Изге Яҙма — бөтмәҫ-төкәнмәҫ зирәклек сығанағы
КҮҘ АЛДЫҒЫҘҒА КИЛТЕРЕГЕҘ: һеҙ музейға экскурсияға килдегеҙ, ти. Боронғо экспонаттарҙың күбеһе төҫөн юғалтҡан, ярылған, емерелгән. Ҡайһы берҙәренең хатта айырым өлөштәре юҡ. Әммә бер экспонат шул тиклем яҡшы хәлдә ҡалған ки, уның хатта ваҡ өлөштәре лә һаҡланған. «Ул һуңғыраҡ дәүергә ҡараймы?» — тип һорайһығыҙ һеҙ экскурсия үткәреүсенән. «Юҡ, — тип яуап ҡайтара ул. — Был иң боронғо экспонаттарыбыҙҙың береһе, уға бер ҡасан да реставрация яһалмаған». «Күрәһең, һеҙ уны ҡаплап һаҡлағанһығыҙ?» — тип, ҡыҙыҡһынаһығыҙ һеҙ. «Юҡ, — тип яуаплай ул. — Был экспонат ямғыр аҫтына ла эләккән, елдә лә ятҡан. Вандалдар ҙа уға зыян килтерергә тырышҡан». Һеҙ: «Нимәнән эшләнгән һуң ул?» — тип, тамам аптырайһығыҙ.
Изге Яҙманы ниндәйҙер мәғәнәлә шундай экспонат менән сағыштырып була. Ул бик боронғо китап. Әлбиттә, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған башҡа боронғо китаптар ҙа осрай. Әммә уларҙың күбеһе, боронғо экспонаттар һымаҡ, ваҡыт уҙыу менән ҙур зыян күргән. Өҫтәүенә, ундағы фәнгә ҡағылышлы ҡараштар бөгөнгө факттарға ҡаршы килә. Мәҫәлән, ул китаптарҙа яҙылған дауалау ысулдары файҙа урынына йыш ҡына һаулыҡҡа зыян итә. Шулай уҡ күп боронғо ҡулъяҙмаларҙың тексы өлөшләтә генә һаҡланып ҡалған йә бөтәнләй юҡҡа сыҡҡан.
Әммә Изге Яҙма башҡа китаптарҙан айырылып тора. Уны 35 быуаттан ашыу элек яҙғандар, шуға ҡарамаҫтан, ул беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрмәйенсә ҡалған. Уны нисек кенә юҡҡа сығарырға тырышмағандар: тыйғандар, яндырғандар, мыҫҡыллағандар, әммә уның тексы зыян күрмәгән. Ә кешеләр яңы фәнни асыштар яһаған һайын, Изге Яҙманың иҫкермәгәне генә түгел, ә киреһенсә, фән яғынан алға киткән китап икәне асыла барған. («Иҫкергән йә заманса китапмы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
БЕҘ МОХТАЖ БУЛҒАН КҮРҺӘТМӘЛӘР
«Изге Яҙмалағы кәңәштәр бөгөнгө көндә ҡулланырлыҡмы ни?» — тип һорарһығыҙ. Был һорауға яуап бирер өсөн, шул хаҡта уйланығыҙ: бөгөн кеше күберәк нимә арҡаһында ғазап сигә? Кешеләрҙең күпселеге, һуғыштар, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, енәйәтселек, коррупция арҡаһында, тип яуап бирер. Ә хәҙер Изге Яҙманың нимәгә өйрәткәненә иғтибар итәйек. Кешеләр ошо һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып йәшәһә, донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрер инеме?
ТАТЫУЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫУ
«Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр» (Матфей 5:9). «Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ» (Римдарға 12:18).
ШӘФҠӘТЛЕЛЕК ҺӘМ КИСЕРЕРГӘ ӘҘЕР БУЛЫУ
«Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер» (Матфей 5:7). «Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Аллаa һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (Ефестарға 4:32).
КЕШЕЛӘРҘЕ АЙЫРМАУ
«Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул [Алла] берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерҙе» (Ғәмәлдәр 17:26). «Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, — тип һүҙен башланы Петр [Ғайса пәйғәмбәрҙең илсеһе]. — Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35).
ТӘБИҒӘТТЕ ҺАҠЛАУ
«Кешене Эден баҡсаһына урынлаштырғас, — йәннәтте эшкәртергә һәм һаҡларға тейеш ине ул» (Башланмыш 2:15). Алланың «ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты» етеп килә (Асылыш 11:18).
ҠОМҺОҘЛОҠТО ҺӘМ ӘХЛАҠҺЫҘЛЫҠТЫ НӘФРӘТ ИТЕҮ
«Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел» (Лука 12:15). «Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел» (Ефестарға 5:3).
НАМЫҪЛЫЛЫҠ ҺӘМ ЕГӘРЛЕЛЕК
«Һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ» (Еврейҙарға 13:18). «Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә... үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын» (Ефестарға 4:28).
БАШҠАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТЕҮ
«Ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ» (1 Фессалоникаларға 5:14). «Етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлә[геҙ]» (Яҡуб 1:27).
Әммә был матур һүҙҙәр генә түгел. Изге Яҙма беҙгә ошо кәңәштәрҙе көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланырға ярҙам итә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, кешеләр был кәңәштәргә ҡолаҡ һалһа, күпме проблеманан ҡаса алыр ине! Ысындан да, Изге Яҙма биргән күрһәтмәләр, айырыуса бөгөнгө көндә ҡулланырлыҡ. Ләкин хәҙер Изге Яҙманың өйрәтеүҙәре беҙгә нисек ярҙам итә ала?
ИЗГЕ ЯҘМА БӨГӨН ҮК ЯРҘАМ ИТӘ
Ерҙә йәшәгән иң аҡыллы кеше зирәклек хаҡында былай тигән: «Уның „хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә“» (Матфей 11:19). Һеҙ бының менән ризамы? Кәңәштең аҡыллылығын уны ҡулланыуҙың емешенән күреп була. Һеҙ, бәлки, былай тиерһегеҙ: «Изге Яҙма ысындан да ғәмәли китап булһа, ул тормошомдо яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк. Ул ауырлыҡтарымды сисә алырмы?» Бер миҫал ҡарап китәйек.
Суфияb сикһеҙ бәхетле тормош алып барған. Әммә уның тормошо кинәт аҫты-өҫкә әйләнә. Башта уның үҫмер ҡыҙы үлә. Һуңынан тормош иптәше ташлап китә. Аҡса яғынан да хәле хөртәйә башлай. Ул былай тип һөйләй: «Тормошомдоң мәғәнәһе юғалды — ҡыҙым да, ирем дә, йорттом да юҡ ине. Үҙемде бер кемгә лә кәрәкһеҙ итеп тойҙом. Көсөм дә, шатлығым да, киләсәгем дә ҡалманы».
«Ғүмер көндәребеҙ — 70 йыл, ә бик ныҡ булһаҡ — 80 йыл. Әммә улар бәлә һәм ғазап менән тулы. Улар тиҙ уҙа, һәм беҙ юҡ булабыҙ» (Зәбур 90:10). Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын Суфия үҙ елкәһендә татыған.
Тап шул ауыр мәлдә Суфия Изге Яҙмала ярҙам тапҡан. Белгәндәренең тормошона тәьҫир иткәне таң ҡалырлыҡ. Киләһе өс мәҡәләлә Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тотоу, Суфия осрағындағы һымаҡ, ауырлыҡтарҙы еңергә күп кешегә ярҙам иткәнен күрербеҙ. Шул кешеләр Изге Яҙманы ысындан да экспонат менән сағыштырып булғанына инанған. Ул иҫкергән һәм ҡулланыштан сыҡҡан китаптарға һис тә оҡшаш түгел. Бәлки, ул башҡа берәй «материалдан» эшләнгәндер? Ә, бәлки, унда кешеләр фекере түгел, ә Алла фекерҙәре яҙылғандыр? (1 Фессалоникаларға 2:13)
Һеҙ ҙә, ғүмерҙең ҡыҫҡа һәм ғазаптар менән тулы булыуын үҙегеҙ күрәһегеҙҙер. Ауырлыҡтар өҫтөбөҙгә бына-бына ябырылырға торғанда, һеҙ йыуаныс, ярҙам һәм ышаныслы кәңәштәрҙе ҡайҙан эҙләрһегеҙ?
Һеҙ Изге Яҙмала проблемаларҙы сисергә булышлыҡ итеүсе ғәмәли кәңәштәр яҙылғанын күрә алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙма һеҙгә нисек ярҙам итә алғанын ҡарап сығайыҡ. Ул:
ауырлыҡтарҙан һаҡланырға ярҙам итә.
ҡыйынлыҡтарҙы хәл итергә ярҙам итә.
һеҙ үҙгәртә алмаған хәлдәрҙе еңеп сығырға көс бирә.
Киләһе мәҡәләләрҙә ошо өс яҡҡа иғтибар ителә.
a Изге Яҙманың төп нөсхәһендә был һәм башҡа шиғырҙарҙан Алланың исеме Йәһүә икәне асыҡлана (Зәбур 83:18).
b Ошо һәм киләһе өс мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.