Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp22 № 1 12—13 бб.
  • 4 | Алла ярҙамы менән нәфрәтте еңегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 4 | Алла ярҙамы менән нәфрәтте еңегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан принцип:
  • Был нимәне аңлата?
  • Нисек ҡулланырға?
  • Нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәтте еңеп була!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт нисек тыуа?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт мәңгегә юҡ буласаҡ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
wp22 № 1 12—13 бб.
Кешеләр үҙҙәрен яҡтыртҡан ҙур асыҡ Изге Яҙмаға табан атлап китеп бара. Уларҙың күләгәләре элекке нәфрәттәрен күрһәтә.

НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?

4 | Алла ярҙамы менән нәфрәтте еңегеҙ

Изге Яҙманан принцип:

«Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ» (ГАЛАТТАРҒА 5:22, 23).

Был нимәне аңлата?

Нәфрәт әйләнешенән Алла ярҙамы менән генә ҡотолоп була. Уның изге рухы беҙ үҙебеҙ бер ҡасан да булдыра алмаған сифаттарҙы үҫтерергә ярҙам итә ала. Шуның өсөн нәфрәт менән бер үҙегеҙ көрәшер урынына Алла ярҙамына таяныу яҡшыраҡ. Шул саҡ һеҙ ҙә, илсе Павел һымаҡ: «Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам», — тип әйтә алырһығыҙ (Филиптарға 4:13, ЯДТ). Һеҙ Зәбур 121:2-ләге, «миңә ярҙам Йәһүәнән... килә», тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанырһығыҙ.

Нисек ҡулланырға?

«Йәһүә миңә мәрхәмәтһеҙ кешенән тыныс кешегә әйләнергә ярҙам итте» (ВАЛЬДО)

Йәһүәгә, изге рух биреүен һорап, ныҡышып доға ҡылығыҙ (Лука 11:13). Алланан үҙегеҙ өҫтөндә эшләргә һәм яҡшыға үҙгәрергә ярҙам итеүен һорағыҙ. Изге Яҙмала нәфрәтте юҡ итергә ярҙам иткән яратыу, тыныслыҡ, түҙемлек һәм тотанаҡлыҡ кеүек сифаттар тураһында нимә әйтелгәнен тикшерегеҙ. Белгәндәрегеҙҙе тормошоғоҙҙа ҡулланырға тырышығыҙ. Шундай уҡ сифаттар үҫтерергә тырышҡан кешеләр менән аралашығыҙ. Ундай кешеләр һеҙҙе «мөхәббәт менән изге эштәргә» дәртләндерер (Еврейҙарға 10:24).

Тормошта булған осраҡ. ВАЛЬДО

Нәфрәтте еңгән

Вальдо.

Вальдоның бала сағы ауыр булған: ул мәрхәмәтһеҙлек һәм көс ҡулланыу менән тулы мөхиттә үҫкән. Ул былай тип һөйләй: «Мин һәр ваҡыт... наркодилерҙар менән урам һуғыштарында ҡатнаштым. Бер көндө беҙҙең менән дошманлашҡан бер төркөм, мине үлтерер өсөн, данлыҡлы бер киллерҙы яллаған. Ләкин мине бысаҡ менән яраланылар ғына».

Вальдо ҡатынының Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башлауына бер ҙә шатланмаған. Ул былай ти: «Мин Шаһиттарҙы күрә алманым һәм уларға күп тапҡыр мыҫҡыллы һүҙҙәр әйттем. Ғәжәп, әммә улар үҙҙәрен һәр ваҡыт тыныс тотто».

Күпмелер ваҡыт үткәс, Вальдо ла Изге Яҙма өйрәнә башлаған. Ул былай ти: «Белгәндәремде ҡулланыу еңел булманы. Ҡыҙыу холҡомдо бер ҡасан да йүгәнләй алмам, тип уйлай инем». Ләкин Изге Яҙмалағы бер фекер уны үҙгәрә алыуына ышандырған.

Вальдо былай тип иҫенә төшөрә: «Бер көндө минең менән Изге Яҙма өйрәнгән Алехандро минән Галаттарға 5:22, 23-тө уҡыуымды һораны. [...] Алехандро миңә, үҙ көсөң менән был сифаттарҙы үҫтереп булмай, был тик Алланың изге рухы ярҙамында ғына мөмкин, тип аңлатты. Был фекер минең ҡарашымды тулыһынса үҙгәртте!»

Алла көсөнә таянып, Вальдо нәфрәт әйләнешен туҡтатҡан. Ул: «Туғандарыма һәм элекке дуҫтарыма минең шул тиклем ныҡ үҙгәреүемә ышаныуы ауыр булды», — тип әйтә. «Йәһүә миңә мәрхәмәтһеҙ кешенән тыныс кешегә әйләнергә ярҙам итте», — тип йомғаҡлай ул.

Вальдоның биографияһын, jw.org сайтына инеп, 2013 йылдың 1 октябрендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 12—13-сө биттәрендә уҡып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу