Башҡа кешеләр нисек ярҙам итә ала?
«БЕРӘЙ нәмә кәрәк булһа, шунда уҡ әйт». Күптәр яҡын кешеһе үлгән дуҫына йә туғанына йыш ҡына шулай ти. Әлбиттә, беҙ был һүҙҙәрҙе ысын күңелдән әйтәбеҙ. Беҙ ярҙам итер өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә теләйбеҙ. Ләкин кешенең берәй ҡасан һеҙгә шылтыратып: «Һин нисек ярҙам итә алырһың икән тип уйлап ултырҙым әле», — тигәне булдымы? Ҡайҙа инде? Шуныһы асыҡ билдәле: әгәр ҡайғырған кешегә ысынлап та ярҙам итергә теләһәк, үҙебеҙгә беренсе аҙым яһарға кәрәк.
Изге Яҙмала: «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ — көмөш һауыттағы алтын алмаларҙай ул», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:23; 25:11). Нимә әйтергә һәм әйтмәҫкә, нимә эшләргә һәм эшләмәҫкә икәнен белер өсөн, аҡыллылыҡ кәрәк. Изге Яҙманан яҡындарын юғалтҡан кешеләргә ярҙам иткән бер нисә кәңәште ҡарап сығайыҡ.
Нимә эшләргә
Ихлас күңелдән тыңлағыҙ. Яҡуб 1:19-ҙа, «тыңлауға өлгөр» булығыҙ, тигән кәңәш бирелә. Кешенең ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн иң яҡшы ярҙам — уны күңел биреп тыңлау. Кеше, бәлки, һеҙҙең менән мәрхүм булған яҡыны, уның үлеменә сәбәп булған ауырыу йә фажиғә, йәки үҙенең күңел кисерештәре тураһында һөйләшергә теләр. Шуға күрә унан: «Һинең был турала һөйләшкең киләме?» — тип һорағыҙ. Ул үҙе хәл итһен. Атаһының үлемен иҫенә төшөрөп, бер егет: «Башҡаларҙың минән нимә булғаны тураһында һорап, шунан һуң ысын күңел менән тыңлауҙары минең хәлемде шаҡтай еңеләйтте», — тигән. Сабырлыҡ менән, теләктәшлек күрһәтеп тыңлағыҙ. Әҙер яуаптар йәки кәңәштәр бирергә кәрәк, тип уйламағыҙ. Ҡайғырған кеше һеҙгә күңелен бушатһын.
Шиктәрен таратығыҙ. Кешене, һин ҡулыңдан килгәндең барыһын эшләнең (йәки, һеҙҙеңсә, ул тағы нимәнелер яҡшы башҡарғандыр), тип ышандырығыҙ. Уны хәсрәт, асыу, ғәйеп һәм башҡа шундай хистәр ғәҙәти күренеш тип инандырығыҙ. Шундай уҡ ҡайғыны еңеп сыҡҡан кешеләр тураһында һөйләгеҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 16:24 буйынса, ундай «яғымлы һүҙҙәр... һөйәктәр өсөн шифалы» (1 Фессалоникаларға 5:11, 14).
Янында булығыҙ. Тәүге мәлдәрҙә кешенең янында дуҫтары һәм туғандары булғанда ғына түгел, ә күп айҙар үткәс, башҡалар күнегелгән тормош рәүешенә ҡайтҡандан һуң да, уның янында булығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ «бәхетһеҙлеккә осрағанда» иптәшен ташламаған «ысын дуҫ» икәнегеҙҙе күрһәтерһегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). «Дуҫтарыбыҙ кистәрен беҙҙең ниндәйҙер эштәр менән мәшғүл булыуыбыҙҙы һәм өйҙә үҙебеҙҙе генә оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырмауҙы хәстәрләне, — тип һөйләй балаһы аварияға эләгеп һәләк булған Тереза исемле бер ҡатын. — Был беҙгә күңел бушлығын тултырырға ярҙам итте». Йылдар уҙғас та, төрлө иҫтәлекле көндәр, мәҫәлән, туй көнө йәки мәрхүмдең үлгән көнө яҡынлашҡанда, йыш ҡына яҡындарын юғалтҡан кешеләр күҙ йәштәре түгә. Ошо ваҡытта уның янында булып теләктәшлек белдерергә әҙер булыр өсөн, ундай көндәрҙе календарға билдәләп ҡуйығыҙ.
Ашығыс ярҙам кәрәклеген күрһәгеҙ, һорағандарын көтөп тормағыҙ, беренсе аҙым яһағыҙ
Ярҙам итер өсөн үҙегеҙ беренсе аҙым яһағыҙ. Башҡараһы эштәр юҡмы? Балаларҙы ҡарашырға кәрәк түгелме? Бәлки, ҡайғырған кешенең алыҫтан килгән дуҫтарына һәм туғандарына ҡуныр урын кәрәктер? Тәүҙә яҡынын юғалтҡан кеше, бик ныҡ ҡайғырғанға, хатта үҙенә нимә эшләргә кәрәк икәнен дә белмәй, ә башҡаларға үтенесен белдереү тураһында инде әйтеп тораһы ла юҡ. Шуға күрә, кисектергеһеҙ ярҙам кәрәклеген күреп ҡалһағыҙ, һорағандарын көтөп тормағыҙ, үҙегеҙ беренсе аҙым яһағыҙ (1 Коринфтарға 10:24; 1 Яхъя 3:17, 18 менән сағыштырығыҙ). Ире үлгән бер ҡатын былай тип иҫенә төшөрә: «Күптәр: „Берәй нәмә кәрәк булһа, һин әйт кенә“, — тиҙәр ине. Ләкин бер әхирәтем һорап торманы. Ул, оҙаҡ уйлап тормайынса, йоҡо бүлмәһенә йүнәлде, урын ҡаралдыһын сисеп алды ла үлемдән һуң ҡалған бөтә таптарҙы йыуып ҡуйҙы. Икенсе әхирәтем күнәккә һыу һалып алып, балаҫтағы ирем ҡоҫҡан урынды таҙартты. Бер нисә аҙнанан һуң йыйылышыбыҙҙан эш кейеме кейгән һәм ҡулына ҡоралдарын тотҡан бер өлкән килде лә: „Моғайын, берәй нәмәне йүнәтергә кәрәктер. Бәлки, үҙең күрһәтерһең“, — тине. Ул көндө өлкән бер генә күгәнендә эленеп торған ишекте һәм электр приборын йүнәтеп китте. Мин уға шул тиклем рәхмәтлемен!» (Яҡуб 1:27 менән сағыштырығыҙ.)
Ҡунаҡсыл булығыҙ. Изге Яҙмала: «Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ», — тип әйтелә (Еврейҙарға 13:2). Айырыуса, яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырыу мөһим. «Теләһә ҡайһы ваҡытта инеп йөрө», — тип әйтеү урынына, көнөн һәм ваҡытын билдәләгеҙ. Әгәр ул килергә риза булмаһа, ярай, тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Моғайын, ипле генә итеп тағы бер ҡат саҡырырға кәрәктер. Бәлки, ул, кешеләр алдында хистәрен күрһәтергә уңайһыҙланғанға, саҡырыуҙы ҡабул итмәйҙер. Йәки ул, шундай ҡайғылы ваҡытта тәмле ашап һәм дуҫтар менән аралашып ултырыуы оят, тип уйлайҙыр. Изге Яҙмала Лидиә исемле бер ҡунаҡсыл ҡатын иҫкә алына. Лидиә ҡәрҙәштәрен ҡунаҡҡа саҡырғас, Лука уның тураһында: «Ул беҙҙе күндерҙе», — тип әйткән (Ғәмәлдәр 16:15).
Сабыр булығыҙ һәм кеше хәленә инегеҙ. Яҡынын юғалтҡан кешенең тәү мәлдәрҙә әйткән һүҙҙәренә ғәжәпләнмәгеҙ. Уның асыу һәм ғәйеп тойғолары кисерә алыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Әгәр ул һеҙгә асыуланһа, уға шулай уҡ яуап ҡайтармағыҙ, уны аңларға һәм түҙемле булырға тырышығыҙ. Изге Яҙмала бындай кәңәш бирелә: «Шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ» (Колосстарға 3:12, 13).
Хат яҙығыҙ. Ҡайғы уртаҡлашыр өсөн яҙылған хаттар һәм открыткалар ҙур роль уйнай. Ни өсөн улар шул тиклем әһәмиәтле? Әсәһе рак ауырыуынан үлгән Синди былай тип аңлата: «Бер әхирәтем миңә бик матур хат яҙҙы. Был хат миңә ысынлап та ярҙам итте, сөнки мин уны ҡат-ҡат уҡый ала инем». Дәртләндерер өсөн яҙылған бындай хатта йәки открыткала «бик күп» һүҙҙәр яҙылмаһа ла, улар йөрәктән сығырға тейеш (Еврейҙарға 13:22). Һеҙ унда, мәҫәлән, ҡайғыртыуығыҙҙы белдерә алаһығыҙ, үлгән кеше менән бәйле иҫтәлектәрегеҙ йәки уның һеҙҙең тормошоғоҙға ҙур йоғонто яһағаны тураһында яҙа алаһығыҙ.
Бергә доға ҡылығыҙ. Яҡынын юғалтҡан кеше менән бергә ҡылған доғаларҙың, шулай уҡ уның өсөн әйтелгән шәхси доғаларҙың мөһимлеген онотмағыҙ. Инжилдә: «Тәҡүә кешенең доғаһы көслө», — тип әйтелә (Яҡуб 5:16). Мәҫәлән, ҡайғырған кеше, һеҙҙең үҙе өсөн доға ҡылғанығыҙҙы ишетһә, тиҫкәре ғәйеп тойғоһон еңә алыр. (Яҡуб 5:13—15 менән сағыштырығыҙ.)
Нимә эшләмәҫкә
Хәстәханаға килеүегеҙ яҡынын юғалтҡан кешегә көс өҫтәй ала
Нимә әйтергә йә нимә эшләргә белмәһәгеҙ ҙә, ситләшмәгеҙ. Беҙ, уның хәҙер яңғыҙ ҡалғыһы килә, тип уйлайбыҙҙыр. Ә ысынында, бәлки, беҙ берәй нәмәне яңылыш әйтергә йә эшләргә ҡурҡабыҙҙыр. Әгәр яҡынын юғалтҡан кешенең дуҫтары, туғандары һәм имандаштары унан ситләшһә, ул үҙен тағы ла яңғыҙыраҡ тойорға мөмкин, ә был уның ғазаптарын тағы ла көсәйтәсәк. Онотмағыҙ, йыш ҡына иң игелекле һүҙҙәр һәм эштәр бик ябай була (Ефестарға 4:32). Уның эргәһендә булыуығыҙ үҙе үк уға көс өҫтәй ала. (Ғәмәлдәр 28:15 менән сағыштырығыҙ.) Ҡыҙы үлгән көндө иҫенә төшөрөп, Тереза былай тип һөйләй: «Бер сәғәттән һуң хәстәхана дуҫтарыбыҙ менән тулды. Бөтә өлкәндәр һәм уларҙың ҡатындары килде. Ҡайһы бер ҡатындар хатта бигудиҙарын да сисмәгән, ә кемдер эш кейемен дә алмаштырып өлгөрмәгән ине. Улар барыһын ташлаған да килеп еткән. Күптәре, нимә әйтергә лә белмәйем, тип әйтә инеләр, ләкин был бөтөнләй кәрәк түгел ине, сөнки, иң мөһиме, улар яныбыҙҙа булды».
Ҡайғыһын оноторға мәжбүр итмәгеҙ. Моғайын, һеҙ: «Ярай инде, етте, илама», — тип әйтергә ынтылаһығыҙҙыр. Ә, бәлки, күҙ йәштәренә ирек биреү яҡшыраҡтыр ҙа. Кэтрин исемле бер ҡатын иренең үлемен иҫенә төшөрөп: «Минең уйлауымса, юғалтыу кисергән кешегә күңелен бушатып әрнеүенән арынырға кәрәк», — ти. Кешегә нисек ҡайғырырға икәнен өйрәтмәгеҙ. Шулай уҡ, уның ҡайғыһын көсәйтмәҫ өсөн үҙ тойғоларымды йәшерергә кәрәк, тип уйламағыҙ. Киреһенсә, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «илағандар менән бергә илағыҙ» (Римдарға 12:15).
Кеше үҙе әҙер булғансы, мәрхүмдең кейемен һәм шәхси әйберҙәрен тиҙерәк ташларға кәңәш итмәгеҙ. Беҙ, мәрхүмде иҫкә төшөргән бөтә әйберҙәрҙе ташларға кәрәк, сөнки улар ҡайғыны яңырталар ғына, тип уйларға мөмкин. Әммә «күҙҙән юғалған — йөрәктән сығып киткән» тигән әйтемде бөтә осраҡта ла ҡулланып булмай. Бәлки, кешегә мәрхүмдең әйберҙәренән арыныр өсөн ваҡыт кәрәктер. Ырыу башлығы Яҡуптың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кесе улың Йософто йыртҡыс талап үлтерҙе тигән хәбәр алғас, ул ҙур ҡайғыға батҡан. Уға Йософтоң ҡанға мансылған өҫ кейемен күрһәткәс, Яҡуп «улы өсөн хәсрәтләнеп, көн-төн йәш түккән. Улдары һәм ҡыҙҙары килеп, Яҡупты йыуатҡандар, әммә ул тыныслана алмаған» (Башланмыш 37:31—35).
«Тағы балаң булыр әле», — тип әйтмәгеҙ. Балаһы үлгән бер әсә былай ти: «Кешеләрҙең, һинең тағы балаларың булыр әле, тигән һүҙҙәре мине бик асыуландыра ине». Был һүҙҙәр, яман ниәт менән әйтелмәһә лә, ата-әсәне «ҡылыстай яралай», сөнки улар, асылда, үлгән баланы башҡаһы менән алмаштырып була тигәнде аңлата (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Бер баланы икенсеһе менән алмаштырыу мөмкин түгел. Ни өсөн? Сөнки һәр бала — ҡабатланмаҫ бер шәхес ул.
Мәрхүм тураһында һөйләшеүҙән ҡасмағыҙ. «Күптәр улым Джимми тураһында һөйләшергә, хатта уның исемен дә иҫкә алырға ҡурҡа ине, — тип иҫенә төшөрә бер әсә. — Ысын ғына әйткәндә, был мине аҙыраҡ рәнйетә торғайны». Шуға күрә, мәрхүмдең исемен ишеткәс, һөйләшеүҙе икенсегә бороуҙың кәрәге юҡ. Ҡайғырған кешенән, бәлки, һин яҡын кешең тураһында һөйләшергә теләйһеңдер, тип һорағыҙ. (Әйүп 1:18, 19 һәм 10:1 менән сағыштырығыҙ.) Ҡайһы бер кешеләргә дуҫтарының, мәрхүмде иҫкә алып, уның яҡшы сифаттары тураһында һөйләүен тыңлау оҡшай. (Ғәмәлдәр 9:36—39 менән сағыштырығыҙ.)
«Үлгәне уның өсөн яҡшыраҡ та булды», — тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Үлемдең ниндәйҙер ыңғай яҡтарын табырға тырышыу хәсрәткә батҡан «хәлһеҙҙәрҙе» әллә ни йыуатмай (1 Фессалоникаларға 5:14). Бер ҡыҙ, әсәһе үлгән ваҡытты иҫенә төшөрөп, былай ти: «Кешеләр: „Ул инде яфаланмай“ йәки „Һәр хәлдә, хәҙер уға тыныс“, — тип әйтә инеләр. Әммә минең был турала ишеткем дә килмәй ине». Ундай һүҙҙәр, шул хәтле ҡайғыраһы юҡ йәки юғалтыу әллә ни ҙур түгел, тигән фекер тыуҙыра ала. Ә кеше иһә, мәрхүмде юҡһынып, бик ныҡ ҡайғырырға мөмкин.
«Һинең хәлеңде яҡшы аңлайым», — тип әйтмәү хәйерлерәк. Һеҙ ысынлап та уның хәлен аңлай алаһығыҙмы? Мәҫәлән, үҙегеҙ бала юғалтыу ҡайғыһы кисермәгәнһегеҙ икән, балаһын юғалтҡан ата-әсәнең хәлен нисек аңлай алырһығыҙ? Хатта шундай юғалтыу кисерһәгеҙ ҙә, башҡаларҙың тойғолары һеҙҙекенән айырылып торорға мөмкин. (Иремияның илауы 1:12 менән сағыштырығыҙ.) Икенсе яҡтан, әгәр урынлы булһа, үҙегеҙгә шундай ҙур ҡайғыны еңеп сығырға нимә ярҙам итеүе тураһында һөйләүегеҙ файҙалы булыр. Ҡыҙы һәләк булған бер ҡатынға шундай уҡ ҡайғы күргән башҡа ҡатындың һөйләгәндәре көс биргән. Ул былай ти: «Мәрхүмәнең әсәһе үҙ һүҙен, мин һинең хәлеңде аңлайым, тип башламаны. Ул бары тик башынан үткәндәрҙе генә һөйләне һәм уларҙан үҙемә һабаҡ алырға мөмкинлек бирҙе».
Юғалтыу кисергән кешегә ярҙам итер өсөн, һеҙгә кеше хәленә инә белеү, һиҙгерлек һәм ҙур яратыу кәрәк. Ҡайғылы кешенең ярҙам һорап килгәнен көтмәгеҙ. «Берәй нәмә кәрәк булһа...» тигәнгә оҡшаш һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Нимә кәрәклеген үҙегеҙ белеп, беренсе аҙым яһағыҙ.
Тағы бер нисә һорау ҡарап сығырға кәрәк: Изге Яҙмала терелеү тураһында нимә әйтелә? Был һеҙгә һәм мәрхүм булған туғандарығыҙға нисек ҡағыла? Был вәғәҙәнең ышаныслы икәнен нисек белергә?