Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Шаршамбы, 22 октябрь

Ғәмәле булмаһа, ул [иман] үҙенән-үҙе үле (Яҡ. 2:17).

Яҡуб әйткәнсә, берәй мәсихсе иманым бар тиһә лә, уның эштәре быны иҫбатламай (Яҡ. 2:1—5, 9). Яҡуб шулай уҡ имандаштарының кейемгә һәм көндәлек ризыҡҡа мохтаж булыуын күреп ярҙам итмәгән кеше тураһында һөйләй. Ундай кеше иманым бар тиһә лә, уның эштәре иманы булмағанын күрһәтә. Шуға күрә был иман файҙаһыҙ (Яҡ. 2:14—16). Имандың эштәр менән раҫланырға тейешлеген күрһәтер өсөн, Яҡуб Рахавтың миҫалын килтерә (Яҡ. 2:25, 26). Рахав Йәһүә тураһында ишеткән һәм уның израилдәрҙе яҡлағанын таныған (Еш. 2:9—11). Ул иманын эштәр менән күрһәткән. Израилдәрҙең ике шымсыһының ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, ул уларҙы йәшереп алып ҡалған. Һөҙөмтәлә Израиль халҡынан булмаған был ҡатын, Ибраһим кеүек, тәҡүә тип иғлан ителгән. Рахавтың үрнәге беҙҙе бына нимәгә өйрәтә: иман эштәр менән теркәлергә тейеш. w23.12 5 б., 12, 13 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Кесаҙна, 23 октябрь

Һеҙ... тамыр йәйгән һәм нығынған [булығыҙ] (Эфес. 3:17).

Мәсихселәр булараҡ, беҙ Изге Яҙманың өҫтөн-мөҫтөн белемдәре менән генә ҡәнәғәтләнмәйбеҙ. Беҙ «Алла тәрәнлектәрен дә» аңларға теләйбеҙ һәм изге рух ярҙамында быны эшләй алабыҙ (1 Кәр. 2:9, 10). Үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡ булған теманы йә һорауҙы һайлап, уны тәрәнерәк ҡарап сыға алаһығыҙ. Шундай өйрәнеү һеҙгә Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер. Мәҫәлән, Алланың боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәренә яратыуын нисек сағылдырғанын тикшерегеҙ һәм был уның һеҙҙе лә яратҡанын нисек иҫбатлағанын күрегеҙ. Йә боронғо израилдәрҙең ғибәҙәт ҡылыуын бөгөнгө көндәрҙә мәсихселәрҙең табыныуы менән сағыштырығыҙ һәм оҡшаш яҡтарын табығыҙ. Шулай уҡ Ғайсаның тормошонда һәм хеҙмәтендә үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә була. Ундай тикшереүҙе үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Һеҙ «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) йә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» (урыҫ) ҡуллана алаһығыҙ. Изге Яҙманы төрлө яҡтан тикшереү «Алла тураһында белем» табырға ярҙам итер һәм иманығыҙҙы нығытыр (Ғиб. һүҙ. 2:4, 5). w23.10 18—19 бб., 3—5 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йома, 24 октябрь

Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә (1 Пет. 4:8).

«Ысын йөрәктән» тип тәржемә ителгән һүҙ «тартыуҙы, киңәйтеүҙе» аңлата. Аяттың икенсе өлөшөндә әйтелгәнсә, ундай мөхәббәт ниндәй көскә эйә? Ул ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ҡаплай. Күҙ алдына килтерегеҙ: беҙ мөхәббәтте ике ҡул менән «тотабыҙ» ҙа һуҙылмалы туҡыманы тартҡандай ныҡ итеп тартабыҙ. Беҙ уны бер йә ике түгел, ә «күп гонаһтарҙы» ҡаплар өсөн төрлө яҡтан тартҡыслайбыҙ. Туҡыма берәй тапты ҡаплай алған кеүек, мөхәббәт тә башҡаларҙың хаталарын һәм етешһеҙлектәрен ҡаплай ала. Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәрен ғәфү итергә еңел булмаһа ла, көслө мөхәббәт шулай эш итергә дәртләндерә (Эфес. 4:32). Әгәр беҙ башҡаларҙы ғәфү итә беләбеҙ икән, тимәк, мөхәббәтебеҙ һүрелмәгән, һәм беҙ Йәһүәне шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. w23.11 10—11 бб., 13—15 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу