарҙа был сифат телгә алына. Мәҫәлән, Ниҡәми 13:22, Зәбур 69:13; 106:7; Иремияның илауы 3:32.

c Зәбур 31:7: «Мин һинең тоғро мөхәббәтеңә сикһеҙ ҡыуанырмын, сөнки һин ҡайғы-хәсрәтемде күрҙең, һин әсе ғазабымды беләһең».

d Зәбур 86:5: «Эй Йәһүә, һин игелекле һәм кисерергә әҙер, үҙеңә ялбарғандарҙың һәммәһенә һин тоғро мөхәббәтеңде мул итеп күрһәтәһең».

e Зәбур 136:23: «Кәмһетелгән сағыбыҙҙа ул беҙҙе онотмаған, сөнки уның тоғро мөхәббәте мәңгелек».

f Зәбур 33:18—22: «Бына, Йәһүәнең күҙҙәре үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе, тоғро мөхәббәтенә өмөт бағлаусыларҙы күҙәтә. 19 Ул уларҙы үлемдән ҡотҡарыр өсөн, аслыҡ ваҡытында иҫән ҡалдырыр өсөн шулай эшләй. 20 Беҙ Йәһүәне көтәбеҙ. Ул беҙҙең ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ. 21 Күңелдәребеҙ уға бик һөйөнә, сөнки беҙ уның изге исеменә өмөтләнәбеҙ. 22 Эй Йәһүә, беҙ һине көткән арала тоғро мөхәббәтең беҙҙең менән булһын ине».

g РӘСЕМДӘ: Йәһүә үҙенең мөхәббәтен бөтә кешелеккә, шул иҫәптән үҙенең хеҙмәтселәренә лә сағылдыра. Мәҫәлән, ул бөтә кешеләргә үҙ яратыуын ҡояш, ямғыр һәм үҫемлектәр аша күрһәтә. Әммә иң мөһиме, йолом ярҙамында һәр кешенең мәңге йәшәргә мөмкинлеге бар.

h РӘСЕМДӘ: Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып киткән һәм йолом ҡорбанына иман иткән кешеләр менән Йәһүә башҡаса мөғәмәлә итә. Мәсихселәр Йәһүәнең бөтә кешелеккә күрһәткән мөхәббәтен генә түгел, ә үҙҙәренә ҡарата сағылған тоғро мөхәббәтен дә тоя. Һүрелмәҫ тоғро мөхәббәт Алланы үҙенең хеҙмәтселәрен кисерергә һәм яҡларға дәртләндерә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу