Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • hf 2 бүлек 6—8 бб.
  • Тоғро булығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тоғро булығыҙ
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • 1. НИКАХ — ИҢ МӨҺИМ НӘМӘЛӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ
  • 2. ЙӨРӘГЕГЕҘҘЕ ҺАҠЛАҒЫҘ
  • Алла кәңәштәре никахты бәхетле итә
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Туйҙан һуң
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Туғандар менән нисек татыу йәшәргә?
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Ауырлыҡтар тыуғанда
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
Башҡаларын асырға
Ғаилә бәхете нимәнән тора?
hf 2 бүлек 6—8 бб.
Ир ҡулсатырҙы тотоп, ҡатынына машинаға ултырырға ярҙам итә

2-СЕ БҮЛЕК

Тоғро булығыҙ

«Алла берләштергәнде кеше айырмаһын» (Марк 10:9).

Йәһүә беҙгә «тоғролоҡто һөйөргә» ҡуша (Михей 6:8). Никахта был айырыуса мөһим, сөнки тоғро булмаған кешегә ышаныс юҡ. Ә бер-берегеҙгә ышаныс булмаһа, мөхәббәт һүнә.

Бөгөн никахтағы тоғролоҡҡа ҡурҡыныс янай. Никахты һаҡлап ҡалыр өсөн, ике кәңәште тоторға кәрәк.

1. НИКАХ — ИҢ МӨҺИМ НӘМӘЛӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Нимә мөһимерәк, шуны айыра белегеҙ» (Филиппийҙарға 1:10). Тормошоғоҙҙа иң мөһим нәмәләрҙең береһе — никахығыҙ, шуға күрә уға бик етди ҡарарға кәрәк.

Йәһүә һеҙҙең тормош иптәшегеҙ хаҡында уйлап һәм уның менән бергә «шатланып йәшәүегеҙҙе» теләй (Вәғәзсе 9:9). Изге Яҙмаларҙан күренгәнсә, ир менән ҡатынға бер-береһен бәхетле итер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә һәм бер-береһенә һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәрәк (1 Көринттәргә 10:24). Тормош иптәшегеҙгә уның ҡәҙерле һәм кәрәкле булыуын һиҙҙерегеҙ.

Ир ҡатынына сәй алып килә; ире эштән ҡайтыуына ҡатын аш бешерә

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Даими рәүештә бергә ваҡыт үткәрегеҙ, тормош иптәшегеҙҙе иғтибарығыҙҙан мәхрүм итмәгеҙ

  • «Мин» урынына «беҙ» тип уйларға өйрәнегеҙ

Ир менән ҡатын тәбиғәттә

2. ЙӨРӘГЕГЕҘҘЕ ҺАҠЛАҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡарап тороусы һәр кем күңеленән уның менән инде зина ҡылған була» (Маттай 5:28). Әгәр кеше әхлаҡһыҙ уйҙарға бирелә икән, ул тормош иптәшенә тоғро түгел тип әйтеп була.

Йәһүә беҙгә «йөрәгебеҙҙе һаҡларға» ҡуша (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23; Иремия 17:9). Бының өсөн күҙҙәребеҙгә хужа була белергә кәрәк (Маттай 5:29, 30). Әйүп пәйғәмбәрҙән үрнәк алығыҙ. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға енси теләк менән ҡарамаҫ өсөн үҙ күҙҙәре менән килешеү төҙөгән (Әйүп 31:1). Порнографияны бер ҡасан да ҡарамаҫҡа тәүәккәл булығыҙ. Башҡа кешегә романтик хистәр үҫтереүҙән ҡасығыҙ.

Ирҙең эш өҫтәлендә ҡатынының фотоһы тора

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тормош иптәшегеҙгә тоғро булыуығыҙ башҡаларға ап-асыҡ күренеп торһон

  • Тормош иптәшегеҙҙең тойғоларын иҫәпкә алығыҙ. Әгәр ул һеҙҙең берәй кеше менән аралашыуығыҙ арҡаһында борсолһа, шунда уҡ һәр ҡайһы мөнәсәбәттәрҙе өҙөгөҙ

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА?

Намыҫлы булығыҙ һәм көсһөҙ яҡтарығыҙҙы асыҡлағыҙ (Мәҙхиә 15:2). Ярҙам һорарға оялмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:5). Күңелегеҙгә әхлаҡһыҙ уйҙар килһә, улар менән көрәшегеҙ. Бирешмәгеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16). Йәһүә һеҙҙең тормош иптәшегеҙгә тоғро булып ҡалыр өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы фатихалап торасаҡ.

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ

  • Тормош иптәшемә тағы ла күберәк ваҡыт бүлер өсөн нимә эшләй алам?

  • Тормош иптәшем — иң яҡын дуҫым, тип әйтә аламмы?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу