21-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
21-СЕ ЙЫР Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйып йәшәйек
«Даими йәшәй торған ҡаланы» көтөгөҙ
«Беҙ киләсәктәге ҡаланы көтәбеҙ» (ЕВР. 13:14).
ТӨП ФЕКЕР
Пауылдың Еврейҙарға яҙған хатының 13-сө бүлегендәге фекерҙәр беҙгә бөгөн һәм киләсәктә нисек ярҙам итә ала?
1. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, Йәрүсәлимде ниндәй хәл көткән?
ҒАЙСА үлеме алдынан бер нисә көн алдараҡ бик мөһим пәйғәмбәрлек әйткән. Ул шәкерттәренә «Йәрүсәлимдең ғәскәрҙәр менән ҡамап» алыныуы һәм уларға кисектермәйенсә Йәһүҙиәнән ҡасырға кәрәклеге тураһында әйткән (Лука 21:20—22).
2. Йәһүҙиәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән мәсихселәрҙе Пауыл киләсәктәге ваҡиғаларға нисек әҙерләгән?
2 Рим ғәскәрҙәре Йәрүсәлимде ҡамап алғанға тиклем бер нисә йыл алдараҡ Пауыл Йәһүҙиәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән мәсихселәргә хат яҙған. Был хат бөгөн Еврейҙарға хат тип атала. Унда Пауыл ҡәрҙәштәрҙе киләсәк ваҡиғаларға әҙерләгән бик мөһим күрһәтмәләр биргән. Уларҙы ниндәй ваҡиғалар көткән? Йәрүсәлимде емерелеү көткән. Ҡала менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, мәсихселәргә унан китергә кәрәк булған. Был улар өсөн өйҙәрен ҡалдырып китеүҙе һәм бөтә мал-мөлкәтен юғалтыуҙы аңлатҡан. Пауыл Йәрүсәлим тураһында: «Беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ», — тип яҙған. Ә шунан һуң: «Беҙ киләсәктәге ҡаланы көтәбеҙ», — тип өҫтәгән (Евр. 13:14).
3. «Ныҡ нигеҙле ҡала» нимә ул һәм ни өсөн беҙ уны көтәбеҙ?
3 Йәрүсәлимде һәм Йәһүҙиәне ҡалдырып киткән мәсихселәрҙән мыҫҡыллап көлгәндәрҙер, ләкин уларҙың ҡарарҙары тормоштарын һаҡлап ҡалған. Беҙ ҙә бөгөн оҡшаш шарттарҙа йәшәйбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙең турала, улар әҙерәк етешмәгән, тип уйлай, сөнки беҙ аҡсаға таянып йәшәмәйбеҙ һәм, донъялағы проблемаларҙы кешелек хәл итә ала, тип уйламайбыҙ. Улай булғас, беҙ өмөтөбөҙҙө нимәгә бағлайбыҙ? Беҙ был яуыз донъяның тиҙҙән юҡ ителәсәген беләбеҙ. Шуға «ныҡ нигеҙле ҡаланы», йәғни «киләсәктәге ҡаланы» — Алла Батшалығынa түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ (Евр. 11:10; Матф. 6:33). Был мәҡәләлә беҙ өс өлкәгә иғтибар итербеҙ: 1) Пауылдың хаты беренсе быуаттағы мәсихселәргә «киләсәктәге ҡаланы» көтөргә нисек ярҙам иткән; 2) Пауыл уларҙы киләсәктәге ваҡиғаларға нисек әҙерләгән һәм 3) уның кәңәштәре беҙгә ҡайһы яҡтан файҙалы?
ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ, УЛ ҺЕҘҘЕ БЕР ҠАСАН ДА ҠАЛДЫРМАҪ
4. Ни өсөн Йәрүсәлим мәсихселәр өсөн мөһим ҡала булған?
4 Йәрүсәлим мәсихселәр өсөн бик мөһим ҡала булған. Б. э. 33 йылында унда йыйылыш ойошторолған. Шулай уҡ был ҡалала етәксе кәңәшмәнең осрашыуҙары үткән. Бынан тыш, күп кенә мәсихселәрҙең был ҡалала өйҙәре һәм башҡа мөлкәте булған. Ләкин Ғайса үҙ шәкерттәрен Йәрүсәлимдән генә түгел, хатта Йәһүҙиәнән дә ҡасырға кәрәк булыр, тип киҫәткән (Матф. 24:16).
5. Пауыл мәсихселәрҙе Йәрүсәлимдең емерелеүенә нисек әҙерләгән?
5 Пауыл мәсихселәрҙең Йәрүсәлимде ҡалдырып китергә әҙер тороуын теләгән. Шуға күрә ул Йәһүәнең был ҡалаға ҡарашын аңлатырға тырышҡан. Илсе бына нимәне уларҙың иҫтәренә төшөргән: Алла ҡарашынан Йәрүсәлимдәге ғибәҙәтхана, руханилыҡ һәм ҡорбан килтереүҙәр бүтән изге булмаған (Евр. 8:13). Был ҡалалағы күпселек кеше Мәсихте кире ҡаҡҡан. Йәрүсәлимдәге ғибәҙәтхана инде саф табыныуҙың үҙәге булмаған һәм уны емерелеү көткән (Лука 13:34, 35).
6. Ни өсөн Пауылдың Еврейҙарға 13:5, 6-ла яҙылған иҫкә төшөрөүҙәре үҙ ваҡытлы булған?
6 Пауыл еврейҙарға хат яҙған ваҡытта Йәрүсәлим гөрләп сәскә атҡан ҡала булған. Ул ваҡытта йәшәгән бер Рим тарихсыһы Йәрүсәлим тураһында «Йәһүҙиәлә генә түгел, ә бөтә Көнсығышта ҡалаларҙың иң данлыһы» тип яҙған. Төрлө илдәрҙә йәшәгән йәһүдтәр унда йыл һайын үткән байрамдарға килгән. Был, әлбиттә, ҡаланың иҡтисади үҫешенә булышлыҡ иткән. Күрәһең, был мәсихселәргә аҡса эшләргә мөмкинлек биргән. Бәлки, шуға ла Пауыл уларға: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ», — тип әйткән. Ә шунан һуң ул Яҙмаларҙан Йәһүәнең һәр хеҙмәтсеһенә ҡағылған «мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» тигән вәғәҙәһен ҡабатлаған. (Еврейҙарға 13:5, 6-ны уҡығыҙ; Ҡан. 31:6; Зәб. 117:6). Йәрүсәлимдә һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр өсөн был иҫкә төшөрөүҙәр үҙ ваҡытлы булған. Ни өсөн? Сөнки уларға оҙаҡламай өйҙәрен, эштәрен һәм бөтә мөлкәтен тиерлек ҡалдырырға тура килгән. Уларға сит ерҙә яңы тормош башларға кәрәк булған.
7. Ни өсөн беҙгә инде бөгөн үк Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нығытырға кәрәк?
7 Беҙҙең өсөн һабаҡ. Беҙҙе киләсәктә «бөйөк афәт» һәм был донъяның ахыры көтә (Матф. 24:21). Шуға күрә уяу булыу һәм киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларға әҙер тороу бик мөһим (Лука 21:34—36). Бөйөк афәт ваҡытында беҙгә, моғайын, бөтә әйберҙәребеҙҙе ҡалдырып китергә тура килер. Шул саҡта Йәһүәнең, һине бер ҡасан да ташламам, тигән вәғәҙәһенә бигерәк тә ышанырға кәрәк булыр. Ләкин Йәһүәгә бөгөн үк таянырға өйрәнергә кәрәк. Үҙегеҙҙән: «Минең ҡарарҙарым һәм киләсәккә пландарым нимәне күрһәтә? Уларҙан минең аҡсаға түгел, ә Йәһүәгә таянғаным күренәме?» — тип һорағыҙ (1 Тим. 6:17). Эйе, беренсе быуаттағы мәсихселәр беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Беҙ ауыр ваҡыттарҙа уларҙан Аллаға тоғро булырға өйрәнә алабыҙ. Ләкин бөйөк афәттә буласаҡ бәләләр бер ҡасан да булмаған, шуға ундай шарттарҙа нисек эш итергә икәнен беҙ ҡайҙан белербеҙ?
АРАҒЫҘҘА ЯУАПЛЫЛЫҠТЫ ҮҘ ӨҪТӘРЕНӘ АЛҒАН ҠӘРҘӘШТӘРГӘ БУЙҺОНОҒОҘ
8. Ғайса үҙ шәкерттәренә ниндәй күрһәтмә биргән?
8 Пауылдың хатын алғандан һуң бер нисә йыл үткәс, мәсихселәр Рим ғәскәрҙәренең Йәрүсәлимде ҡамап алғанын күргән. Ҡәрҙәштәр тиҙҙән ҡаланың емереләсәген һәм уларға ҡасырға кәрәклеген аңлаған (Матф. 24:3; Лука 21:20, 24). Әммә уларға ҡайһы яҡҡа ҡасырға һуң? Ғайса: «Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын», — тип кенә әйткән (Лука 21:21). Йәрүсәлим тирәләй тауҙар күп булған. Улар ҡайһыһында яҡлау таба алған?
9. Ни өсөн мәсихселәрҙең ниндәй тауҙарға ҡасырға тигән һорауы тыуа алған? (Шулай уҡ картаны ла ҡарағыҙ.)
9 Мәсихселәр Самария, Ғәлиләйә тауҙарына, Ермон һәм Ливан тауҙарына, шулай уҡ Иордандың аръяғындағы тауҙарға ҡаса алған. (Картаны ҡарағыҙ.) Был тауҙарҙа урынлашҡан ҡайһы бер ҡалалар ҡурҡынысһыҙ булып һаналған. Мәҫәлән, Га́мла ҡалаһы бейек тауҙың текә битләүендә урынлашҡан һәм уға барып етеү бик ауыр булған, шуға күрә был кемгәлер ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн яҡшы урын булып күренгәндер. Ләкин һуңыраҡ Гамла ҡалаһында йәһүдтәр менән римдар араһында ҡаты бәрелеш башланған, һәм унда йәшәгәндәрҙең күбеһе һәләк булғанb.
Мәсихселәр төрлө тауҙарға ҡаса алһа ла, ул тауҙарҙың барыһы ла хәүефһеҙ булмаған. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)
10, 11. а) Күрәһең, нисек Йәһүә мәсихселәргә кәрәкле күрһәтмәләр биргән? (Еврейҙарға 13:7, 17). б) Мәсихселәрҙең яуаплы ҡәрҙәштәргә буйһоноусан булыуы ниндәй файҙа килтергән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
10 Күрәһең, Йәһүә мәсихселәргә кәрәкле күрһәтмәләрҙе яуаплы ҡәрҙәштәр аша биргән. Евсе́вий Памфи́л исемле тарихсы һуңыраҡ был ваҡыт тураһында былай тип яҙған: «Алла Йәрүсәлимдәге ҡайһы бер абруйлы ирҙәргә, мәсихселәр Йәрүсәлимде ҡалдырып, Переяла урынлашҡан Пеллаға китергә тейеш, тигән асылыш биргән». Пелла ҡалаһы бик яҡшы һайлау булған. Ул Йәрүсәлимгә яҡын ғына урынлашҡан һәм унда еңел генә барып етеп булған. Пеллала йәшәүселәрҙең күбеһе йәһүдтәр булмаған, шуға улар римдарға ҡаршы баш күтәрмәгән. (Картаны ҡарағыҙ.)
11 Пауылдың «етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ» тигән кәңәшенә етди ҡараған мәсихселәр тауҙарға ҡасҡан. (Еврейҙарға 13:7, 17-не уҡығыҙ.) Һөҙөмтәлә улар иҫән ҡалған. Күреүебеҙсә, «ныҡ нигеҙле ҡаланы» көткән хеҙмәтселәрен Йәһүә бер ҡасан да ҡалдырмай (Евр. 11:10).
Пеллаға ҡасып, мәсихселәр үҙҙәрен һаҡлап ҡалған. (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
12, 13. Йәһүәнең ауыр ваҡыттарҙа үҙ халҡын етәкләгәненә миҫалдар килтерегеҙ.
12 Беҙҙең өсөн һабаҡ. Йәһүә яуаплы ир ҡәрҙәштәр аша үҙ халҡына аныҡ күрһәтмәләр бирә. Изге Яҙмала Йәһүәнең ауыр ваҡыттарҙа үҙ халҡын тоғро ирҙәр ярҙамында етәкләгәненә күп миҫалдар бар (Ҡан. 31:23; Зәб. 76:21). Йәһүәнең бөгөн дә шулай уҡ эш итеүенә дәлилдәр бик күп.
13 Мәҫәлән, COVID-19 пандемияһы башланғас, арабыҙҙа үҙ өҫтөнә яуаплылыҡты алған ҡәрҙәштәр беҙгә кәрәкле күрһәтмәләр бирҙе. Аҡһаҡалдар яңы шарттарҙа йыйылыш осрашыуҙарын үткәреүгә һәм вәғәзләүгә ҡағылышлы күрһәтмәләр алды. Пандемия башланғандан һуң бер нисә ай үткәс тә, беҙ бер юлы 500 телдә региональ конгресс үткәрҙек. Ҡәрҙәштәр уны интернет һәм телевизор аша ҡараны, ә ҡайһы берәүҙәр радио аша тыңланы. Быға тиклем ундай конгресс бер ҡасан да булғаны юҡ ине! Беҙ рухи ризыҡтан өҙөлмәнек, шуға күрә лә беҙ берҙәм булып ҡалдыҡ. Киләсәктә лә ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, Йәһүә яуаплы ир ҡәрҙәштәргә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәсәк. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Был яуыз донъяның һуңғы көндәрен йырып сығыр өсөн, беҙгә Йәһүәгә ышанырға һәм уға тыңлаусан булырға кәрәк. Беҙгә тағы ниндәй сифаттар кәрәк булыр?
БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ТУҒАНДАРСА ЯРАТЫҒЫҘ ҺӘМ ҠУНАҠСЫЛ БУЛЫҒЫҘ
14. Еврейҙарға 13:1—3-тә әйтелгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәргә ниндәй сифаттар кәрәк булған?
14 Бөйөк афәт башланғас, беҙгә мөхәббәт бигерәк тә кәрәк булыр. Беҙ Йәрүсәлимдә һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәрҙән өлгө ала алабыҙ. Улар һәр ваҡытта ла бер-береһен яратып, терәк булып торған (Евр. 10:32—34). Ләкин Йәрүсәлимдең емерелеүенә тиклем бер нисә йыл алдараҡ уларға бер-береһенә тағы ла күберәк яратыу һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә кәрәк булған. (Еврейҙарға 13:1—3-тө уҡығыҙ.)c Был беҙгә лә ҡағыла, сөнки был донъяның ахыры бик яҡын.
15. Йәрүсәлимдән ҡасҡас, мәсихселәргә ни өсөн бер-береһен туғандарса яратырға һәм бер-береһенә ҡунаҡсыл булырға кәрәк булған?
15 Римдар көтөлмәгәндә Йәрүсәлимдан сигенгәс, мәсихселәрҙең ҡасырға мөмкинлеге асылған. Уларға тиҙ эш итергә кәрәк булған. Тимәк, улар үҙҙәре менән күп әйбер ала алмаған (Матф. 24:17, 18). Шуға күрә юлда барғанда ла, Пеллаға килеп еткәс тә, улар бер-береһенә ярҙам итергә тейеш булған. «Кисектергеһеҙ ярҙамға мохтаж» мәсихселәр, күрәһең, бик күп булған (Тит. 3:14). Ҡәрҙәштәргә ризыҡ, кейем һәм йәшәү урыны кәрәк булған. Бер-береһе хаҡында ҡайғыртып, мәсихселәр имандаштарын ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәткән.
16. Ярҙамға мохтаж булған ҡәрҙәштәргә нисек яратыу күрһәтеп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
16 Беҙҙең өсөн һабаҡ. Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ, шуға улар ярҙамға мохтаж булғанда, ситтә ҡалмайбыҙ. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта Йәһүә шаһиттарының күптәренә һуғыштар йә тәбиғәт афәттәре арҡаһында өйҙәрен ҡалдырырға тура килгән. Беҙ кисектермәйенсә уларға ярҙамға киләбеҙ һәм рухи, матди ихтыяждары хаҡында ҡайғыртабыҙ. Һуғыш арҡаһында Украинала үҙ өйөн ҡалдырған бер ҡыҙ ҡәрҙәш былай тигән: «Беҙ Йәһүәнең беҙгә йүнәлеш биргәнен һәм ҡәрҙәштәр аша ярҙам иткәнен күрҙек. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, бөтә ерҙә имандаштарыбыҙ беҙҙе йылы итеп ҡаршы алды һәм беҙҙең хаҡта ҡайғыртты: Украинала , Венгрияла, ә хәҙер Германияла!» Имандаштары хаҡында ҡайғыртҡан һәм уларға ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән ҡәрҙәштәр Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итә (Ғиб. һүҙ. 19:17; 2 Кәр. 1:3, 4).
Өйҙәрен ҡалдырып киткән ҡәрҙәштәр беҙҙең ярҙамға мохтаж. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)
17. Ни өсөн инде бөгөн үк беҙгә бер-беребеҙҙе туғандарса яратырға һәм ҡунаҡсыл булырға өйрәнергә кәрәк?
17 Бөйөк афәт ваҡытында беҙ бер-беребеҙҙең ярҙамына тағы ла нығыраҡ мохтаж булырбыҙ (Аб. 3:16—18). Шуға күрә Йәһүә бер-беребеҙҙе туғандарса яратырға һәм ҡунаҡсыл булырға өйрәтә. Шул ауыр ваҡыттарҙа был сифаттар бик кәрәк булыр.
КИЛӘСӘКТӘ БЕҘҘЕ НИМӘ КӨТӘ?
18. Беренсе быуатта Йәрүсәлимдә һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәрҙән ниндәй өлгө алып була?
18 Йәрүсәлимдән тауҙарға ҡасҡан мәсихселәр иҫән ҡалған. Улар ҡаланы ҡалдырһа ла, Йәһүә уларҙы ҡалдырмаған. Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың бөтә нескәлектәрен белмәйбеҙ, ләкин Ғайсаның «әҙер булығыҙ» тигән һүҙҙәрен иҫтә тотабыҙ (Лука 12:40). Шулай уҡ беҙ Пауылдың еврейҙарға яҙған хаты тураһында уйлана алабыҙ. Уның кәңәштәре беҙҙең өсөн дә файҙалы. Бынан тыш, Йәһүә беҙҙе бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаясағына һәм ташламаясағына ышандыра (Евр. 13:5, 6). Әйҙәгеҙ, артабан да «даими йәшәй торған ҡаланы» — Алла Батшалығын көтәйек. Шул саҡта беҙ мәңгелек фатихаларға эйә була алырбыҙ (Матф. 25:34).
157-СЕ ЙЫР Бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ!
a Боронғо ваҡытта күп кенә ҡалаларҙың үҙ батшаһы булған. Ундай ҡаланы батшалыҡ тип атап булған (Баш. 14:2).
b Был һуғыш б. э. 67 йылында мәсихселәр Йәһүҙиәнән һәм Йәрүсәлимдән ҡасҡандан һуң күп тә үтмәҫтән булған.
c Мәсихселәргә: «Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ», — тип яҙып, Пауыл уларҙы бер-береһен яҡын туғандарын яратҡан кеүек яратырға өндәгән.