12-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
77-СЕ ЙЫР Ҡараңғы донъяла яҡтылыҡ
Ҡараңғылыҡтан һаҡланығыҙ — «яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ»
«Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер... яҡтылыҡһығыҙ» (ЕФЕС. 5:8).
ТӨП ФЕКЕР
Ефестарға 5-се бүлектә иҫкә алынған ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ беҙгә нисек ҡағыла?
1, 2. а) Павел ефестарға хатын ниндәй шарттарҙа яҙған? б) Ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?
ИЛСЕ Павел Рим ҡалаһында өйҙә һаҡ аҫтында булғанда ҡәрҙәштәрен рухландырырға теләгән. Ул улар менән осраша алмаған, шуға күрә уларға хаттар яҙған. Уларҙың береһе — б. э. 60 йә 61 йылында Ефестарға яҙылған хат (Ефес. 1:1; 4:1).
2 Павел ун йыл элегерәк Ефес ҡалаһында, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп һәм шәкерттәр әҙерләп, күп кенә ваҡыт үткәргән (Ғәм. 19:1, 8—10; 20:20, 21). Ул имандаштарын бик ныҡ яратҡан һәм уларҙың Йәһүәгә тоғро ҡалыуҙарын теләгән. Павел майланған мәсихселәргә ҡараңғылыҡ һәм яҡтылыҡ тураһында ни өсөн яҙған? Был бөгөн беҙгә нисек ҡағыла? Әйҙәгеҙ, ошо һорауҙарға яуапты беләйек.
ҠАРАҢҒЫЛЫҠТАН ЯҠТЫЛЫҠҠА СЫҒЫУ
3. Павел Ефестағы мәсихселәрҙе нимә менән сағыштырған?
3 Павел Ефестағы мәсихселәргә: «Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер... яҡтылыҡһығыҙ», — тип яҙған (Ефес. 5:8). Был һүҙҙәр менән ул уларҙың ныҡ үҙгәргәнен күрһәтергә теләгән. Ни өсөн Павел «һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ» тип яҙған? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.
4. Ефестағы кешеләр ни өсөн дини ҡараңғылыҡта булған?
4 Дини ҡараңғылыҡ. Хәҡиҡәтте белеп мәсихсе булып киткәнсе, Ефестағы кешеләр ялған дини ҡарашта булған һәм төрлө хөрәфәттәргә ышанған. Ефес ҡалаһында Артемида алиһәнең ғибәҙәтханаһы булған. Элек ул донъяның ете мөғжизәһенең береһе тип һаналған. Кешеләр унда боттарға табыныр өсөн килгән. Артемида ғибәҙәтханаһының бәләкәй генә һындарын көмөштән ҡойоу һәм һатыу табышлы эш булған (Ғәм. 19:23—27). Бынан тыш, был ҡалала йәшәүселәр сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән (Ғәм. 19:19).
5. Ефеста йәшәүселәр ни өсөн әхлаҡи ҡараңғылыҡта булған?
5 Әхлаҡи ҡараңғылыҡ. Ефеста йәшәүселәр аҙғынлыҡҡа ныҡ бирелгән булған. Театр тамашалары һәм дини байрамдар ваҡытында йыш ҡына әҙәпһеҙ һүҙҙәр яңғыраған (Ефес. 5:3). Ефестарҙың күптәре «намыҫтарын юғалт[ҡан]». Был һүҙбәйләнеш һүҙмә-һүҙ «ауыртыу тоймаған» тигәнде аңлата (Ефес. 4:17—19). Улар Йәһүәнең яҡшылыҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡарашын белмәгән. Шуға күрә выждандары уларҙы ғазапламаған һәм улар Алла алдында бер ниндәй яуаплылыҡ тоймаған. Бына ни өсөн Павел улар тураһында: «Уларҙың... аңдары томаланған. ...Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән», — тип яҙған.
6. Ни өсөн Павел ефестарға: «Һеҙ... хәҙер... яҡтылыҡһығыҙ», — тигән?
6 Әммә ҡайһы бер ефестар ҡараңғылыҡта ҡалырға теләмәгән. Павел улар тураһында: «Һеҙ... хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ», — тип яҙған (Ефес. 5:8). Улар юлдарын яҡтыртҡан хәҡиҡәт буйынса йәшәргә ҡарар иткән (Зәб. 119:105). Был ефестар боттарға табыныуҙан һәм әхлаҡһыҙ тәртиптән арынған. Улар Алланан үрнәк алырға тырышҡан һәм хеҙмәттәре менән уны ҡыуандырған (Ефес. 5:1).
7. Ефестағы мәсихселәр менән беҙҙең ниндәй уртаҡ яҡтары бар?
7 Бөгөн дә шундай уҡ хәл күҙәтелә. Хәҡиҡәткә тиклем беҙ дини һәм әхлаҡи ҡараңғылыҡта булдыҡ. Ҡайһы берәүҙәр дини байрамдарҙа ҡатнашты, ә кемдер аҙғын тормош алып барҙы. Ләкин Йәһүәнең яҡшылыҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡарашын белгәс, беҙ үҙгәрҙек. Беҙ Алланы һөйөндөрөр өсөн уның нормалары буйынса йәшәргә теләнек. Тормошобоҙ күпкә яҡшыраҡ булып китте (Ишағ. 48:17). Ләкин был бер ҡасан да яңынан ҡараңғылыҡҡа эләкмәҫбеҙ тигәнде аңлатмай. Беҙгә унан йырағыраҡ торорға һәм «яҡтылыҡ кешеләре» кеүек эш итергә кәрәк. Был үҙ эсенә нимәне ала?
Image digitally reproduced with the permission of the Papyrology Collection, Graduate Library, University of Michigan, P.Mich.inv. 6238. Licensed under CC by 3.0
Павелдың Ефестарға яҙған кәңәштәре беҙгә лә файҙалы. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)b
ҠАРАҢҒЫЛЫҠТАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
8. Ефестарға 5:3—5 буйынса, ундағы мәсихселәргә нимәнән һаҡланырға кәрәк булған?
8 Ефестарға 5:3—5-те уҡығыҙ. Әхлаҡи ҡараңғылыҡтан һаҡланыр өсөн Ефестағы мәсихселәргә Йәһүәне күңелһеҙләндергән эштәрҙе кире ҡағырға кәрәк булған. Был эштәр әхлаҡһыҙ тәртипте генә түгел, ә оятһыҙ һөйләшеүҙе лә үҙ эсенә алған. Павел ефестарға шулай эш иткән кеше «Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай» тип яҙған.
9. Ни өсөн әшәке һәм әхлаҡһыҙ нәмәләрҙе ҡарау, тыңлау йәиһә улар хаҡында һөйләшеү ҡурҡыныс?
9 «Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмаҫ» өсөн беҙгә лә һаҡ булырға кәрәк (Ефес. 5:11). Күреүебеҙсә, әхлаҡһыҙ нәмәне ҡараған, тыңлаған һәм уның тураһында аралашҡан кеше еңел генә гонаһ ҡылырға мөмкин (Баш. 3:6; Яҡ. 1:14, 15). Бер илдә тиҫтәләгән Йәһүә шаһиты социаль селтәрҙә төркөм ойоштороп аралаша башлаған. Тәүҙә унда рухи темалар күтәрелгән, ләкин ваҡыт үтеү менән оятһыҙ һөйләшеүҙәр киткән. Улар енси мөнәсәбәттәр тураһында һөйләшә башлаған. Был аяныс эҙемтәләргә килтергән — уларҙың ҡайһы берҙәре енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған. Һуңыраҡ улар гонаһ ҡылыуҙа әшәке һөйләшеүҙәр төп роль уйнағанын таныған.
10. Шайтан беҙҙе нисек алдарға маташа? (Ефестарға 5:6).
10 Шайтан донъяһы беҙҙе, әхлаҡһыҙ һәм әшәке тәртиптең бер ниндәй насарлығы юҡ, тип ышандырырға маташа (2 Пет. 2:19). Ғәжәпләнәһе юҡ, сөнки был — Иблистең күптән ҡулланған ысулы. Кешеләр яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра алмаһын өсөн, ул уларҙың аҡылын томалай (Ишағ. 5:20; 2 Кор. 4:4). Бына ни өсөн хәҙер күп фильмдар, телетапшырыуҙар, сайттар Йәһүәнең тәҡүә нормаларына ҡаршы килгән идеялар менән тулы. Шайтан аҙғынлыҡҡа бирелеүҙең бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ, ул тик рәхәтлек кенә килтерә тип беҙҙе алдарға тырыша. (Ефестарға 5:6-ны уҡығыҙ.)
11. Анжела ҡәрҙәштең осрағы Ефестарға 5:7-ләге кәңәштең файҙалы икәнен нисек күрһәтә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
11 Шайтан беҙҙең Йәһүәне яратмаған кешеләр менән аралашыуыбыҙҙы теләй. Шул саҡта беҙгә Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәүе ауырыраҡ булыр ине. Павел был ҡурҡыныс тураһында белгән, шуға күрә ул Ефестағы мәсихселәргә, Алла күҙендә яуызлыҡ ҡылған кешеләр менән бер ниндәй уртаҡ эшегеҙ булмаһын, тигән (Ефес. 5:7). Ләкин беҙгә тағы ла һағыраҡ булырға кәрәк, сөнки кешеләр бөгөн йөҙгә-йөҙ генә түгел, ә социаль селтәрҙәр аша ла аралаша. Азияла йәшәгән Анже́лаa ҡәрҙәшебеҙ социаль селтәрҙәрҙең ҡурҡыныс булыуына үҙ тормошонда инанған. Ул былай тип һөйләй: «Был бик ҡурҡыныс тоҙаҡ. Мин тәртибемдең түбәнәйгәнен үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Тәүҙә мин Изге Яҙманы һанға һуҡмаған кешеләр менән аралаштым. Ә һуңыраҡ Йәһүәнең әхлаҡи нормаларына иғтибар итмәйенсә, нимә теләйем шуны эшләй алам, тип уйлай башланым». Бәхеткә ҡаршы, ҡайғыртыусан йыйылыш өлкәндәре Анжелаға үҙгәрергә ярҙам иткән. «Хәҙер мин социаль селтәрҙәге нәмәләр тураһында түгел, ә рухи нәмәләр тураһында уйлайым», — ти ул.
Йәһүәнең нормаларын яратҡан кешеләр менән аралашыу мөһим. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)
12. Беҙгә Йәһүәнең тәҡүә нормаларына ныҡ тотонорға нимә ярҙам итер?
12 Был донъя беҙгә әхлаҡһыҙлыҡҡа үҙ ҡарашын тағырға тырыша. Әммә беҙҙе алдап булмай (Ефес. 4:19, 20). Үҙебеҙҙе яҡлар өсөн ошондай һорауҙар өҫтөндә уйланыу мөһим: «Мин эштә, мәктәптә йә башҡа ерҙә Йәһүәнең нормаларын хөрмәт итмәгән кешеләр менән кәрәкмәгән аралашыуҙан ҡасаммы? Ҡайһы берәүҙәр шул арҡала мине фанатик тип һанаһа ла, мин Изге Яҙманың ҡарашын яҡлайыммы?» Беҙгә хатта йыйылышта ла дуҫтарҙы һайлағанда һаҡ булырға кәрәк. Тап шуның турала Павел 2 Тимофейға 2:20—22-лә яҙған. Беҙ рухилығыбыҙҙы көсһөҙләндергән ҡәрҙәштәр менән түгел, ә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә ярҙам иткән ҡәрҙәштәр менән дуҫлашырға теләйбеҙ.
«ЯҠТЫЛЫҠ КЕШЕЛӘРЕ БУЛЫП ЙӘШӘГЕҘ»
13. «Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәү» нимәне аңлата? (Ефестарға 5:7—9).
13 Павел мәсихселәрҙе ҡараңғылыҡты кире ҡағырға ғына түгел, шулай уҡ «яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәргә» лә өндәгән. (Ефестарға 5:7—9-ҙы уҡығыҙ.) Был нимәне аңлата? Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, беҙ тәүлек әйләнәһенә ысын мәсихсе булып ҡалырға тейеш. Был яҡтан беҙгә нимә ярҙам итер? Рухи яҡтан ныҡ ҡалыр өсөн Изге Яҙманы даими уҡырға, уны һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы өйрәнергә кәрәк. Ә иң мөһиме, Ғайса Мәсихтең тормошон һәм уның өйрәтеүҙәрен белергә кәрәк, сөнки ул «донъяға яҡтылыҡ бирә» (Яхъя 8:12; Ғиб. һүҙ. 6:23).
14. Изге рух беҙгә нисек ярҙам итә?
14 «Яҡтылыҡ кешеләре» булып йәшәр өсөн, беҙгә изге рух кәрәк, сөнки уның ярҙамы менән генә беҙ был боҙоҡ донъяла саф булып ҡала алабыҙ (1 Фес. 4:3—5, 7, 8). Изге рух беҙҙе Алланың ҡарашына ҡаршы килгән фәлсәфәләрҙән һәм был донъяның фекер йөрөтөү рәүешенән һаҡлай. Шулай уҡ изге рух беҙгә «һәр төрлө изгелеккә, ғәҙеллеккә» ынтылырға ярҙам итә (Ефес. 5:9).
15. Изге рухты нисек алырға? (Ефестарға 5:19, 20).
15 Нисек изге рухты алырға? Уның хаҡында доға ҡылырға кәрәк. Ғайса: «Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк», — тигән (Лука 11:13). Йәһүә шулай уҡ изге рухты беҙгә йыйылыш осрашыуҙарында бирә. (Ефестарға 5:19, 20-не уҡығыҙ.) Был рух ярҙамында беҙ Йәһүәне һөйөндөрөп йәшәй алабыҙ.
16. Беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итер? (Ефестарға 5:10, 17).
16 Мөһим ҡарарҙар ҡабул итер алдынан беҙгә «Раббы ихтыярын аңларға» һәм артабан уның буйынса эш итергә кәрәк. (Ефестарға 5:10, 17-не уҡығыҙ.) Алланың ҡарашын нисек белеп була? Беҙ Изге Яҙманан шарттарыбыҙға ҡағылышлы принциптар тапһаҡ, шунан уларҙы ҡулланһаҡ, уңышҡа өлгәшербеҙ.
17. Ваҡытты нисек яҡшыраҡ ҡулланырға? (Ефестарға 5:15, 16). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
17 Павел Ефестағы мәсихселәрҙе ваҡыттарын яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланырға өндәгән. (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡығыҙ.) Иблис беҙҙе был донъяның мәшәҡәттәренә батырырға теләй, шул саҡта Аллабыҙ өсөн ваҡытыбыҙ ҡалмаҫ ине (1 Яхъя 5:19). Алла хеҙмәтсеһе аҡса, донъяуи белем йә карьера Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән мөһимерәк тип уйлай башларға мөмкин. Әгәр ул шулай тип уйлаһа, тимәк, уға был донъяның ҡарашы йоҡҡан. Әлбиттә, беҙ әйтеп киткән нәмәләр үҙенән-үҙе насар түгел, ләкин уларҙы тормошта беренсе урынға ҡуйырға ярамай. «Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәр» өсөн, беҙгә ваҡытыбыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға, йәғни ысындан да мөһим нәмәләр менән шөғөлләнергә кәрәк.
Ефестағы мәсихселәр ваҡыттарын аҡыллы итеп ҡулланған. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)
18. Ваҡытын яҡшыраҡ ҡулланыр өсөн, Доналд ниндәй аҙымдар яһаған?
18 Йәһүәгә хеҙмәтегеҙҙе киңәйтер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Көньяҡ Африкала йәшәгән До́налд исемле ҡәрҙәшебеҙ тап шундай рух сағылдырған да. Ул былай тип һөйләй: «Мин үҙ тормошома ситтән ҡараным да Йәһүәнән уға күберәк хеҙмәт итер өсөн ярҙам һорап доға ҡылдым. Мин күберәк вәғәзләргә теләнем, шуға унан уңайлы эш һораным. Алла ярҙамы менән тап шундай эш таптым. Хәҙер беҙ ҡатыным менән бергә тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашабыҙ. Тормошобоҙҙа яңы бәхетле осор башланды».
19. «Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәргә» беҙгә нимә ярҙам итер?
19 Павелдың хаты Ефестағы мәсихселәргә Йәһүәгә тоғро ҡалырға ярҙам иткән. Алланың был кәңәштәре беҙгә лә файҙалы булыр. Беҙгә күңел асыуҙарҙы һәм аралашыуҙы аҡыллы һайларға кәрәк. Шулай уҡ Изге Яҙмалағы белемдәр тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрен яҡтыртһын өсөн, уны даими рәүештә өйрәнеү бик мөһим. Изге рух беҙгә иҫ киткес сифаттар үҫтерергә ярҙам итер. Ефестарға яҙылған хаттың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, беҙ Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше сағылған аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ. Шулай эшләп беҙ был донъяның ҡараңғылығынан һаҡланырбыҙ һәм «яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәрбеҙ»!
ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?
Ефестарға 5:8-ҙә иҫкә алынған «ҡараңғылыҡ» һәм «яҡтылыҡ» нимә ул?
Беҙ нисек «ҡараңғылыҡтан» һаҡланабыҙ?
«Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәргә» беҙгә нимә ярҙам итә?
95-СЕ ЙЫР Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтырғандан-яҡтыра бара
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
b РӘСЕМДӘ. Павелдың Ефестарға яҙған хатының боронғо күсермәһе.