Психик сәләмәтлектең ҡаҡшауы — донъя күләмендәге проблема
«Мин өйҙә хатта бер үҙем булған саҡта ла, бер аҙ тынғыһыҙлыҡ кисерәм».
«Кәйефем күтәренке булғанда, мин борсола башлайым, сөнки бик ныҡ ҡыуанғандан һуң кәйефем ҡапыл ҡырыла».
«Мин проблемаларҙы бер-бер артлы сисергә бик тә шат булыр инем, әммә ҡай саҡта бөтә нәмә өсөн дә бер юлы борсола башлайым».
Психик сәләмәтлеккә бәйле проблемалар менән көрәшкән кешеләр үҙҙәрен тап шулай хис итә. Һеҙгә ундай хистәр танышмы? Йә, бәлки, яҡындарығыҙҙың береһе үҙен шулай тоялыр?
Бер ҙә шикләнмәгеҙ: һеҙ яңғыҙ түгел. Бөгөн күптәр йә үҙҙәре, йә уларҙың яҡындары психик сәләмәтлектең ҡаҡшауынан интегә.
Беҙ, һис шикһеҙ, айырыуса ауыр ваҡыттарҙа йәшәйбеҙ (2 Тимофейға 3:1). Кешеләр күп ғазап кисерә, һәм был, әлбиттә, уларҙың психик сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы әйтеүенсә, ер йөҙөндә йәшәгән һәр 8-се кеше психик проблема менән көрәшә. 2020 йылда COVID-19 пандемияһы арҡаһында күңел тынғыһыҙлығы кисергән кешеләрҙең һаны — яҡынса 26 процентҡа, ә ауыр депрессия менән сирләгән кешеләрҙең һаны яҡынса 28 процентҡа артҡан.
Әлбиттә, ошо һандарҙы белеү мөһим булһа ла, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың психик һаулығы хаҡында нисек ҡайғыртып булғанын белеү тағы ла мөһимерәк.
Психик сәләмәтлек нимә ул?
Психик яҡтан һау кеше үҙ-үҙен яҡшы хис итә һәм көндәлек эштәрен уңышлы башҡара. Көсөргәнешле хәл тыуғанда, ул стресҡа бирелеп бармай, эшен еренә еткереп башҡара ала һәм тормоштан ҡәнәғәтлек табып йәшәй.
Психик сәләмәтлектең ҡаҡшауы:
БЫҒА кеше үҙе ғәйепле ТҮГЕЛ.
БЫЛ — ауырыу, ул кешене бик ныҡ интектерә һәм уның фекерләүенә, тәртибенә, эмоциональ хәленә тиҫкәре йоғонто яһай.
Йыш ҡына кешегә башҡалар менән уртаҡ тел табырға, мөнәсәбәттәр төҙөргә һәм ғәҙәти тормош алып барырға ҡамасаулай.
Кешенең йәше, мәҙәниәте, сығышы, дине, белеме һәм табыш кимәле ниндәй генә булһа ла, ул был ауырыуға дусар булырға мөмкин.
Психик сәләмәтлеге ҡаҡшағандарға ярҙам
Әгәр һеҙ үҙегеҙҙә йә яҡын кешегеҙҙә, мәҫәлән, тәртиптең үҙгәреүен, йоҡо һәм ашау ғәҙәтенең боҙолоуын күҙәтһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙылған стресс кисерһәгеҙ, тынғыһыҙлыҡ йә көслө бошоноу тойһағыҙ, нимә эшләргә? Ул саҡта ошо үҙгәрештәрҙең сәбәбен аңлар өсөн һәм кәрәкле дауалау алыр өсөн, һеҙгә, бәлки, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк булыр.
Тарихтағы иң зирәк кеше Ғайса Мәсих былай тигән: «Табип һау кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк» (Матфай 9:12). Медицина ярҙамы һәм кәрәкле дарыуҙар ауырыуҙың симптомдарын күпкә кәметергә һәм бәхетле тормош менән рәхәтләнеп йәшәргә ярҙам итәсәк. Әгәр ҙә инде кешелә етди һәм дауамлы симптомдар күҙәтелһә, уға оҙаҡҡа һуҙмайынса табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәкa.
Әлбиттә, Изге Яҙма медицина белешмәһе түгел. Әммә ундағы кәңәштәр кешенең психик сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай ала. Киләһе мәҡәләләрҙән һеҙ был хаҡта күберәк белерһегеҙ.
a «Күҙәтеү манараһы» журналы теге йәки был дауалау ысулын яҡламай. Һәр бер кешегә дауаланыуға ҡағылышлы шәхси ҡарар ҡабул итер алдынан үҙенең шарттарын ентекләп тикшерергә кәрәк.