МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Шарттар үҙгәргәндә, рухи яҡтан уяу һәм әүҙем бул
Үҙгәрештәрҙән, айырыуса был һуңғы көндәрҙә, ҡасып булмай (1Кр 7:31). Үҙгәрештәр, уларҙы беҙ көтәбеҙме, юҡмы, яҡшымы улар йә насармы, беҙҙең рухилығыбыҙға һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә тиҫкәре тәьҫир итергә мөмкин. Шарттар үҙгәргәндә, беҙгә рухи яҡтан уяу һәм әүҙем булып ҡалырға нимә ярҙам итер? «Икенсе ергә күскәндә рухи яҡтан уяу булып ҡал» тигән видеояҙманы ҡара һәм киләһе һорауҙарға яуап бир:
Бер ағай-ҡәрҙәш атай кешегә ниндәй кәңәш биргән?
Ғаилә Матфей 7:25-тә яҙылған принципты нисек ҡулланған?
Ғаилә күсенеүгә нисек әҙерләнгән, һәм һөҙөмтәлә нимә булған?
Ғаиләгә яңы йыйылышҡа һәм яңы ерҙә вәғәзләүгә өйрәнеп китергә нимә ярҙам иткән?
Тормошомда күптән түгел ниндәй етди үҙгәрештәр булды?
Был видеояҙмалағы принциптар миңә нисек ярҙам итә ала?