Һуғыш хаҡы
«Икенсе бөтә донъя һуғышынан алып бөгөнгө көнгә хәтлем шул тиклем күп ҡораллы конфликттар булмаған әле. Ике миллиард кеше, йәғни донъялағы халыҡтың дүрттән бер өлөшө ҡораллы бәрелештәр йә һуғыштар барған ерҙә йәшәй»
(БМО-ның Генерал сәркәтибенең беренсе урынбаҫары Әминә Мөхәммәд, 2023 йылдың 26 ғинуары).
Тыныслыҡ хөкөм һөргән ерҙәрҙә лә ҡапыл һуғыш ҡубып китеүе бар. Хатта һуғыштан алыҫта йәшәгәндәр ҙә унан зыян күрергә мөмкин, сөнки илдәр бөгөн, үткән замандар менән сағыштырғанда, бер-береһенә айырыуса тығыҙ бәйле. Һуғыш бөтһә лә, уның эҙемтәләре бик күп йылдар үткәс тә һиҙелә.
Аҙыҡ-түлектең етешмәүе. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының (БМО) Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы буйынса, «конфликттар һаман да аслыҡтың төп сәбәбе булып тора, сөнки донъяла аслыҡтан интеккән кешеләрҙең 70 проценты һуғыштарҙан һәм көс ҡулланыуҙан зыян күргән ерҙәрҙә йәшәй».
Физик һәм психик сәләмәтлеккә тәьҫир итеү. Һуғыш ҡурҡынысы арҡаһында кешеләр көслө стресс кисерә һәм күңел тынысһыҙлығынан интегә. Һуғыш барған ерҙә йәшәгән кешеләрҙең йәрәхәт алыу һәм психик һаулыҡтарының ҡаҡшау ихтималлығы арта. Бынан тыш, улар йыш ҡына кәрәкле медицина ярҙамын ала алмай.
Һуғыш арҡаһында башҡа ергә күсеп китеү. Ҡасаҡтар мәсьәләһе буйынса БМО-ның юғары комиссары хисабына ярашлы, 2023 йылдың сентябрь аҙағына бөтә донъя буйлап 114 миллиондан ашыу кеше үҙ йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр булған. Был кризистың төп сәбәбе — хәрби конфликттар.
Иҡтисади ауырлыҡтар. Һуғыш арҡаһында кешеләр йыш ҡына иҡтисади ауырлыҡтар менән осраша. Уларҙың береһе — инфляция. Хәрби сығымдарҙың үҫеүе сәбәпле хөкүмәттәр һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф кеүек әһәмиәтле өлкәләргә етерлек аҡса бүлә алмай. Хатта һуғыш бөткәс тә, емерелгән биналарҙы ҡабат торғоҙор өсөн ғәйәт күп сығымдар талап ителә.
Тирә-яҡ мөхит проблемалары. Һуғыш барғанда, тәбиғәт ресурстарына махсус рәүештә зыян килтерелә. Бысратылған һыу, тупраҡ һәм һауа хроник ауырыуҙарға килтерә ала. Өҫтәүенә, һуғыш бөткәндән һуң күп кенә ваҡыт үтһә лә, кешеләр, тороп ҡалған миналарға эләгеп, йәрәхәтләнергә йә үлергә мөмкин.
Һуғыштар өсөн кешелеккә ҙур хаҡ түләргә тура килә.