11-СЕ БҮЛЕК
Улар Ғайса тураһында яҙғандар
Рәсемдә ир-аттарҙы күрәһеңме?— Был Маттай, Марк, Лука, Яхъя, Петер, Яҡуп, Йәһүд һәм Паул. Был ир-аттар Ғайса көндәрендә йәшәгәндәр һәм уның тураһында яҙғандар. Әйҙә, улар тураһында күберәк беләйек.
Һин был кешеләр тураһында нимә беләһең?
Уларҙың өсөһө Ғайса менән вәғәзләгән һәм илселәр булған. Һин уларҙы беләһеңме?— Был Маттай, Яхъя һәм Петер. Илселәр Маттай һәм Яхъя Ғайсаны бик яҡшы белгәндәр, һәм уларҙың һәр береһе уның тормошо тураһында китап яҙған. Илсе Яхъя шулай уҡ Асыш тип аталған китапты һәм Яхъяның беренсе, икенсе, өсөнсө хаттарын яҙған. Илсе Петер Изге Яҙмаларҙың ике хатын яҙған. Улар Петерҙың беренсе һәм икенсе хаттары тип атала. Үҙенең икенсе хатында Петер Йәһүәнең күктән һөйләгәне тураһында яҙған. Йәһүә Ғайса тураһында: «Был — минең һөйөклө улым, мин уны хуплайым»,— тип әйткән булған.
Рәсемдәге башҡа ир-аттар яҙған китаптарҙан да беҙ Ғайса тураһында белә алабыҙ. Уларҙың береһе — Марк. Ул, күрәһең, Ғайсаны ҡулға алғанда, барыһын күреп торған. Икенсеһе — Лука. Ул табип булған, һәм, күрәһең, Ғайса үлгәндән һуң ғына мәсихсе булып киткән.
Һин рәсемдә шулай уҡ Ғайсаның ике ҡустыһын күрәһең. Улар ҙа Изге Яҙмаларҙы яҙыуҙа ҡатнашҡандар. Уларҙың исемдәрен беләһеңме?— Яҡуп һәм Йәһүд. Башта улар Ғайсаға ышанмағандар. Улар хатта Ғайса аҡылдан яҙған тип уйлағандар. Әммә һуңыраҡ улар Ғайсаға ышанып, мәсихселәр булып киткәндәр.
Рәсемдә һин күргән һуңғы кеше — Паул. Ул да Изге Яҙмаларҙы яҙыуҙа ҡатнашҡан. Мәсихсе булып киткәнгә тиклем уның исеме Саул булған. Ул мәсихселәрҙе нәфрәт иткән һәм уларға ҡаршы сыҡҡан. Беләһеңме, ни өсөн Паул мәсихсе булып китергә теләгән?— Бер көндө, сәйәхәт иткәндә, Паул ҡапыл күктән бер тауыш ишетеп ҡалған. Был Ғайса булған! Ул Паулдан: «Ни өсөн һин миңә ышанған кешеләргә ҡаршы сығаһың?» — тип һораған. Шунан һуң Паул үҙгәргән һәм мәсихсе булып киткән. Паул Изге Яҙмаларҙың 14 китабын, Римлыларҙан алып Еврейҙарға тиклем, яҙған.
Беҙ Изге Яҙмаларҙы көндә уҡыйбыҙ, шулай бит?— Изге Яҙмаларҙы уҡып, беҙ Ғайса тураһында күп нәмә беләбеҙ. Һин Ғайса тураһында күберәк белергә теләйһеңме?—