Йәкшәмбе, 27 июль
Нәсихәт бирә һәм... фаш итә алһын (Тит. 1:9).
Етлеккән мәсихсе булып китер өсөн, һиңә файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә кәрәк. Был һиңә йыйылыштағы вазифаларҙы үтәргә, үҙеңде һәм ғаиләңде тәьмин итерлек эш табырға һәм башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға ярҙам итер. Мәҫәлән, яҡшы итеп уҡырға һәм яҙырға өйрән. Зәбурҙа, Алла Һүҙен көн һайын уҡыған, уның өҫтөндә уйланған кеше бәхетле һәм уңышлы булыр, тип әйтелә (Зәб. 1:1—3). Изге Яҙманы көн һайын уҡыһаң, Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнерһең. Шул саҡта, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, үҙ белдегең буйынса түгел, ә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итерһең (Ғиб. һүҙ. 1:3, 4). Ҡәрҙәштәр Изге Яҙмалағы өйрәтеүгә һәм нәсихәткә мохтаж. Һин яҡшы уҡый һәм яҙа белһәң, йыйылыш осрашыуҙарында төплө комментарийҙарың һәм телмәрҙәрең менән башҡаларҙың иманын нығыта алырһың. Шулай уҡ яҙыуҙар алып бара алырһың. Был яҙыуҙар үҙеңдең иманыңды нығытырға һәм башҡаларҙы рухландырырға ярҙам итер. w23.12 26—27 бб., 9—11 абз.
Дүшәмбе, 28 июль
Һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ (1 Яхъя 4:4).
Ҡурҡыу биләп алғанда Йәһүәнең киләсәктә, Шайтанды юҡ иткәс, нимә эшләйәсәге тураһында уйлағыҙ. 2014 йылдың региональ конгресында сәхнәләштереү булған ине. Унда атай кеше үҙ ғаиләһе менән 2 Тимәтигә 3:1—5-тәге аяттар ожмахта нисек яңғыраясағы тураһында уйланды. Ул аяттар бына ошолайыраҡ яңғырар ине: «Яңы донъяла бәхетле ваҡыт етер. Киләсәктә башҡаларҙы яратҡан, рухи нәмәләрҙе ҡәҙерләгән, тыйнаҡ, баҫалҡы, Алланы данлаған, ата-әсәһенә буйһонған, рәхмәтле, тоғро, туған йәнле, килешеүсән, башҡаларҙы яманламаған, тотанаҡлы, йомшаҡ, яҡшылыҡты яратҡан, хыянат итмәгән, юл ҡуйыусан, йыуаш, кәйеф-сафаға ҡарағанда Алланы нығыраҡ яратҡан һәм уға йән-тән менән бирелгән кешеләр йәшәр. Шундай кешеләр менән дуҫлаш». Ә һеҙ яҡындарығыҙ йә дуҫтарығыҙ менән яңы донъяның ниндәй буласағы тураһында уйланаһығыҙмы? w24.01 6 б., 13, 14 абз.
Шишәмбе, 29 июль
Һин Минең ҡыуанысым! (Лука 3:22).
Йәһүәнең беҙҙе халыҡ булараҡ хуплауына бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Изге Яҙмала: «Йәһүә үҙ халҡына ҡарап шатлана», — тип әйтелә (Зәб. 149:4). Әммә кемдер: «Йәһүә мине хуплаймы икән?» — тип уйлап бойоғорға мөмкин. Боронғо ваҡытта Алланың тоғро хеҙмәтселәре лә ҡайһы саҡта шундай уҡ хистәр менән көрәшкән (1 Сам. 1:6—10; Әйүп 29:2, 4; Зәб. 51:11). Изге Яҙманан күренеүенсә, кешеләр камил булмаһа ла, Йәһүәнең хуплауына эйә була ала. Бының өсөн Ғайса Мәсихкә иман итергә һәм һыуға сумдырылырға кәрәк (Яхъя 3:16). Был гонаһтарыбыҙҙа тәүбә итеүебеҙҙе һәм Алла ихтыярын үтәргә вәғәҙә биреүебеҙҙе күрһәтер (Илс. 2:38; 3:19). Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн был аҙымдарҙы яһағанда ул ҡыуана. Бағышланыу антыбыҙ буйынса йәшәгәндә, Алла беҙҙе хуплай һәм үҙенең яҡын дуҫы тип һанай (Зәб. 25:14). w24.03 26 б., 1, 2 абз.