Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp23 № 1 8—9 бб.
  • 2 | «Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 2 | «Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Был нимәне аңлата?
  • Был нисек ярҙам итә ала?
  • 3 | Алла хеҙмәтселәренең үрнәге
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
wp23 № 1 8—9 бб.
Оло йәштәге ир кеше Изге Яҙманан уҡығандары тураһында уйлана.

2 | «Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс»

ИЗГЕ ЯҘМАЛА БЫЛАЙ ТИЕЛӘ: «Элек яҙылғандарҙың барыһы ла сыҙамлығыбыҙ һәм Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс ярҙамында беҙҙә өмөт булһын тип, беҙгә өгөт-нәсихәт бирер өсөн яҙылған» (РИМДАРҒА 15:4, ЯДТ).

Был нимәне аңлата?

Изге Яҙмала йыуаныслы фекерҙәр табырға була. Улар беҙгә тиҫкәре фекер йөрөтөү менән көрәшер өсөн көс өҫтәй һәм сыҙам булырға ярҙам итә. Шулай уҡ Изге Яҙмала өмөт биргән хәбәр бар. Яҡын киләсәктә бер кем дә эмоциональ ғазаптарҙан яфаланмаясаҡ.

Был нисек ярҙам итә ала?

Беҙ бөтәбеҙ ҙә ваҡыт-ваҡыт бойоғабыҙ һәм әрнеүле хис-тойғолар кисерәбеҙ. Әммә депрессиянан интеккән һәм тынғыһыҙлыҡ кисергән кешеләр күңелде ғазаплаған хис-тойғолар менән көн һайын көрәшеп йәшәй. Уларға Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?

  • Изге Яҙмала тиҫкәре уйҙарҙы алмаштыра алған күп кенә ыңғай фекерҙәр бар (Филиптарға 4:8). Изге Яҙманы уҡып, беҙ аҡылыбыҙҙы йыуаныслы уйҙар менән тултырабыҙ. Ундай уйҙар иһә беҙгә хис-тойғоларыбыҙҙы йүгәндә тоторға ярҙам итә (Зәбур 94:18, 19).

  • Изге Яҙма, мин бер нәмәгә эшкинмәгән, булдыҡһыҙ кеше, тигән уйҙан арынырға ярҙам итә (Лука 12:6, 7).

  • Изге Яҙмалағы күп кенә өҙөктәр беҙҙе шуға ышандыра: беҙ бер үҙебеҙ түгел, Алла — Барлыҡҡа килтереүсебеҙ хистәребеҙҙе тулыһынса аңлай (Зәбур 34:18; 1 Яхъя 3:19, 20).

  • Изге Яҙма, Алла күңелде әрнеткән хәтирәләрҙе юйыр, тип вәғәҙә итә (Ишағыя 65:17; Асылыш 21:4). Тиҫкәре уйҙар һәм хистәр солғап алғанда, ошо вәғәҙә бирешмәҫкә ярҙам итә.

Изге Яҙма нисек ярҙам итә? Джессика

Депрессия миңә нисек тәьҫир итә?

Джессика, ҡулында асыҡ Изге Яҙманы тотоп, йоҡлап китеп бара.

«25 йәшемдә нерваларым көслө стресҡа сыҙай алмағанға, ҡаты депрессия менән ауырып киттем. Мине ҡапыл күңелде өҙгөләгән хәтирәләр биләп ала ине, һәм мин уларҙы бер нисек тә контролдә тота алмай инем. Табиптар депрессиямдың тиҫкәре фекер йөрөтөү рәүеше менән бәйле булыуын аңлаттылар. Ундай уйҙар тормошомда булған ауыр ваҡиғалар арҡаһында тыуа ине. Дарыуҙарҙан тыш, миңә, дөрөҫ булмаған фекер йөрөтөү ғәҙәттәрен асыҡлар өсөн һәм уларҙан арыныр өсөн, психотерапия кәрәк ине».

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә?

«Депрессиям киҫкенләшкәндә, миндә паника атакалары башлана ине. Мин көслө борсолоу тойғоһонан һәм йоҡоһоҙлоҡтан интегә инем. Төндәрен башымды тынғы бирмәгән уйҙар баҫып ала ине. Зәбур 94:19-ҙа әйтелгәнсә, беҙҙе борсоулы уйҙар биләп алғанда, Алла беҙгә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирә ала. Шуға күрә мин карауатым янында Изге Яҙманы һәм дәртләндергес аяттар яҙылған дәфтәремде тота инем. Йоҡлап китә алмағанда, мин бер нисә аят уҡый инем, һәм Алла фекерҙәре мине тынысландыра ине.

Изге Яҙма беҙҙе Алла тураһындағы белемгә ҡаршы торған уй-фекерҙәрҙе кире ҡағырға өндәй. Элек мин, мине бер кем дә яратмай, мин бер кемгә лә кәрәкмәйем һәм бер нәмәгә лә эшкинмәйем, тип уйлай торғайным. Әммә һуңыраҡ ундай уйҙарҙың Изге Яҙмаға ҡаршы килгәнен аңланым. Изге Яҙмала Алла ҡайғыртыусан, ҡыҙғаныусан атай менән сағыштырыла һәм, һәр беребеҙгә ярҙам итә, тип әйтелә. Мин тиҫкәре уйҙарымдың ҡоллоғонда инем. Әммә әкренләп уларҙы йүгәндә тоторға һәм үҙемә Алла ҡараған кеүек ҡарарға өйрәндем. Быларҙың барыһы миңә үҙемә ҡарата дөрөҫ ҡараш үҫтереүҙә мөһим аҙым булып торҙо.

Мин беләм, тиҙҙән күңел әрнеткес хәтирәләр һәм тиҫкәре фекер йөрөтөү ғәҙәттәре юҡҡа сығасаҡ. Шул саҡта психик ауырыуҙар башҡа булмаясаҡ. Быны белеү миңә бөгөнгө ауырыуым менән көрәшәргә көс өҫтәй. Эйе, шул ваҡытта депрессиямдың эҙе лә ҡалмаҫ. Мин шул мәлде түҙемһеҙлек менән көтәм».

Өҫтәмә мәғлүмәт

2009 йылдағы «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) июль айы сығарылышындағы «Помощь от „Бога всякого утешения“» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ. Уны уҡыр өсөн, jw.org сайтына инегеҙ.

Зәбур китабының аудиояҙмаһын (тат.) jw.org сайтында тыңлағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу