Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • hf 5 бүлек 15—17 бб.
  • Туғандар менән нисек татыу йәшәргә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Туғандар менән нисек татыу йәшәргә?
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • 1. ТУҒАНДАРЫҒЫҘҒА ҠАРАТА ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ
  • 2. ҠАРАРЫҒЫҘҘА НЫҠ ТОРОҒОҘ
  • Тоғро булығыҙ
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Алла кәңәштәре никахты бәхетле итә
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Туйҙан һуң
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Ауырлыҡтар тыуғанда
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
Башҡаларын асырға
Ғаилә бәхете нимәнән тора?
hf 5 бүлек 15—17 бб.
Ҡәйнәгә килененең аш бешереүе әллә ни оҡшамай

5-СЕ БҮЛЕК

Туғандар менән нисек татыу йәшәргә?

«Игелек, тыйнаҡлыҡ, йыуашлыҡ һәм сабырлыҡты кейемде кейгәндәй кейегеҙ» (Көләсәйҙәргә 3:12).

Никах теркәү менән яңы ғаилә тыуа. Һис шикһеҙ, һеҙ ата-әсәйегеҙҙе яратаһығыҙ һәм хөрмәт итәһегеҙ, шулай ҙа хәҙер тормош иптәшегеҙ һеҙҙең өсөн ерҙәге иң мөһим кеше булып тора. Бәлки, ҡайһы бер туғандарығыҙға бындай үҙгәреште ҡабул итеүе ауырҙыр. Яңы ғаилә ҡорған саҡта туғандар менән нисек татыу йәшәргә? Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса эш итеү һеҙгә был өлкәлә аҡыллы ҡараш һаҡларға ярҙам итәсәк.

1. ТУҒАНДАРЫҒЫҘҒА ҠАРАТА ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

Йәштәр ата-әсәләре менән ваҡыт үткәрә

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Ата-әсәйеңде хөрмәт ит» (Эфестарға 6:2). Һеҙгә нисә генә йәш булмаһын, ата-әсәйегеҙҙе һәр саҡ ихтирам итергә кәрәк. Тормош иптәшегеҙ ҙә кемдеңдер улы йәки ҡыҙы икәнлеген онотмағыҙ, ул да ата-әсәһенә иғтибар бүлергә тейеш. «Мөхәббәт көнсөл түгел», шуға күрә тормош иптәшегеҙҙе уның ата-әсәһенән көнләшмәгеҙ (1 Көринттәргә 13:4; Галаттарға 5:26).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Бындай дөйөмләштереүҙәрҙән һаҡланығыҙ: «Ата-әсәйең һәр ваҡыт миңә бәйләнә» йәки «Нимә генә эшләһәң дә, әсәйеңә ярап булмай»

  • Бөтә нәмәгә тормош иптәшегеҙ күҙлегенән сығып ҡарарға тырышығыҙ

2. ҠАРАРЫҒЫҘҘА НЫҠ ТОРОҒОҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Бына шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Башланмыш 2:24). Туйҙан һуң ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең өсөн һаман да яуаплылыҡ тойоп, тормошоғоҙҙа нисек тә булһа ҡатнашырға тырышырға мөмкин.

Һеҙгә шуны билдәләргә кәрәк: туғандарығыҙ ғаиләгеҙҙең ниндәй эштәрендә ҡатнашасаҡ. Шунан һуң уларға бының тураһында ипле генә әйтегеҙ. Асыҡтан-асыҡ һөйләү тупаҫ һөйләүҙе аңлатмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1). Баҫалҡы, йыуаш һәм түҙемле булыу туғандарығыҙ менән дуҫ булып йәшәргә һәм «бер-берегеҙҙе яратып, сабырлыҡ күрһәтергә» ярҙам итәсәк (Эфестарға 4:2).

Ир менән ҡатын аралаша; ир менән ҡатын ата-әсәләренә бүләк бирә

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Туғандар тормошобоҙға ҡыҫыла, тип борсолһағыҙ, тормош иптәшегеҙ менән бының тураһында тыныс ҡына һөйләшегеҙ

  • Нимә эшләргә? Үҙегеҙҙе нисек тоторға? Был һорауҙарҙы ҡарап сығып бер фекергә килегеҙ

УЛАРҘЫ АҢЛАРҒА ТЫРЫШЫҒЫҘ

Ата-әсәләрегеҙҙең хистәрен һәм ҡараштарын аңлау бик мөһим. Улар һеҙгә яҡшылыҡ ҡына теләй һәм ысын күңелдән һеҙҙе ҡайғырта. Уларға һеҙҙе айырым ғаилә итеп ҡабул итеү ауырҙыр. Улар үҙҙәрен кире ҡағылған итеп тойорға мөмкин. Ләкин Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса эш итеү һәм асыҡтан-асыҡ аралашыу һеҙгә бер-берегеҙҙе рәнйетмәйенсә, ата-әсәләрегеҙҙе хөрмәт итергә ярҙам итәсәк.

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ

  • Ни өсөн ата-әсәләрҙең хәлдәребеҙ менән ҡыҙыҡһыныуҙары ғәжәпләндермәҫкә тейеш?

  • Тормош иптәшемдең иң мөһим кешем булғанын да, ата-әсәйемде хөрмәт иткәнемде лә нисек күрһәтә алам?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу