МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Уларҙы Йәһүәгә бер туҡтауһыҙ хеҙмәт итергә өйрәт
Тәжрибә күрһәтеүенсә, баштан уҡ вәғәздә даими рәүештә ашҡынып ҡатнашҡан яңы вәғәзселәр һөҙөмтәлә йыш ҡына уңышлы вәғәзселәр булып китә (Ғһ 22:6; Фп 3:16). Өйрәнеүсегә шундай вәғәзсе булып китергә нисек ярҙам итергә? Бына бер нисә кәңәш:
Өйрәнеүсең вәғәзсе булып китеү менән, уны вәғәзләргә өйрәтә башла (km 8/15 1 б.) Уға хеҙмәттә аҙна һайын ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлат (Фп 1:10). Вәғәзләгән территорияғыҙ тураһында һөйләгәндә, ыңғай яҡтарға иғтибар ит (Фп 4:8). Башҡаларҙың тәжрибәһен үҙләштерә алһын өсөн, уны төркөмдөң күҙәтеүсеһе һәм башҡа вәғәзселәр менән хеҙмәттәшлек итергә дәртләндер (Ғһ 1:5; km-TAT 10/12 6 б., 3 абз.)
Өйрәнеүсеңдең һыуға сумдырылыуынан һуң да, айырыуса әлегә өйрәнеү өсөн икенсе төп баҫманы тамамламаған булһағыҙ, уны артабан да нығыт һәм вәғәзләргә өйрәт (km-TAT 12/13 7 б.)
Яңы вәғәзсе менән вәғәзләгәндә ябай инеш һүҙҙәр ҡуллан. Уның инеш һүҙҙәр әйткәнен тыңлағас, уны яҡшы итеп маҡта. Уға вәғәз эшендә яҡшырырға ярҙам иткән кәңәштәр бир (km-TAT 5/10 7 б.)