Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w21 ноябрь 8—13 бб.
  • Бер-берегеҙгә тоғро мөхәббәт күрһәтегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бер-берегеҙгә тоғро мөхәббәт күрһәтегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЕҘ КЕМГӘ ҠАРАТА ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРЫРҒА ТЕЙЕШ?
  • РУФ КИТАБЫНАН ТОҒРО МӨХӘББӘТ ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘНЕП БУЛА?
  • БЕҘ НИСЕК ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРА АЛАБЫҘ?
  • ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРҒАНДАРҘЫ НИНДӘЙ БҮЛӘК КӨТӘ?
  • «Һин ҡайҙа барһаң, мин шунда барырмын»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • «Инсафлы ҡатын»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Руфь һәм Нәғмиә
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Йәһүә «рухы һынғандарҙы» ҡотҡара
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
w21 ноябрь 8—13 бб.

45-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Бер-берегеҙгә тоғро мөхәббәт күрһәтегеҙ

«Бер-берегеҙгә тоғро мөхәббәт һәм мәрхәмәт күрһәтеп йәшәгеҙ» (ЗӘК. 7:9).

107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1, 2. Бер-беребеҙгә тоғро мөхәббәт күрһәтер өсөн, беҙҙең ниндәй мөһим сәбәптәр бар?

БЕҘҘЕҢ бер-беребеҙгә ҡарата тоғро мөхәббәт күрһәтергә мөһим сәбәптәр бар. Был сәбәптәр тураһында Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙән белеп була. Унда былай тип әйтелә: «Тоғро мөхәббәт һәм тоғролоҡ һине ҡалдырмаһын. [...] Шул саҡ һин Алланың һәм кешеләрҙең илтифатын ҡаҙанырһың»; «Игелекле [«тоғро мөхәббәт күрһәткән», төшөрмә] кеше үҙенә файҙа таба»; «Тәҡүәлеккә һәм тоғро мөхәббәткә ынтылыусы тормош, тәҡүәлек һәм данға ирешер» (Ғиб. һүҙ. 3:3, 4; 11:17; 21:21).

2 Был аяттарҙа тоғро мөхәббәт сағылдырыуҙың мөһимлеген күрһәткән өс сәбәп килтерелә. Беренсенән, тоғро мөхәббәт сағылдырған кешене Алла бик ҡәҙерләй. Икенсенән, тоғро мөхәббәт күрһәтеп, беҙ үҙебеҙгә файҙа килтерәбеҙ, мәҫәлән, башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булырбыҙ. Өсөнсөнән, тоғро мөхәббәткә ынтылған кеше киләсәктә мул фатихалар, шул иҫәптән мәңгелек тормош алыр. Эйе, Йәһүәнең «бер-берегеҙгә тоғро мөхәббәт һәм мәрхәмәт күрһәтеп йәшәгеҙ» тигән иҫкә төшөрөүенә иғтибарлы булыр өсөн бик күп сәбәптәр бар (Зәк. 7:9).

3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡарала?

3 Был мәҡәләлә бындай дүрт һорау ҡарала: кемгә ҡарата беҙ тоғро мөхәббәт сағылдырырға тейеш? Руф китабынан тоғро мөхәббәт тураһында беҙ нимә белә алабыҙ? тоғро мөхәббәтте нисек күрһәтеп була һәм был сифатты сағылдырыу ниндәй файҙа килтерә?

БЕҘ КЕМГӘ ҠАРАТА ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРЫРҒА ТЕЙЕШ?

4. Беҙ тоғро мөхәббәт сағылдырыуҙа Йәһүәнән нисек үрнәк ала алабыҙ? (Марк 10:29, 30).

4 Үткән мәҡәләлә беҙ шуны белдек: Йәһүә үҙенең тоғро мөхәббәтен, йәғни һүрелмәҫ наҙлы яратыуын уға хеҙмәт иткән һәм уны яратҡан кешеләргә генә сағылдыра (Дан. 9:4). Беҙ уның «ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға» тырышабыҙ (Ефес. 5:1). Шуға күрә беҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата тәрән һәм наҙлы яратыу үҫтерергә теләйбеҙ. (Марк 10:29, 30-ҙы уҡығыҙ.)

5, 6. Ҡайһы ваҡыт тоғролоҡ тигән һүҙҙе нисек аңлайҙар?

5 Әлбиттә, тоғро мөхәббәтте сағылдырыр өсөн уның мәғәнәһен яҡшы аңларға кәрәк. Тоғро мөхәббәт тоғролоҡтан нимә менән айырылып торғанын күрер өсөн, әйҙәгеҙ, тоғролоҡ тигән һүҙ, ғәҙәттә, нисек ҡулланылғанын ҡарап сығайыҡ.

6 Күп йылдар дауамында бер компанияла эшләгән кешене күҙ алдына килтерәйек. Ниндәйҙер мәғәнәлә уны тоғро эшсе тип атап була. Әммә ул компанияны һәм директорҙы ярата тип әйтеп булмай. Бәлки, ул бер тапҡыр ҙа компанияның директоры менән осрашмағандыр. Ул шулай уҡ компанияның ҡарарҙары менән риза түгел. Әммә эше менән ҡәнәғәт, сөнки эше өсөн аҡса ала. Уға яҡшыраҡ эш тәҡдим итмәһәләр, ул был эштә пенсияға сыҡҡансы эшләргә әҙер.

7, 8. a) Кешене тоғро мөхәббәт сағылдырырға нимә этәрә? б) Ни өсөн Руф китабының ҡайһы бер өҙөктәрен ҡарап сығыу файҙалы?

7 Алтынсы абзацта телгә алынған тоғро эшсе менән тоғро мөхәббәт сағылдырған кеше араһында айырма нимәлә? Уларҙың эске теләктәрендә. Изге Яҙмала иҫкә алынған Алла хеҙмәтселәрен тоғро мөхәббәт күрһәтергә нимә этәргән? Улар быны мәжбүр булғанға түгел, ә теләгәнгә эшләгән. Дауыттың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Йонафандың атаһы Дауытты үлтерергә теләгән. Шулай ҙа Дауыттың йөрәге үҙенең ҡәҙерле дуҫына, Йонафанға, яратыу сағылдырырға дәртләндергән. Йонафан үлгәс күп йылдар үткәндән һуң да, Дауыт тоғро мөхәббәт сағылдырған. Ул Йонафандың улы Мәфибәшит хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡан (1 Сам. 20:9, 14, 15; 2 Сам. 4:4; 8:15; 9:1, 6, 7).

8 Изге Яҙмалағы Руф китабының ҡайһы бер өҙөктәрен тикшереп, беҙ тоғро мөхәббәт тураһында күпте белә алабыҙ. Әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарға яуап алыйыҡ: был китапта яҙылған миҫалдарҙан беҙ тоғро мөхәббәт тураһында нимә белербеҙ һәм был белемдәрҙе йыйылышта нисек ҡулланып була?b

РУФ КИТАБЫНАН ТОҒРО МӨХӘББӘТ ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘНЕП БУЛА?

9. Ни өсөн Нәғмиә Йәһүә уға ҡаршы тора тип уйлаған?

9 Руф китабын уҡығанда, беҙ Нәғмиә, уның килене Руф һәм иренең туғаны — Вооз тураһында белә алабыҙ. Израилдә булған аслыҡ арҡаһында Нәғмиә үҙенең ире һәм ике улы менән Муав ерҙәренә күсеп китә. Ваҡыт үтеү менән ире үлә. Һуңыраҡ уның ике улы өйләнә, һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҙа үлеп китә (Руф 1:3—5; 2:1). Был ауырлыҡтар арҡаһында Нәғмиә ҡайғыға бата. Ул шул тиклем ҡайғыра, хатта был бәләләрҙе уға Йәһүә ебәргән тип уйлай башлай. Нәғмиә үҙ хистәрен бына ниндәй һүҙҙәр менән һүрәтләй: «Йәһүәнең ҡулы миңә ҡаршы күтәрелгән»; «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә әсе тормош бирҙе»; «Миңә Йәһүә ҡаршы торған... һәм миңә Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе бәлә килтергән» (Руф 1:13, 20, 21).

10. Йәһүә Нәғмиәнең ҡайғы-хәсрәтле һүҙҙәренә нисек ҡараған?

10 Йәһүә Нәғмиәнең ҡайғы-хәсрәтле һүҙҙәренә нисек ҡараған? Ул Нәғмиәгә асыуланмаған һәм уны кире ҡаҡмаған. Киреһенсә, ул уны йәлләгән һәм хәленә ингән, сөнки Йәһүә «йәберләү зирәк кешене аҡылһыҙлыҡҡа этәрә ала» икәнен белә (Вәғ. 7:7). Шулай ҙа Нәғмиәгә, Алла уны ҡалдырмағанын аңлар өсөн, ярҙам кәрәк булған, һәм Йәһүә быны күргән (1 Сам. 2:8). Шуға күрә ул Руфты Нәғмиәгә ярҙам ҡулы һуҙырға һәм тоғро мөхәббәт сағылдырырға дәртләндергән. Руф әҙерлек менән һәм наҙлы итеп ҡәйнәһе тураһында ҡайғыртҡан. Ул уға эмоциональ һәм рухи яҡтан нығынырға ярҙам иткән. Беҙ Руфтан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

11. Ни өсөн беҙ бойоҡҡандарға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ?

11 Тоғро мөхәббәт беҙҙе бойоҡҡандарға ярҙам итергә дәртләндерә. Руф Нәғмиәне ҡалдырып китергә теләмәгән. Шулай уҡ беҙ ҙә ауыр хәлгә эләккән йә бойоҡҡан ҡәрҙәштәр янында булырға теләйбеҙ. Беҙ уларҙы яратабыҙ һәм уларҙы нығытыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә әҙер (Ғиб. һүҙ. 12:25; 24:10). Илсе Павелдың һүҙҙәре тап шуға дәртләндерә: «Ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ» (1 Фес. 5:14).

Ағай-ҡәрҙәш башҡа ҡәрҙәште иғтибар менән тыңлай.

Бойоҡҡан ҡәрҙәштәрҙе иғтибар менән тыңлағыҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Бойоҡҡан кеше нимәгә бик мохтаж?

12 Бойоҡҡан кеше беҙҙең иғтибар менән тыңлауыбыҙға һәм яратыуыбыҙға бик мохтаж. Әгәр һеҙ Йәһүәнең ҡәҙерле һарыҡтарының береһенә шундай ҡайғыртыу күрһәтһәгеҙ, Йәһүә быны, һис шикһеҙ, күрер (Зәб. 41:1). Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17-лә былай тип әйтелә: «Мохтаж әҙәмгә илтифат күрһәткән кеше Йәһүәгә бурысҡа биргән була, Хоҙай уға бының өсөн әжерен ҡайтарыр».

Руф, үҙенең ҡәйнәһе Нәғмиәгә тотоноп: «Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барырмын», — тип әйтә. Ә Өрпә Муавҡа ҡайтып китә. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Руф Өрпәнән нимә менән айырылып торған һәм ни өсөн Руфтың ҡарарында тоғро мөхәббәт сағылған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

13 Нәғмиәнең тормошонда артабан булған ваҡиғаларҙан беҙ тоғро мөхәббәт тураһында тағы ла күберәк белә алабыҙ. Нәғмиә «Йәһүәнең үҙ халҡына иғтибар итеп икмәк биргәне хаҡында» ишеткәс, тыуған яғына ҡайтырға булған (Руф 1:6). Килендәренең икеһе лә уның менән бергә киткән. Юлда барғанда, Нәғмиә уларҙы өс тапҡыр кире Муавҡа ҡайтырға өндәгән. Артабан нимә булған? Беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Өрпә үҙ ҡәйнәһен үпте лә китеп барҙы, ә Руф ҡалды» (Руф 1:7—14). Нәғмиәне ҡалдырып китергә ҡарар итеп, Өрпә ҡәйнәһе нимә әйткән, шуны эшләгән. Руф иһә башҡаса эш иткән. Уға Муавҡа кире ҡайтырға бер нәмә лә ҡамасауламаған, әммә ул, ҡайғырған ҡәйнәһен яратҡанға, уның менән ҡалырға булған (Руф 1:16, 17). Һәм быны ул үҙен бурыслы итеп хис иткәнгә түгел, ә ихлас теләгәнгә эшләгән. Бының менән ул Нәғмиәгә ҡарата тоғро мөхәббәт күрһәткән. Был осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә?

14. а) Күп ҡәрҙәштәр ниндәй рух сағылдыра? б) Еврейҙарға 13:16 буйынса, Алла ниндәй ҡорбандарҙы хуплай?

14 Тоғро мөхәббәт беҙҙе көтөлгәндән күберәкте эшләргә дәртләндерә. Бөгөн күп кенә ҡәрҙәштәр үҙ имандаштарына, хатта таныш булмағандарына ла, тоғро мөхәббәт сағылдырырға әҙер. Мәҫәлән, тәбиғәт афәттәре булған ерҙәрҙә улар үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Йыйылышта мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәр ярҙам һорамаһа ла, улар ярҙам итергә әҙер. Был яҡтан улар беренсе быуатта йәшәгән Македониялағы мәсихселәргә оҡшаш. Улар үҙҙәре ябай йәшәһәләр ҙә, ауыр шарттарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн ҡорбандарға барырға әҙер булған. Шуның шикелле, бөгөнгө мәсихселәр ҙә «мөмкинлектәренән тыш» күберәкте эшләй (2 Кор. 8:3). Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренең шундай рух сағылдырғанын күргәндә бик шатлана. (Еврейҙарға 13:16-ны уҡығыҙ.)

БЕҘ НИСЕК ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРА АЛАБЫҘ?

15, 16. Руфтың ныҡышмалығы нимәнән күренгән?

15 Руф Нәғмиәгә ярҙам иткән осраҡтан күп нәмәгә өйрәнеп була. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер һабаҡтарға иғтибар итәйек.

16 Ныҡышмал булығыҙ. Руф үҙенең ярҙамын тәҡдим иткәс, Нәғмиә тәүҙә баш тартҡан, әммә Руф бирешмәгән. Был нимәгә килтергән? «Нәғмиә Руфтың үҙ тигәнендә ныҡ тороуын күреп, уны бүтән өгөтләп торманы», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Руф 1:15—18).

17. Ныҡышмал булырға беҙгә нимә ярҙам итер?

17 Һабаҡ. Бойоҡҡан кешегә ярҙам итер өсөн түҙемлек һәм ныҡышмалыҡ кәрәк. Әйтәйек, ауыр хәлгә эләккән апай-ҡәрҙәшебеҙc тәүҙә беҙҙең ярҙамыбыҙҙы ҡабул итмәй, ти. Әммә тоғро мөхәббәт күрһәткән кеше бәләгә осраған имандашын бер үҙен ҡалдырмаҫ (Гал. 6:2). Шуға күрә беҙ артабан да уға ярҙам итергә тырышырбыҙ һәм ярҙамыбыҙҙы ҡабул итеренә өмөтләнербеҙ.

18. Нимә арҡаһында Руф Нәғмиәгә үпкәләй алған?

18 Үпкәләмәгеҙ. Нәғмиә Вифлеемға кире әйләнеп ҡайтҡас, элек күрше булып йәшәгән ҡатындарға былай тигән: «Киткәндә минең бөтә нәмәм бар ине, әммә Йәһүә мине буш ҡул менән ҡайтарҙы» (Руф 1:21). Нәғмиәнең һүҙҙәрен ишеткән Руфтың нимә хис иткәне тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ. Ул Нәғмиә өсөн күп ҡорбандарға барған, уның менән бергә илаған, уны йыуатҡан һәм уның менән бергә тыуған еренә ҡайтыр өсөн оҙон юл үткән, ә Нәғмиә: «Йәһүә мине буш ҡул менән ҡайтарҙы», — тигән. Был һүҙҙәр янында торған Руфты бик рәнйетә алған. Әммә ул Нәғмиәне ташлап китмәгән.

19. Бойоҡҡан ҡәрҙәште йыуатырға һәм уны ҡалдырмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер?

19 Һабаҡ. Һеҙ төшөнкөлөккә бирелгән апай-ҡәрҙәште күпме генә йыуатырға тырышһағыҙ ҙа, тәүҙә ул һеҙгә рәнйеткес һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Ләкин уның һүҙҙәрен күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ, уны ташлап китмәгеҙ һәм нисек йыуатып булғанын аңлар өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ (Ғиб. һүҙ. 17:17).

1) Руф башаҡ йыйғансы, Вооз уның менән һөйләшә. 2) Өлкән Батшалыҡ залында апай-ҡәрҙәш менән һөйләшә.

Өлкәндәр Вооздан нисек өлгө ала ала? (20, 21-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

20. Руфҡа ҡәйнәһе хаҡында артабан да ҡайғыртыр өсөн нимә көс өҫтәгән?

20 Ҡәрҙәштәрҙе нығытыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Руф Нәғмиәгә ҡарата тоғро мөхәббәт күрһәткән, әммә ул үҙе лә нығытыуға мохтаж булған. Йәһүә уны нығытыр өсөн Воозды ҡулланған. Вооз Руфҡа былай тигән: «Йәһүә һиңә ҡылған эштәрең өсөн әжерен бирһен. Һин Израиль Аллаһы Йәһүә ҡанаттары аҫтына һыйыныу эҙләп килгәнһең, ул һиңә тулыһы менән ҡайтарһын». Руф тап шундай һүҙҙәргә мохтаж булған. Ул былай тип яуап ҡайтарған: «Һеҙ бит мине йыуатып, үҙ хеҙмәтсегеҙҙе тынысландырып һөйләштегеҙ» (Руф 2:12, 13). Вооздың кәрәкле ваҡытта әйткән йылы һүҙҙәре Руфҡа көс өҫтәгән, һәм ул артабан да ҡәйнәһе хаҡында ҡайғыртҡан.

21. Ишағыя 32:1, 2 буйынса, өлкәндәрҙән нимә көтөлә?

21 Һабаҡ. Ҡайсаҡ тоғро мөхәббәт күрһәткән кеше үҙе лә нығытыуға мохтаж була. Мәҫәлән, Вооздың маҡтау һүҙҙәре Руфтың күңелен йылытҡан. Өлкәндәр унан өлгө ала. Улар, ҡәрҙәштәрҙең игелекле эштәренә иғтибар итеп, уларҙы маҡтай. Эйе, йылы һәм үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙҙәр ҡәрҙәштәрҙе артабан да тоғро мөхәббәт күрһәтергә рухландыра ала. (Ишағыя 32:1, 2-неd уҡығыҙ.)

ТОҒРО МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРҒАНДАРҘЫ НИНДӘЙ БҮЛӘК КӨТӘ?

22, 23. Нәғмиәнең ҡарашы нисек үҙгәргән һәм уға нимә ярҙам иткән? (Зәбур 136:23, 26).

22 Күпмелер ваҡыт үткәс, Вооз Руф менән Нәғмиәгә мул итеп арпа биргән (Руф 2:14—18). Нәғмиә Вооздың бүләгенә нисек ҡараған? Ул былай тигән: «Тереләрҙе лә, үлеләрҙе лә тоғро яратыуынан мәхрүм итмәгән Йәһүә уға фатихаһын бирһен» (Руф 2:20а). Ҡалай ныҡ үҙгәргән Нәғмиәнең ҡарашы! Элек ул илап: «Миңә Йәһүә ҡаршы торған», — тип әйткән. Ә хәҙер шатланып: «Тоғро яратыуынан мәхрүм итмәгән Йәһүә», — тип әйтә. Нәғмиәгә үҙ шарттарына ҡарашын үҙгәртергә нимә ярҙам иткән?

23 Ниһайәт, Нәғмиә үҙ тормошонда Йәһүәнең ярҙам ҡулын күрә. Муавтан Йәһүҙәгә ҡайтҡан юлда Йәһүә Нәғмиә тураһында Руф аша ҡайғыртҡан (Руф 1:16). Вооз, «йолоп алыусыларҙың береһе»e булараҡ, Нәғмиәгә һәм уның килене Руфҡа йомартлыҡ күрһәтә. Улар бының аша Йәһүәнең яратыуын тоя (Руф 2:19, 20б). Нәғмиә былай тип уйлағандыр: «Бына хәҙер мин Йәһүәне күрәм. Ул бер ҡасан да минән йөҙөн борманы, ул һәр ваҡыт минең янымда булды». (Зәбур 136:23, 26-ныf уҡығыҙ.) Әлбиттә, Нәғмиә Руфҡа һәм Воозға уны ҡалдырып китмәгәндәре өсөн бик рәхмәтле булған. Уларҙың өсөһөнөң дә ни тиклем шатланғанын күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ!

24. Ни өсөн ҡәрҙәштәргә ҡарата тоғро мөхәббәт сағылдырырға кәрәк?

24 Беҙ Руф китабынан тоғро мөхәббәт тураһында нимә белдек? Тоғро мөхәббәт беҙҙе бәләгә эләккән ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә һәм улар өсөн ҡорбандарға барырға әҙер булырға дәртләндерә. Өлкәндәр башҡалар хаҡында ҡайғыртҡан ҡәрҙәштәргә иғтибарлы булырға һәм уларҙы маҡтарға тейеш. Шулай уҡ беҙ ҙә, ҡәрҙәштәргә тоғро мөхәббәт күрһәткәндә, уларҙы нығытабыҙ, ә үҙебеҙ шатлыҡ тоябыҙ (Ғәм. 20:35). Эйе, беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ, сөнки «тоғро мөхәббәткә бай» Йәһүәгә оҡшарға һәм ярарға теләйбеҙ! (Сығ. 34:6; Зәб. 33:22).

ХӘТЕРЛӘЙҺЕГЕҘМЕ?

  • Тоғро мөхәббәт тоғролоҡтан нимә менән айырылып тора?

  • Тоғро мөхәббәт сағылдырыуҙа беҙ Вооз менән Руфтан ниндәй өлгө ала алабыҙ?

  • Тоғро мөхәббәт сағылдырғандарҙы Йәһүә нисек бүләкләй?

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

a Йәһүә беҙҙең ҡәрҙәштәргә ҡарата тоғро мөхәббәт күрһәтеүебеҙҙе теләй. Алланың боронғо ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәренең миҫалдарына иғтибар итеп, беҙ был сифатты нисек яҡшыраҡ сағылдырып булғанын аңларбыҙ. Был мәҡәләлә беҙ Руф, Нәғмиә һәм Вооздың миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ.

b Был мәҡәләнән күберәк файҙа алыр өсөн Руф китабының 1-се һәм 2-се бүлектәрен уҡып сығырға тәҡдим итәбеҙ.

c Был мәҡәләлә Нәғмиә тураһында һүҙ бара. Шуға күрә бында апай-ҡәрҙәштең миҫалы килтерелә, әммә ундай хәлгә ағай-ҡәрҙәштәр ҙә эләгә ала.

d Ишағыя 32:1, 2: «Бына, батша тәҡүәлек хаҡына батшалыҡ итер, һәм кенәздәр ғәҙеллек хаҡына идара итер. 2 Уларҙың һәр береһе елдән йәшеренер урын кеүек, дауыллы ямғырҙан һыйыныу урыны кеүек булыр, һыуһыҙ ерҙә һыу ташҡындарылай һәм ҡоро ерҙә ҙур ҡая таштың күләгәһеләй булыр».

e Йолоп алыусы Вооз хаҡында күберәк мәғлүмәтте «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» тигән китаптың «Инсафлы ҡатын» тип исемләнгән 5-се бүлегендә табып була.

f Зәбур 136:23, 26: «Кәмһетелгән сағыбыҙҙа ул беҙҙе онотмаған, сөнки уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 26 Күктәр Аллаһына рәхмәттәр уҡығыҙ, сөнки уның тоғро мөхәббәте мәңгелек».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу