32-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы
Йәһүә бөтә кешеләрҙең тәүбәгә килеүен теләй
«Раббы... бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә» (2 ПЕТ. 3:9).
ТӨП ФЕКЕР
Тәүбә итеү нимә ул? Ни өсөн ул мөһим? Йәһүә һәр төрлө кешеләргә тәүбәгә килергә нисек ярҙам итә?
1. Тәүбә итеү үҙ эсенә нимә ала?
ГОНАҺ ҡылған кешегә тәүбә итеү бик мөһим. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, тәүбә иткән кеше насар эштәр ҡылыуына үкенә, гонаһлы тәртибенән арына һәм уларҙы бүтән ҡабатламаҫҡа ныҡлы ҡарар итә. (Һүҙлектә «Тәүбә итеү» (тат.) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.)
2. Ни өсөн бөтәбеҙгә лә тәүбә итеү тураһында белергә кәрәк? (Ниҡәми 8:9—11)
2 Һәр кешегә тәүбә итеү тураһында белергә кәрәк. Ни өсөн? Сөнки бөтәбеҙ ҙә көн һайын гонаһ ҡылабыҙ. Әҙәм менән Һауаның балалары булараҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә уларҙан гонаһ менән үлемде мираҫ итеп алғанбыҙ (Рим. 3:23; 5:12). Хатта илсе Пауыл кеүек Алланың тоғро хеҙмәтселәре лә гонаһ менән көрәшкән (Рим. 7:21—24). Улай булғас, беҙ гонаһтарыбыҙ арҡаһында ғүмер буйы шатлыҡһыҙ йәшәрбеҙме? Юҡ. Йәһүә мәрхәмәтле, һәм ул беҙгә бәхет теләй. Әйҙәгеҙ, Ниҡәми көндәрендә йәшәгән йәһүдтәрҙең миҫалын ҡарап сығайыҡ. (Ниҡәми 8:9—11-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә уларҙың үткәндә ҡылған гонаһтары арҡаһында бойоғоуҙарын теләмәгән, ә, киреһенсә, уларҙың уға шатланып табыныуҙарын теләгән. Йәһүә тәүбә итеүҙең бәхеткә килтергәнен белә, шуға күрә беҙҙе быға өйрәтә. Гонаһтарыбыҙҙа тәүбә итһәк, мәрхәмәтле Атайыбыҙҙың беҙҙе кисерәсәгенә ышана алабыҙ.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Әйҙәгеҙ, тәүбә итеү тураһында күберәк беләйек. Был мәҡәләлә беҙ өс һорауҙы ҡарап сығырбыҙ. Беренсенән, тәүбә итеү тураһында әйткәндә, Йәһүә исраилдарҙы нимәгә өйрәткән? Икенсенән, Йәһүә гонаһ ҡылған кешеләргә тәүбәгә килергә нисек ярҙам итә? Өсөнсөнән, тәүбә итеүгә килгәндә, Ғайса үҙ шәкерттәрен нимәгә өйрәткән?
ЙӘҺҮӘ ИСРАИЛДАРҘЫ ТӘҮБӘ ИТЕҮ ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘТКӘН?
4. Йәһүә исраилдарҙы тәүбә итеү тураһында нимәгә өйрәткән?
4 Йәһүә, Исраил халҡын ойошторғас, улар менән килешеү төҙөгән. Улар уның ҡанундарын үтәһә, ул уларҙы яҡлар һәм фатихалар ине. Ҡанундар тураһында Йәһүә үҙ халҡын: «Бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡ ят йәки үтәй алмаҫлыҡ түгел», — тип ышандырған (Ҡан. 30:11, 16). Әммә улар уға ҡаршы фетнә күтәрһә, мәҫәлән, ялған илаһтарға табына башлаһа, ул уларҙы фатихаламаҫ ине, һәм улар күп ғазаптар кисерер ине. Әммә шул ваҡытта ла улар Йәһүәнең хуплауына яңынан эйә була алған. Улар, Йәһүәгә кире ҡайтып, уның бойороҡтарын үтәй алған (Ҡан. 30:1—3, 17—20). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар тәүбә итә алған. Шулай эшләгән булһалар, Йәһүә уларға илтифатын күрһәтер ине һәм фатихалар яуҙырыр ине.
5. Йәһүә үҙ халҡына ҡул һелтәмәгәнен нисек күрһәткән? (2 Батшалар 17:13, 14)
5 Йәһүәнең һайланған халҡы уға ҡаршы күп тапҡыр фетнә күтәргән. Ялған илаһтарға табыныуҙан тыш, улар башҡа ерәнгес гонаһтар ҡылған. Һөҙөмтәлә улар бәләгә эләккән. Ләкин Йәһүә үҙенең үҙ һүҙле халҡын ҡалдырмаған. Ул, ҡат-ҡат пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп, уларҙы тәүбә итергә һәм уға кире ҡайтырға саҡырған. (2 Батшалар 17:13, 14-те уҡығыҙ.)
6. Йәһүә пәйғәмбәрҙәре аша нисек үҙ халҡын тәүбә итеүҙең мөһимлегенә өйрәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
6 Йәһүә үҙ пәйғәмбәрҙәре аша халҡын киҫәткән һәм төҙәтергә тырышҡан. Мәҫәлән, Алла Йәрәмиә аша: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон... Асыуым мәңгегә бармаҫ. Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең», — тигән (Йәр. 3:12, 13). Йәил аша Йәһүә: «Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ», — тип әйткән (Йәил 2:12, 13). Ишағыя пәйғәмбәр аша ул былай тип саҡырған: «Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ» (Ишағ. 1:16—19). Йәһүә Йәзәкилгә былай тип яҙырға ҡушҡан: «Әллә Мин яуыз кешенең үлеменән һөйөнөс табаммы?.. Мин уның яман юлынан баш тартыуын һәм йәшәүен теләйем. Мин бер кемдең дә үлеменә ҡыуанмайым... Гонаһтарығыҙҙан ваз кисегеҙ ҙә йәшәгеҙ!» (Йәз. 18:23, 32). Йәһүә кешеләрҙең тәүбә итеүен күреп шатлана, сөнки ул уларҙың мәңге йәшәүҙәрен теләй! Күреүебеҙсә, ул, гонаһ ҡылған кешеләрҙең тәүбә итеүен көтөп, ҡул ҡаушарып ултырмай. Быға дәлил булып торған бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.
Йәһүә үҙ халҡына тәүбәгә килергә ярҙам итер өсөн йыш ҡына пәйғәмбәрҙәрен ебәргән. (6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
7. Йәһүә үҙ халҡын өйрәтер өсөн, Осия ҡатынының миҫалын нисек ҡулланған?
7 Йәһүә үҙ халҡын өйрәтер өсөн Осия пәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғүмәриәнең тормошон миҫал итеп килтергән. Зина ҡылғас, ул, Осиянан китеп, аҙғын тормош алып бара башлаған. Уға нисектер ярҙам итеп булғанмы? Йөрәктәрҙе тикшереүсе Йәһүә Осияға: «Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир — бүтән илаһтарға [табынған]... Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата», — тигән (Ос. 3:1; Ғиб. һүҙ. 16:2). Иғтибар итегеҙ, Осияның ҡатыны һаман да зина ҡылып йөрөгән. Шулай ҙа Йәһүә Осияға ҡатынын ғәфү итергә һәм уны кире алырға ҡушҡанa. Шуның кеүек, Йәһүә лә үҙ һүҙле халҡын ҡалдырмаған. Улар ҡот осҡос гонаһтар ҡылһа ла, ул артабан да уларҙы яратҡан, тәүбә итергә һәм тормоштарын үҙгәртергә ярҙам итер өсөн пәйғәмбәрҙәрен ебәргән. Был миҫалдан күренеүенсә, Йәһүә, йөрәктәр тикшереүсе булараҡ, етди гонаһ ҡылып йөрөгән кешегә тәүбәгә килергә ярҙам итергә тырыша (Ғиб. һүҙ. 17:3). Уның быны нисек эшләгәнен, әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.
ЙӘҺҮӘ ГОНАҺ ҠЫЛҒАН КЕШЕЛӘРГӘ ТӘҮБӘГӘ КИЛЕРГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?
8. Ҡабилды тәүбәгә килтерер өсөн, Йәһүә уға нисек ярҙам итергә тырышҡан? (Башланмыш 4:3—7). (Рәсемде ла ҡарағыҙ.)
8 Ҡабил Әҙәм менән Һауаның беренсе улы булған. Ул гонаһты ата-әсәһенән мираҫ итеп алған. Бынан тыш, Изге Яҙмала: «[Ҡабилдың] эштәре яуыз... булған», — тип әйтелә (1 Яхъя 3:12). Бәлки, тап шуның арҡаһында Йәһүә «Ҡабилды һәм уның бүләген» оҡшатмағандыр. Үҙ тәртибен үҙгәртер урынына, Ҡабил асыуланған. Йәһүә артабан нимә эшләгән? Ул, Ҡабилға мөрәжәғәт итеп, уны тәүбәгә килтерергә тырышҡан. (Башланмыш 4:3—7-не уҡығыҙ.) Иғтибар итегеҙ, Йәһүә Ҡабил менән игелекле итеп һөйләшкән, уның үҙгәрә алыуына ышанған һәм уны гонаһтың әсе емештәре хаҡында киҫәткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡабил тыңламаған. Ул Йәһүәнең ярҙамын кире ҡаҡҡан һәм тәүбә итмәгән. Улай булғас, Йәһүә бүтән бер кемгә лә тәүбәгә килергә ярҙам итмәйем тигән ҡарарға килгәнме? Әлбиттә, юҡ.
Йәһүә Ҡабил менән, яҡшылыҡ эшләһәң мин һине фатихалаясаҡмын тип, игелекле итеп һөйләшкән. Шулай уҡ Алла уны гонаһтың эҙемтәләре хаҡында киҫәткән. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)
9. Йәһүә нисек Дауытты тәүбәгә килтергән?
9 Йәһүә Дауыт батшаны наҙлы итеп яратҡан. Ул уны хатта «күңелемә оҡшаған кеше» тип атаған (Илс. 13:22) Ләкин Дауыт етди гонаһтарҙа — зина ҡылыуҙа һәм кеше үлтереүҙә ғәйепле булған. Муса ҡануны буйынса, Дауыт үлергә тейеш булған (Лев. 20:10; Һан. 35:31). Ләкин Йәһүә, игелек сағылдырып, был хәлде үҙ ҡулына алырға ҡарар иткәнb. Йәһүә Натан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ул әле тәүбә итергә уйламаған саҡта ебәргән. Натан, Дауыттың йөрәгенә тәьҫир итергә теләп, ҡисса һөйләгән. Дауыт Йәһүәнең күңелен әрнеткәнен аңлаған һәм тәүбә иткән (2 Сам. 12:1—14). Дауыт, үҙ хистәрен һәм тойғоларын белдереп, матур мәҙхиә яҙған (Зәб. 50 [Зәб. 51, ЯДТ], башланғыс һүҙ). Был мәҙхиә гонаһ ҡылған күп кешеләрҙе йыуата һәм тәүбә итергә дәртләндерә. Яратҡан хеҙмәтсеһе Дауытты тәүбәгә килергә дәртләндергәне өсөн беҙ Йәһүәгә бик рәхмәтле.
10. Йәһүәнең гонаһлы кешеләргә түҙемле һәм уларҙы төҙәтергә әҙер булыуы һеҙҙә ниндәй хистәр уята?
10 Йәһүә һәр ҡайһы гонаһты нәфрәт итә (Зәб. 5:5, 6 [5:4, 5, ЯДТ]). Шулай ҙа ул беҙҙең камил булмауыбыҙҙы яҡшы белә һәм яратыуҙан сығып беҙгә гонаһ менән көрәшергә ярҙам итә. Ул хатта етди гонаһтарға батҡан кешеләргә лә битараф түгел һәм уларҙы үҙенә яҡынлашырға саҡыра. Быны белеү бик йыуата! Йәһүәнең сабырлығы һәм кисереүе тураһында уйланһаҡ, беҙ тоғролоҡ һаҡларбыҙ, ә гонаһ ҡылһаҡ, шунда уҡ тәүбә итербеҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, тәүбә итеү тураһында әйткәндә, Ғайсаның үҙ шәкерттәрен нимәгә өйрәткәнен беләйек.
ҒАЙСА ҮҘ ШӘКЕРТТӘРЕН ТӘҮБӘ ИТЕҮ ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘТКӘН?
11, 12. Ғайса Атаһының ғәфү итергә әҙер булыуын ниндәй ҡисса аша күрһәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
11 Беҙҙең эраның беренсе быуатында Мәсих ергә килгән. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, Йәһүә Сумдырыусы Яхъяға һәм Ғайса Мәсихкә кешеләрҙе тәүбә итеүҙең мөһимлегенә өйрәтергә ҡушҡан (Матф. 3:1, 2; 4:17).
12 Ерҙә хеҙмәт иткәндә Ғайса кешеләргә Атаһының ғәфү итергә әҙер булыуы тураһында һөйләгән. Ул быны юлдан яҙған ул тураһындағы ғибрәтле хикәйә аша күрһәткән. Был йәш кеше күпмелер ваҡыт гонаһ ҡылып йәшәгән. Ләкин ул «аңына килеп» өйөнә ҡайтҡан. Атаһы нимә хис иткән? Ғайса әйтеүенсә, «атаһы уны алыҫтан күреп ҡалған һәм бик йәлләгән. Ул улының ҡаршыһына йүгереп барып, уны ҡосаҡлап үбеп алған». Улы атаһының өйөндә ҡол булып йәшәргә риза булған. Ләкин атаһы уны был минең улым тип атаған һәм ғаиләһенә кире ҡабул иткән. Атаһы уның тураһында: «Улым... юғалғайны — табылды», — тигән (Лука 15:11—32). Ергә килер алдынан Ғайса күктә йәшәгәндә Атаһының тәүбә иткән күп кешеләргә мәрхәмәтле булыуын күргән. Ғайса һөйләгән был хикәйә беҙҙе бик йыуата һәм Йәһүәнең ни тиклем мәрхәмәтле булыуын күрһәтә!
Ғибрәтле хикәйәләге атай кеше «юғалған, ләкин табылған» улын ҡосаҡлап алырға теләп, ҡаршыһына йүгерә. (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
13, 14. Илсе Петер тәүбә итеү тураһында нимәгә өйрәнгән һәм башҡаларҙы нимәгә өйрәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
13 Тәүбә итеү тураһында әйткәндә илсе Петер Ғайсанан күпкә өйрәнгән. Ул йыш хаталар яһаған, һәм Ғайса уны ихластан ғәфү иткән. Мәҫәлән, бер ваҡыт Петер Хужаһынан өс тапҡыр ваз кискән, ә шунан ғәйеп хисенән ныҡ интеккән (Матф. 26:34, 35, 69—75). Ләкин Ғайса терелгәс, Петер менән ул яңғыҙы булғанда осрашҡан (Лука 24:33, 34; 1 Кәр. 15:3—5). Тап шул саҡта Петер йыуатыуға мохтаж булған. Ғайса яратыуҙан сығып тәүбә иткән илсеһен кисергән һәм тынысландырған. («Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) Марк 16:7-не, «һәм Петергә» тигән комментарийҙы ҡарағыҙ.)
14 Хәҙер инде Петер үҙе башҡаларҙы тәүбә итергә һәм кисерергә өйрәтә алған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Илленсе көн байрамында Петер йәһүдтәр алдында телмәр һөйләгән һәм уларҙы Ғайсаны үлтереүҙә фаш иткән. Шулай ҙа ул, яратыуҙан сығып: «Тәүбә итегеҙ һәм үҙгәрегеҙ. Шул саҡта гонаһтарығыҙ кисерелер, Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирер», — тип саҡырған (Илс. 3:14, 15, 17, 19, төшөрмә). Шулай итеп Петер тәүбә итеүҙең кешене үҙгәрергә, йәғни дөрөҫ булмаған уйҙарҙан һәм эштәрҙән арынырға һәм Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә дәртләндергәнен күрһәткән. Петер Йәһүәнең гонаһтарҙы таҙарта аласағы, хатта уларҙы юҡ итәсәге хаҡында әйткән. Ә тиҫтәләгән йылдар үткәс, Петер мәсихселәргә: «Ул [Алла] һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә», — тип яҙған (2 Пет. 3:9). Етди гонаһ ҡылған мәсихселәр өсөн ниндәй иҫ киткес өмөт!
Ғайса тәүбә иткән илсеһен кисергән һәм уны яратыуына ышандырған (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
15, 16. а) Илсе Пауыл кисереүҙең мөһимлегенә нисек өйрәнгән? (1 Тимәтигә 1:12—15). б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
15 Тарс кешеһе Шауыл күп яуызлыҡ ҡылған, шуға тәүбә итеүгә һәм кисереүгә бик мохтаж булған. Ул Мәсихтең шәкерттәрен бик ҡаты эҙәрләгән. Мәсихселәрҙең күпселеге, моғайын, ул бер ҡасан да тәүбә итмәйәсәк һәм үҙгәрмәйәсәк, тип уйлағандыр. Ләкин терелгән Ғайса уның тураһында башҡаса фекер йөрөткән. Ул һәм уның Атаһы Шауылдың яҡшы сифаттарын күргән. Ғайса уның тураһында: «Был кеше... һайланған ҡоралым», — тигән (Илс. 9:15). Ғайса, Шауылды тәүбә итеүгә килтерер өсөн, хатта мөғжизә ҡылған (Илс. 7:58—8:3; 9:1—9, 17—20). Мәсихсе булып киткәс, Шауыл (һуңыраҡ ул Пауыл исеме менән билдәле булған) Йәһүәнең һәм Ғайсаның игелеге һәм мәрхәмәте өсөн рәхмәтле булған. Был хаҡта ул йыш һөйләгән. (1 Тимәтигә 1:12—15-те уҡығыҙ.) Ул рәхмәт хистәренән сығып: «Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә [йүнәлтә]», — тип өйрәткән (Рим. 2:4).
16 Пауыл Кәринттәге йыйылышта бер мәсихсенең енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылып йөрөүе тураһында ишеткәс, нимә эшләгән? Уның был йыйылышҡа биргән күрһәтмәләренән Йәһүә тураһында күпте белеп була. Алла яратыу менән төҙәтә һәм, кеше тәүбә итһә, шәфҡәт күрһәтә. Беҙ ҙә Йәһүәнән өлгө алып шәфҡәтле булырға теләйбеҙ. Был хаҡта беҙ киләһе мәҡәләнән күберәк белербеҙ.
33-СӨ ЙЫР Йөгөңдө Йәһүәгә һал
a Был айырым бер осраҡ булған. Бөгөн Йәһүә ғәйепһеҙ мәсихсенән зина ҡылған тормош иптәше менән никахта ҡалыуын талап итмәй. Йәһүәнең фекер йөрөтөүен сағылдырып, Ғайса ғәйепһеҙ мәсихселәргә, улар теләһә, зина ҡылған тормош иптәше менән айырылыша ала, тип аңлатҡан (Матф. 5:32; 19:9).
b «Күҙәтеү манараһы» 2012 йылдың 15 ноябрь сығарылышында 21—23 биттәрҙә «Йәһүәнең кисерергә әҙер булыуы һиңә ниндәй файҙа килтерә?» тигән мәҡәләнең (тат.) 3—10-сы абзацтарын ҡарағыҙ.