Август
Йома, 1 август
Тәҡүә кешенең михнәттәре күп, ләкин Йәһүә уны уларҙың барыһынан да ҡотҡара (Зәб. 34:19).
Өҫтә килтерелгән аяттағы ике мөһим фекергә иғтибар итегеҙ: 1) тәҡүә кешеләрҙең дә ауырлыҡтары тыуа; 2) Йәһүә беҙҙе михнәттәрҙән ҡотҡара. Ул быны нисек эшләй? Ул тормошобоҙға айыҡ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Йәһүә уға хеҙмәт итеү шатлыҡ килтерәсәге тураһында әйтһә лә, ул беҙгә бәлә-ҡазаһыҙ тормош вәғәҙә итмәгән (Ишағ. 66:14). Ул иғтибарыбыҙҙы киләсәккә тупларға өндәй. Тик яңы донъяла ғына беҙҙе бөтмәҫ бәхетле тормош көтә (2 Кәр. 4:16—18). Ә әлегә Йәһүә беҙгә көн һайын бирешмәйенсә йәшәргә ярҙам итә (Йәрәм. ил. 3:22—24). Йәһүәнең боронғо ваҡыттағы һәм бөгөнгө көндәрҙәге хеҙмәтселәренең миҫалдары беҙҙе нимәгә өйрәтә? Аллаға хеҙмәт иткән кешеләр көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин. Ләкин кеше Йәһүәгә таянһа, ул уны нығытасаҡ (Зәб. 55:22). w23.04 14—15 бб., 3, 4 абз.
Шәмбе, 2 август
Хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһон[оғоҙ] (Рим. 13:1).
Ауыр шарттарҙа хөкүмәттәргә буйһоноу тураһында әйткәндә, Йософ менән Мәрйәм яҡшы өлгө ҡалдырған (Лука 2:1—6). Мәрйәмдең ауырлы булыуына инде туғыҙ ай булғанда, уларға еңел булмаған ҡарар ҡабул итергә тура килгән. Август ҡайсар Рим империяһында йәшәгән бөтә кешеләр халыҡ иҫәбен үтергә тейеш тигән бойороҡ сығарған. Йософ менән Мәрйәмгә таулы юлдан 150 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан Вифлеемға барырға кәрәк булған! Был юл улар өсөн еңел булмағандыр. Йософ ҡатыны менән буласаҡ балаһы өсөн бик борсолғандыр. Юлда барғанда бала табыу ваҡыты етһә, нимә эшләргә? Мәсихтең тормошо тураһында һүҙ барған бит. Улар, ауыр шарттар арҡаһында хөкүмәттәргә буйһонмаҫҡа ла була, тип һанағанмы? Йософ менән Мәрйәмдең борсолоуҙары булһа ла, улар барыбер законға буйһонған. Йәһүә уларҙы тыңлаусан булыуҙары өсөн фатихалаған. Йософ менән Мәрйәм Вифлеемға иҫән-һау барып еткән. Мәрйәм һау бала тапҡан, шулай итеп Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектең үтәлешенә үҙ өлөшөн индергән (Миҡ. 5:2). w23.10 8 б., 9, 11 абз.; 9 б., 12 абз.
Йәкшәмбе, 3 август
Бер-бере[г]еҙҙе... ҡеүәтләп тор[оғоҙ] (Евр. 10:25).
Һеҙгә йыйылыш осрашыуҙарында комментарий бирергә кәрәклеге тураһында уйланыуҙан эҫеле-һыуыҡлы булып китһә, нимә эшләргә? Яҡшы әҙерләнеү һеҙгә ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 21:5). Материалды яҡшы белһәгеҙ, ҡыйыуыраҡ булырһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 15:23; 17:27). Бынан тыш, ҡыҫҡа яуаптар әҙерләгеҙ. Үҙ һүҙҙәрегеҙ менән ҡыҫҡа яуап биреү һеҙҙең яҡшы әҙерләнгәнегеҙҙе һәм материалды яҡшы аңлағанығыҙҙы күрһәтә. Был кәңәштәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡулланып ҡарағандан һуң да тулҡынланһағыҙ һәм бер-икенән күберәк комментарий бирергә ҡыймаһағыҙ, нимә эшләргә? (Лука 21:1—4). Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең эскерһеҙ тырышлыҡтарығыҙҙы юғары баһалар. Ул һеҙҙе көсөгөҙҙән килмәгәнде эшләргә һорамай (Флп. 4:5). Нимә эшләй алыуығыҙҙы билдәләгеҙ, өлгәшә алырлыҡ маҡсат ҡуйығыҙ һәм тыныслыҡ һорап Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Кемдер тәүҙә ҡыҫҡа комментарий биреп ҡарар. w23.04 21 б., 6—8 абз.
Дүшәмбе, 4 август
Тимер кейем... тимер башлыҡ... кейәйек (1 Тис. 5:8).
Илсе Павел беҙҙе хәрби кейемгә кейенгән һәм уяу булған һуғышсы менән сағыштыра. Һуғышсы һәр ваҡытта ла һуғышҡа әҙер булырға тейеш. Беҙҙең турала ла шуны уҡ әйтеп була. Әгәр беҙ иман һәм мөхәббәтте тимер кейем итеп, ә өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейһәк, беҙ Йәһүәнең көнөнә әҙер булырбыҙ. Тимер кейем һуғышсының йөрәген һаҡлаған. Шуның шикелле, иман менән мөхәббәт беҙҙең символик йөрәгебеҙҙе һаҡлай. Улар беҙгә Йәһүәгә даими хеҙмәт итергә һәм Ғайсаға эйәрергә ярҙам итә. Иманыбыҙ, Йәһүә беҙҙе уны ысын күңелдән эҙләгәнебеҙ өсөн бүләкләйәсәк, тип ышандырыр (Евр. 11:6). Иман беҙҙе, ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәндә лә, Юлбашсыбыҙ Ғайсаға тоғро ҡалырға дәртләндерер. Иман шулай уҡ тормош ауырлыҡтарын йырып сығырға ярҙам итер. Беҙ быға ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарынан өйрәнәбеҙ. Улар эҙәрләүҙәргә һәм матди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Аллаға тоғро ҡалған. Бынан тыш, ныҡ иман беҙҙе материализмдың тоҙағынан һаҡлар. Бының өсөн беҙгә үҙ тормошон ябайлаштырған һәм Батшалыҡ эшен беренсе урынға ҡуйған ҡәрҙәштәрҙән үрнәк алырға кәрәк. w23.06 10 б., 8, 9 абз.
Шишәмбе, 5 август
Болоттарға ҡарап тороусы урмаҫ (Вәғ. 11:4).
Тотанаҡлыҡ — хис-тойғоларҙы һәм эштәрҙе контролдә тотоу һәләте. Тотанаҡлыҡ маҡсаттарға ирешер өсөн дә кәрәк, сөнки ҡайһы саҡта маҡсатыбыҙ тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ булып тойола йә беҙҙең теләгебеҙ юҡ. Онотмағыҙ, тотанаҡлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе. Шуға күрә Йәһүәнән был мөһим сифатты үҫтерергә ярҙам иткән изге рух һорап доға ҡылығыҙ (Лука 11:13; Ғал. 5:22, 23). Камил шарттар көтмәгеҙ. Был донъяла улар юҡ. Уларҙы көтөп ултырһаҡ, бер ҡасан да үҙ маҡсатыбыҙға өлгәшә алмаҫбыҙ. Маҡсатыбыҙ тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ булып күренгәндә, теләгебеҙ ҙә юғала. Әгәр һеҙҙең осраҡта шулай булһа, бер ҙур маҡсатты бәләкәй маҡсаттарға бүлә алаһығыҙ. Һеҙ берәй сифат үҫтерергә маҡсат ҡуйһағыҙ, уны бәләкәй генә эштә күрһәтеп ҡарағыҙ. Ә Изге Яҙманы тулыһынса уҡып сығырға маҡсат ҡуйһағыҙ, уны әҙ-әҙләп кенә уҡый башлай алаһығыҙ. w23.05 29 б., 11—13 абз.
Шаршамбы, 6 август
Тәҡүәләр юлы иһә таң яҡтыһы һымаҡ: көн яҡтыһы еткәнсе, яҡтырғандан-яҡтыра бара (Ғиб. һүҙ. 4:18).
Һуңғы көндәрҙә Йәһүә, үҙ ойошмаһы аша «Изгелек юлында» ҡалырға ярҙам итер өсөн, беҙҙе рухи аҙыҡ менән тәьмин итеп тора (Ишағ. 35:8; 48:17; 60:17). Изге Яҙманы өйрәнә башлаған кешенең «Изгелек юлына» баҫырға мөмкинлеге асыла, тип әйтеп була. Ҡайһы берәүҙәр күпмелер ваҡыт был юлдан бара, ә һуңынан уны ҡалдыра. Башҡалар, билдәләнгән пунктҡа барып еткәнсе, тәүәккәллек менән был юлда ҡалырға ынтыла. Билдәләнгән пункт нимә ул? Күктә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙе «Изгелек юлы» күктәге «Алла ожмахына» алып бара (Асыл. 2:7). Ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙе иһә был юл Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында камиллыҡҡа алып бара. Әгәр һеҙ ошо юлдан барһағыҙ, артҡа әйләнеп ҡарамағыҙ һәм, билдәләнгән пунктҡа — яңы донъяға барып еткәнсе, был юлдан тайпылмағыҙ! w23.05 17 б., 15, 16 абз.; 19 б., 17, 18 абз.
Кесаҙна, 7 август
Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты (1 Яхъя 4:19).
Әгәр һеҙ Йәһүә биргән бөтә яҡшы нәмә тураһында уйланһағыҙ, үҙегеҙҙе уға көсләп бағышларға тура килмәҫ. Был теләк үҙенән-үҙе тыуыр (Зәб. 116:12—14). Йәһүә Изге Яҙмала Атабыҙ тип атала һәм «һәр игелекле һәм камил бүләк... [унан] килә» тиелә (Яҡ. 1:17). Йәһүәнең бүләктәренең иң ҙурыһы — Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: йолом һеҙгә Йәһүәнең дуҫы булырға һәм мәңге йәшәргә мөмкинлек аса (1 Яхъя 4:9, 10). Үҙегеҙҙе Йәһүәгә бағышлаһағыҙ, һеҙ уға ошо һәм башҡа иҫ киткес бүләктәре өсөн рәхмәтле булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Ҡан. 16:17; 2 Кәр. 5:15). w24.03 5 б., 8 абз.
Йома, 8 август
Намыҫлылыҡ юлынан йөрөүсе кеше Йәһүәне тәрән хөрмәт итә (Ғиб. һүҙ. 14:2).
Бөгөнгө йәмғиәттә кешеләрҙең тәртибе бик түбән төшкән. Быны күреп, беҙ тәҡүә Лоттыҡы кеүек хистәр тоябыҙ. Ул «уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан» интеккән, сөнки күктәге Атаһының бындай эштәрҙе нәфрәт иткәнен белгән (2 Пет. 2:7, 8). Лот Алланан ҡурҡҡан һәм уны яратҡан. Был уны замандаштарының насар йоғонтоһонан һаҡлаған. Бөгөн дә беҙ Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмаған кешеләр араһында йәшәйбеҙ, шулай ҙа әхлаҡи яҡтан таҙа булып ҡала алабыҙ. Бының өсөн Аллаға ҡарата яратыу һәм уның алдында дөрөҫ ҡурҡыу үҫтерергә кәрәк. Йәһүә беҙгә нәсихәт итеп Ғибрәтле һүҙҙәр китабын яҙҙыртҡан. Был китап беҙҙе дөрөҫ эш итергә дәртләндерә. Бөтә мәсихселәргә — ирҙәргә һәм ҡатындарға, ололарға һәм йәштәргә — был китаптың аҡыллы кәңәштәре өҫтөндә уйланыу файҙалы булыр. Әгәр беҙ Йәһүәнән ҡурҡабыҙ икән, беҙ насар эштәр ҡылған кешеләр менән дуҫлашмаҫбыҙ. w23.06 20 б., 1, 2 абз.; 21 б., 5 абз.
Шәмбе, 9 август
Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙенән ваз кисһен һәм үҙенең яфаланыу бағанаһын алып, миңә эйәрһен (Матф. 16:24).
Бәлки, һеҙ туғандарығыҙҙың ҡаршылығы менән осрашҡанһығыҙҙыр. Йәки Батшалыҡ эшенә күберәк ваҡыт һәм көс бүлер өсөн, матди яҡтан ҡорбандарға барғанһығыҙҙыр (Матф. 6:33). Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең бөтә тырышлыҡтарығыҙҙы күрә (Евр. 6:10). Моғайын, һеҙ Ғайсаның бындай һүҙҙәрен үҙ тормошоғоҙҙа татығанһығыҙҙыр: «Минең хаҡҡа һәм һөйөнөслө хәбәр хаҡына йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, әсәһен, атаһын, балаларын йә баҫыуҙарын ҡалдырған һәр кем хәҙерге ваҡытта 100 тапҡырға күберәк йорттар, ағай-энеләр, апай-һеңлеләр, әсәйҙәр, балалар һәм баҫыуҙар алыр, шул иҫәптән эҙәрләүҙәргә дусар булыр, ә киләсәктә мәңгелек тормош алыр» (Марк 10:29, 30). Ысынлап та, һеҙ алған фатихалар ҡорбандарығыҙҙы артығы менән ҡаплай (Зәб. 37:4). w24.03 9 б., 5 абз.
Йәкшәмбе, 10 август
Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була (Ғиб. һүҙ. 17:17).
Йәһүҙиәлә көслө аслыҡ башланғас, Сүриәләге Антиохияла йәшәгән мәсихселәр был хаҡта ишеткәс, Йәһүҙиәләге ҡәрҙәштәрен бик ҡыҙғанғандыр. Әммә улар ҡыҙғаныу хистәрен сағылдырып ҡына ҡалмаған, улар быны эш менән күрһәткән. Улар, «һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә» булған (Илс. 11:27—30). Йәһүҙиә Антиохиянан йыраҡ булһа ла, мәсихселәр үҙ ҡәрҙәштәренә ярҙам итергә бик теләгән (1 Яхъя 3:17, 18). Беҙ ҙә бөгөн бәләгә эләккән ҡәрҙәштәргә ҡыҙғаныусан була алабыҙ. Беҙ шунда уҡ ярҙамға киләбеҙ. Мәҫәлән, әҙер булыуыбыҙҙы өлкәндәргә әйтәбеҙ, шулай уҡ бөтә донъя эшмәкәрлегенә иғәнә бирәбеҙ һәм зыян күргәндәр өсөн доға ҡылабыҙ. Ҡәрҙәштәр, моғайын, иң кәрәкле нәмәләргә мохтаж булыр. Оҙаҡламай Батшабыҙ Ғайса Мәсих Алланың был донъя өҫтөнән хөкөм ҡарарын үтәр өсөн килә. Шул саҡта ул, ҡәрҙәштәребеҙгә ҡыҙғаныусан булыуыбыҙҙы күреп, беҙгә лә: «Батшалыҡты мираҫ итеп алығыҙ», — тип әйтер (Матф. 25:34—40). w23.07 4 б., 9, 10 абз.; 6 б., 12 абз.
Дүшәмбе, 11 август
[Һығылмалы] аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын (Флп. 4:5, ЯДТ, төшөрмә).
Ғайса кешеләрҙең шарттарын иҫәпкә алған, шулай итеп ул Атаһынан өлгө алғанын күрһәткән. Йәһүә Ғайсаны ергә ебәреп, «Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына» вәғәзләргә ҡушҡан. Әммә был йөкләмәне үтәгәндә, Ғайса һығылмалылыҡ сағылдырған. Бер ваҡыт Израиль халҡынан булмаған ҡатын Ғайсанан ендәр эйәләшкән һәм ныҡ ғазапланған ҡыҙының һауыҡтырыуын үтенгән. Ғайса, был ҡатынды йәлләп, уның ҡыҙын һауыҡтырған (Матф. 15:21—28). Тағы бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ғайса илселәрен өйрәткәндә: «Кем кешеләр алдында минән ваз кисһә, шул кешенән мин дә... ваз кисермен», — тигән (Матф. 10:33). Әммә Ғайса үҙенән өс тапҡыр баш тартҡан Петрҙан ваз кискәнме? Юҡ. Ул илсеһенең тәүбә итеүен һәм иманын күргән. Терелгәндән һуң Ғайса Петрға күренгән һәм уны үҙ яратыуына һәм ғәфү итеүенә ышандырған (Лука 24:33, 34). Күреүебеҙсә, Йәһүә менән Ғайса һығылмалылыҡ сағылдыра. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Йәһүә беҙҙең дә һығылмалы булыуыбыҙҙы теләй. w23.07 21 б., 6, 7 абз.
Шишәмбе, 12 август
Үлем... башҡаса булмаясаҡ (Асыл. 21:4).
Ерҙең ожмахҡа әйләнәсәгенә ниндәй дәлилдәр бар? Беренсенән, быны Йәһүә үҙе вәғәҙә итә. Асылыш китабында: «Тәхеттә Ултырыусы былай тине: „Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым!“» — тип яҙылған. Алланың был вәғәҙәһен үтәргә зирәклеге лә, көсө лә, теләге лә бар. Икенсенән, Йәһүә үҙ вәғәҙәләренең үтәлеүенә бер ҙә шикләнмәй. Бына ни өсөн ул: «Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ... Ғәмәлгә ашты!» — тип әйткән. Өсөнсөнән, Йәһүә ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткерә. Ул бит үҙен «Альфа һәм Омега» тип атай (Асыл. 21:6). Йәһүә Шайтандың ялғансы һәм уның бөтә мәкерле ниәттәре уңышһыҙ икәнен иҫбатлаясаҡ. Кешегә Асылыш 21:4-те уҡығандан һуң «был әкиәткә оҡшаш» тигән яуап ишетһәгеҙ, уға 5-се һәм 6-сы аяттарҙы уҡығыҙ һәм Йәһүәнең, үҙ вәғәҙәһен үтәйәсәгенә «ҡул ҡуйып», гарантия биргәнен күрһәтегеҙ (Ишағ. 65:16). w23.11 7 б., 18, 19 абз.
Шаршамбы, 13 август
Һинән бөйөк халыҡ үрсетәсәкмен (Баш. 12:2).
Йәһүә был вәғәҙәне Ибраһимға уға инде 75 йәш булғанда һәм уның әле балалары булмағанда биргән. Ибраһим был вәғәҙәнең үтәлешен күргәнме? Тулыһынса түгел. Ибраһим Евфрат йылғаһын кисеп сыҡҡандан һуң тағы 25 йылдан һуң ғына уның улы Исхаҡ тыуған. Был ысын мөғжизә булған! Шунан тағы 60 йыл үткәндән һуң ғына уның ейәндәре Ғаяз менән Яҡуб тыуған (Евр. 6:15). Әммә Ибраһим үҙ тоҡомоноң бөйөк халыҡ булып киткәнен һәм Вәғәҙә ителгән ерҙе мираҫҡа алғанын күрмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, ул ғүмеренең аҙағына тиклем Йәһүә менән йылы һәм яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлаған (Яҡ. 2:23). Ибраһим терелгәс, уның иманы һәм сабырлығы аша бөтә халыҡтар фатихаланғанын белер (Баш. 22:18). Ул бик шатланыр! Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һабаҡ алабыҙ? Бәлки, беҙ ҙә Йәһүәнең ҡайһы бер вәғәҙәләренең үтәлешен шунда уҡ күрмәйбеҙҙер. Әммә Ибраһим һымаҡ сабыр булһаҡ, Йәһүәнең беҙҙе бөгөн бүләкләйәсәгенә, ә яңы донъяла тағы ла күберәк бүләктәр бирәсәгенә ышана алабыҙ (Марк 10:29, 30). w23.08 24 б., 14 абз.
Кесаҙна, 14 август
Ул Йәһүәне эҙләп йәшәгән ваҡытта Алла уны үҙ фатихаһынан айырманы (2 Йыл. 26:5).
Йәш саҡта Озия кеселекле булған һәм Алла алдында ҡурҡыу-хөрмәт үҫтергән. Ул 68 йыл йәшәгән, һәм уның ғүмеренең ҙур өлөшөн Йәһүә фатихалаған (2 Йыл. 26:1—4). Озия Йәһүҙиә дошмандарының өҫтөнән күп еңеүҙәр яулаған һәм Иерусалимды нығытҡан (2 Йыл. 26:6—15). Ул Йәһүәнең ярҙамы менән күпкә өлгәшкән. Озия был хаҡта уйлағанда, уның йөрәге, моғайын, шатлыҡ менән тулғандыр (Вәғ. 3:12, 13). Озия батша бойороҡтар биреп өйрәнгән. Бәлки, шуға ла ул, миңә бер кем дә ҡамасаулай алмай, тип уйлағандыр. Бер тапҡыр Озия дыуамал эш иткән. Фимиам яндырыр өсөн, ул Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына ингән. Ҡанун буйынса, быны эшләргә батшаларҙың хоҡуғы булмаған (2 Йыл. 26:16—18). Азария рухани уны туҡтатырға тырышҡан, әммә Озия бик ныҡ асыуланған. Быға тиклем Озия Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән, ә ошо ҡылығы менән ул бөтә эште боҙған, һәм шуның өсөн Йәһүә уны махау сире менән язалаған (2 Йыл. 26:19—21). Әгәр ул ғорур булып китмәгән булһа, уның тормошо башҡа төрлө булыр ине! w23.09 10 б., 9, 10 абз.
Йома, 15 август
Ул, сөннәтләү яҡлы булғандарҙан ҡурҡып, ҡаса һәм ситләшә башланы (Ғал. 2:12).
Майланған мәсихсе булып китһә лә, илсе Петр үҙенең көсһөҙ яҡтары менән һаман да көрәшкән. Б. э. 36 йылында еврей халҡынан булмаған һәм сөннәтләнмәгән Корнилий изге рух менән майланған саҡта Петр унда булған. Был осраҡ Алланың кеше айырмағанын һәм башҡа халыҡ кешеләре лә мәсихселәр йыйылышының өлөшө була алғанын асыҡ күрһәткән (Илс. 10:34, 44, 45). Был осраҡтан һуң Петр ундай кешеләр менән тартынмайынса ашай башлаған, ә элек ул үҙенә шулай эшләргә рөхсәт итмәҫ ине. Әммә еврей халҡынан булған ҡайһы бер мәсихселәр, ундай кешеләр менән ашарға ярамай, тип һанаған. Шулай тип уйлағандарҙың ҡайһы берҙәре Антиохияға килгәс, Петр башҡа халыҡтан булған ҡәрҙәштәренән ситләшә башлаған. Ул, күрәһең, еврей халҡынан булған мәсихселәрҙе рәнйетергә теләмәгән. Илсе Павел, уның ике йөҙлөлөгөн күреп, бөтәһе алдында уны шелтәләгән (Ғал. 2:13, 14). Ләкин Петр үҙ хатаһына ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро хеҙмәтен дауам иткән. w23.09 22 б., 8 абз.
Шәмбе, 16 август
Алла... һеҙҙе барыһына үҙе өйрәтәсәк, нығытасаҡ (1 Пет. 5:10, ЯДТ).
Үҙ-үҙегеҙҙе тикшергән ваҡытта һеҙ, моғайын, йомшаҡ яҡтарығыҙҙы күргәнһегеҙҙер. Ләкин борсолмағыҙ! Беҙҙең игелекле Хужабыҙ уларҙан арынырға ярҙам итер (1 Пет. 2:3). Илсе Петр: «Алла... һеҙҙе барыһына үҙе өйрәтәсәк, нығытасаҡ, — тип ышандыра. Ҡасандыр Петр үҙен Алланың Улы янында булырға лайыҡ түгел тип һанаған (Лука 5:8). Ләкин Йәһүәнең һәм Ғайсаның ярҙамы менән ул бирешмәгән һәм Мәсихтең артынан барыуын дауам иткән. Һөҙөмтәлә Петр «Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына» инергә лайыҡ булған (2 Пет. 1:11). Әгәр һеҙ Петрҙан өлгө алһағыҙ һәм бирешмәһәгеҙ, шулай уҡ Йәһүәгә үҙегеҙҙе өйрәтергә юл ҡуйһағыҙ, мәңгелек тормошҡа эйә булырһығыҙ. Һеҙ «иманығыҙҙың маҡсатына — йәнегеҙҙең ҡотолоуына» өлгәшерһегеҙ (1 Пет. 1:9). w23.09 31 б., 16, 17 абз.
Йәкшәмбе, 17 август
Күкте лә, ерҙе [лә]... Булдырыусыға табынығыҙ (Асыл. 14:7).
Боронғо изге сатыр тирәләй ихата булған. Руханиҙар унда үҙ хеҙмәттәрен башҡарған. Унда ҙур баҡыр ҡорбан килтереү урыны, шулай уҡ һыу тултырылған «баҡыр диңгеҙ» булған. Руханиҙар хеҙмәттәрен башлар алдынан ундағы һыу менән йыуынған (Сығ. 30:17—20; 40:6—8). Бөгөн Ғайсаның майланған ҡәрҙәштәре рухи ғибәҙәтхананың эске ихатаһында тоғро хеҙмәт итә. Ундағы һыу тултырылған «баҡыр диңгеҙ» уларға ла, бөтә мәсихселәргә лә әхлаҡи һәм рухи яҡтан таҙа булып ҡалырға кәрәклеген иҫкә төшөрә. Ә «бихисап күп халыҡ» тураһында нимә әйтеп була? Улар Аллаға ҡайҙа хеҙмәт итә? Илсе Яхъя уларҙың «тәхет... алдында баҫып» торғандарын күргән. Был рухи ғибәҙәтхананың тышҡы ихатаһын символлаштыра. Улар унда Аллаға «көнө-төнө... хеҙмәт итә» (Асыл. 7:9, 13—15). Беҙ Йәһүәгә үҙенең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһында хеҙмәт итергә мөмкинлек биргәне өсөн бик рәхмәтле! w23.10 28 б., 15, 16 абз.
Дүшәмбе, 18 август
Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә ул шикләнмәне... иманда ныҡ бул[ды] (Рим. 4:20).
Йәһүә беҙҙе аҡһаҡалдар аша нығыта ала (Ишағ. 32:1, 2). Әгәр нимәлер һеҙгә тынғы бирмәһә, аҡһаҡалдар менән һөйләшеп алығыҙ. Уларҙың ярҙамын кире ҡаҡмағыҙ, ә шатланып ҡабул итегеҙ. Шулай итеп Йәһүә һеҙҙе көслө итер. Шулай уҡ беҙҙең мәңге йәшәргә иҫ киткес өмөтөбөҙ бар: кемдер — ерҙәге ожмахта, кемдер күктәге Батшалыҡта йәшәйәсәк. Был өмөт беҙҙе ҡеүәтле итә (Рим. 4:3, 18—20). Ул беҙгә һынауҙарҙы йырып сығырға, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм йыйылышта төрлө вазифалар башҡарырға көс бирә (1 Тис. 1:3). Шул уҡ өмөт — мәңгелек тормошҡа өмөт — илсе Павелды нығытып торған. Павел уны ҡыҫырыҡлағандары, эҙәрләгәндәре һәм үҙенең нишләргә лә белмәй аптырашта ҡалғаны тураһында яҙған. Ҡайһы саҡта ул үлем сигендә булған (2 Кәр. 4:8—10). Павел һынауҙарҙа сыҙам ҡала алған, сөнки иғтибарын үҙ өмөтөнә туплаған (2 Кәр. 4:16—18). Уның ҡарашы киләсәккә төбәлгән булған. Ул күктә мәңге йәшәү өмөтөн ҡәҙерләгән. Павел был өмөт тураһында уйланған һәм һөҙөмтәлә көндән-көн яңыра барған. w23.10 15—16 бб., 14—17 абз.
Шишәмбе, 19 август
Йәһүә үҙ халҡына көс бирәсәк. Йәһүә үҙ халҡын тыныслыҡ биреп фатихалаясаҡ (Зәб. 29:11).
Доға ҡылғанда, уйланығыҙ: «Минең доғаларыма яуап бирергә Йәһүә күҙлегендә ваҡыт еттеме?» Моғайын, беҙ Йәһүәнең хәҙер үк яуап биреүен теләйбеҙҙер. Ләкин ул иң уңайлы ваҡыт ҡасан етәсәген яҡшыраҡ белә (Евр. 4:16). Әгәр беҙ теләгәнебеҙҙе шунда уҡ алмаһаҡ, ул доғаға яуап «юҡ» тип уйлауыбыҙ бар. Ә Йәһүә, бәлки, «хәҙер түгел» тип әйтәлер. Мәҫәлән, йәш ир ҡәрҙәш һауығырға теләп, бының турала доға ҡыла, әммә уның һаулығы яҡшырмай. Әгәр Йәһүә уны мөғжизәле рәүештә һауыҡтырһа, Шайтан Йәһүәне ғәйепләр ине. Ул, был ҡәрҙәш Аллаға тик уны һауыҡтырғаны өсөн генә хеҙмәт итә, тип әйтер ине (Әйүп 1:9—11; 2:4). Йәһүә бит бөтә ауырыуҙарҙы юҡ итәсәк көндө инде билдәләп ҡуйған (Ишағ. 33:24; Асыл. 21:3, 4). Әлегә иһә беҙгә мөғжизәле рәүештә һауығыуҙы көтөү дөрөҫ булмаҫ ине. Шуға күрә ир ҡәрҙәш бирешмәҫ өсөн һәм ауырыуына ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итер өсөн, унан көс һәм йән тыныслығы һорай ала. w23.11 24 б., 13 абз.
Шаршамбы, 20 август
Ул ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй, хаталарыбыҙға ҡарап ҡайтармай (Зәб. 103:10).
Самсон, етди хата ҡылһа ла, бирешмәгән. Ул Йәһүә биргән йөкләмәне үтәргә әҙер булған (Хөк. 16:28—30). Ул Йәһүәнән: «Эй Алла, мин пелештиҙәрҙән... үс алайым әле», — тип үтенгән. Хаҡ Алла Самсондың үтенесенә яуап биргән һәм уға ғәйәт ҙур көсөн ҡайтарған. Һөҙөмтәлә Самсон был юлы элеккегә ҡарағанда күпкә күберәк пелештиҙәрҙе үлтергән. Самсон үҙ хатаһы өсөн ҙур хаҡ түләһә лә, Йәһүәнең ихтыярын үтәргә һаман да әҙер булған. Һеҙ ҙә, хатағыҙ арҡаһында төҙәтеүгә мохтаж булһағыҙ йә хатта хөрмәтле вазифаларығыҙҙы юғалтһағыҙ, бирешмәгеҙ. Йәһүәнең кисерергә әҙер икәнен онотмағыҙ (Зәб. 103:8, 9). Элек хаталанһаҡ та, Йәһүә беҙгә, Самсонға кеүек, яңы йөкләмәләр һәм яңы көс бирә ала. w23.09 6 б., 15, 16 абз.
Кесаҙна, 21 август
Сыҙамлыҡтан — ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә (Рим. 5:4).
Ныҡлы иман Йәһүәнең хуплауына килтерә. Беҙҙең ауырлыҡтар менән осрашыуыбыҙ Йәһүәгә оҡшай тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Әммә һынауҙар менән осрашҡанда Йәһүәгә тоғро ҡалһаҡ, был уны һөйөндөрә. Тап бына ошо Йәһүәнең хуплауына килтерә лә. Йәһүә, сыҙам ҡалыуыбыҙҙы күреп, беҙҙең менән ғорурлана. Ә был — үҙенә күрә бер фатиха! (Зәб. 5:12). Ибраһимды иҫкә төшөрәйек. Ул етди һынауҙар менән осрашҡан. Ләкин ул барыһын да сыҙамлыҡ менән еңеп сыҡҡан. Шуға күрә Йәһүә уны үҙ дуҫы тип һанаған һәм тәҡүә тип иғлан иткән (Баш. 15:6; Рим. 4:13, 22). Моғайын, һеҙ ҙә Алланың һеҙҙең хаҡта шундай һүҙҙәр әйтеүен теләйһегеҙҙер. Быға өлгәшеп була. Алланың хуплауы ниндәй йөкләмәләр башҡарыуыбыҙҙан йә күпме хеҙмәт итеүебеҙҙән тормай. Йәһүә өсөн ҡаты һынауҙарҙа тоғро ҡалыуыбыҙ мөһим. Беҙҙең һәр беребеҙ сыҙам була ала. Был сифат йәшебеҙгә, шарттарыбыҙға йәиһә һәләттәребеҙгә бәйле түгел. Һеҙ хәҙер ниндәйҙер һынау аша үтәһегеҙме? Шуны онотмағыҙ: Йәһүә тоғро булыуығыҙҙы күрә. Беҙ Алла күҙендә дөрөҫ булғанды эшләгәнебеҙҙе аңлаһаҡ, уның хуплауына ышана алабыҙ. Тимәк, беҙ бүләк аласаҡбыҙ, ә был өмөтөбөҙҙө нығыта. w23.12 11 б., 13, 14 абз.
Йома, 22 август
Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын... фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ (1 Кәр. 14:20).
Алла хеҙмәтсеһе яҡшы аралаша белергә тейеш (Ғиб. һүҙ. 20:5). Уға башҡаларҙы тыңлай белергә, уларҙың фекерҙәренә һәм хистәренә иғтибарлы булырға кәрәк. Бының өсөн кешенең тауышына, йөҙөнә һәм нимә әйткәненә иғтибар итеү бик мөһим. Тимәк, кеше менән ваҡыт үткәрергә кәрәк. Әгәр һин кешеләр менән тик яҙышаһың икән, аралашыу ауыр бирелер, шуға күрә улар менән йөҙгә-йөҙ һөйләшергә тырыш (2 Яхъя 12). Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе шулай уҡ үҙен дә, ғаиләһен дә тәьмин итә белергә тейеш (1 Тим. 5:8). Йәш сағыңда берәй һөнәргә өйрәнеү һиңә киләсәктә кәрәкле эш табырға ярҙам итер (Илс. 18:2, 3; 20:34; Эфес. 4:28). Тырыш бул һәм башлаған эшеңде һәр ваҡыт еренә еткерергә өйрән. Шул саҡта һин ышаныслы кеше булараҡ абруй ҡаҙанырһың, ә ундай эшселәр һәр ваҡыт юғары баһалана. w23.12 27 б., 12, 13 абз.
Шәмбе, 23 август
Раббы көнө, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә [етәсәк] (1 Тис. 5:2).
Изге Яҙмала «Йәһүәнең көнө» тураһында әйтелгәндә, ҡөҙрәтле Алла үҙ дошмандарын тар-мар итеп, үҙ хеҙмәтселәрен ҡотҡарған осор күҙ уңында тотола. Элек Йәһүә ҡайһы бер халыҡтарҙы язаға тарттырған (Ишағ. 13:1, 6; Йәз. 13:5; Саф. 1:8). Беҙҙең көндәрҙә «Йәһүәнең көнө» Бөйөк Вавилонға һөжүм итеүҙән башланыр һәм Армагеддон һуғышы менән тамамланыр. Шул «көндө» тере ҡалыр өсөн бөгөн үк әҙерләнергә кәрәк. Ғайса, бөйөк афәткә һәр ваҡыт әҙер тороғоҙ, тип өйрәткән бит (Матф. 24:21; Лука 12:40). Илсе Павел, мәсихселәргә Йәһүәнең бөйөк хөкөм көнөнә әҙер булырға ярҙам итер өсөн, фессалоникаларға яҙған беренсе хатында бер нисә миҫал килтергән. Павел Йәһүәнең көнө ул ваҡытта килмәйәсәген белгән (2 Тис. 2:1—3). Шулай ҙа ул ҡәрҙәштәрен, был көн иртәгә килеп етерҙәй, әҙер торорға дәртләндергән. w23.06 8 б., 1, 2 абз.
Йәкшәмбе, 24 август
Ҡәҙерле имандаштарым... ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ (1 Кәр. 15:58).
1970-се йылдарҙың аҙағында Токио ҡалаһында 60-ҡатлы бина һалынған булған. Кешеләр, был бина унда йыш булған ер тетрәүҙәргә нисек сыҙар, тип ғәжәпләнгән. Был бинаның ныҡ булыуының сере нимәлә? Инженерҙар был бинаны бер яҡтан — ныҡ, ә икенсе яҡтан, ер тетрәүҙәр ваҡытында һелкенһә лә, емерелмәҫлек итеп проектлаштырған. Мәсихселәрҙе лә шундай бина менән сағыштырып була. Ҡайһы яҡтан? Мәсихсегә ныҡ булыу менән һығылмалы булыу араһында алтын уртаҡлыҡ табырға кәрәк. Йәһүәнең ҡанундары һәм нормалары тураһында һүҙ барғанда, уға ҡаҡшамаҫ булырға кәрәк. Ул тыңлаусан һәм үҙ принциптарынан баш тартмай. Шул уҡ ваҡытта, мөмкинлек булған саҡта һәм шарттар талап иткәндә, ул юл ҡуйыусан, һығылмалы тип әйтеп була (Яҡ. 3:17). Был алтын уртаҡлыҡты тапҡан мәсихсе бер сиктән икенсеһенә һуғылмаҫ. Ул сиктән тыш ҡаты ла, йомшаҡ та булмаҫ. w23.07 14 б., 1, 2 абз.
Дүшәмбе, 25 август
Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ (1 Пет. 1:8).
Ғайсаға Иблистең ҡотҡоһона ҡаршы торорға тура килгән. Был дошман уға Аллаға хыянат итергә асыҡтан-асыҡ тәҡдим иткән (Матф. 4:1—11). Ғайсаны гонаһҡа этәрер өсөн, Шайтан бар көсөн һалған. Әгәр ул быны эшләй алһа, Ғайса йолом түләй алмаҫ ине. Хеҙмәтен башлағас, Ғайса башҡа һынауҙарға дусар булған. Дошмандары уны эҙәрләгән һәм бер нисә тапҡыр үлтерергә маташҡан (Лука 4:28, 29; 13:31). Уға шәкерттәренең хаталарын түҙеп торорға кәрәк булған (Марк 9:33, 34). Ғайсаны хөкөм иткәндә уны туҡмағандар һәм унан мыҫҡыллап көлгәндәр. Ул хурлыҡлы язалауҙан ғазапланып үлгән (Евр. 12:1—3). Ә үлеме алдынан ул яңғыҙы ҡалған. Йәһүә уны яҡламаған (Матф. 27:46). Эйе, беҙҙе йолоп алыр өсөн, Ғайса күп ғазаптар аша үткән. Уның беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында уйланғанда, йөрәгебеҙ яратыу һәм рәхмәт хисе менән тула. w24.01 10—11 бб., 7—9 абз.
Шишәмбе, 26 август
Ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ (Ғиб. һүҙ. 21:5).
Сабырлыҡ ярҙамында беҙ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдыра алабыҙ. Сабыр кеше башҡаларҙы иғтибар менән тыңлай белә (Яҡ. 1:19). Сабырлыҡ шулай уҡ тыныслыҡҡа ла булышлыҡ итә. Ул беҙҙе уйламайынса әйтеүҙән һәм стресс кисергәндә ҡаты итеп яуап биреүҙән һаҡлай. Өҫтәүенә, кемдер беҙҙе рәнйетһә, беҙ ярһып китмәйбеҙ. Үс алыу урынына, беҙ Изге Яҙмалағы «бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» тигән кәңәш буйынса эш итәбеҙ (Кол. 3:12). Сабыр булһаҡ, был ҡарарҙарыбыҙға тәьҫир итер — улар күпкә яҡшыраҡ булыр. Беҙ ашығып йәиһә хистәргә бирелеп эш итмәҫбеҙ. Бөтә мөмкинлектәрҙе тикшерербеҙ һәм иң яҡшыһын һайларбыҙ. Әйтәйек, беҙ эш эҙләйбеҙ, ти. Моғайын, беҙ тәҡдим ителгән эшкә шунда уҡ ризалашырға әҙер булырбыҙ. Ләкин сабыр булһаҡ, был ҡарарҙың төрлө яҡтарын тикшерербеҙ. Мәҫәлән, нисек был эш ғаиләбеҙгә һәм рухи сәләмәтлегебеҙгә тәьҫир итер. Ҡарарҙарҙы ашыҡмайынса ҡабул итһәк, һуңынан үкенергә тура килмәҫ. w23.08 22 б., 8, 9 абз.
Шаршамбы, 27 август
Тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора (Рим. 7:23).
Дөрөҫ булмаған теләктәр тыуғанда һеҙ, бәлки, бойоғаһығыҙҙыр. Ләкин бирешмәгеҙ. Йәһүәгә бағышланғанда биргән антығыҙ тураһында уйланығыҙ. Был һеҙгә ҡотҡоларға ҡаршы торорға көс бирер. Нисек? Ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышлап, һеҙ үҙегеҙҙән баш тарттығыҙ. Тимәк, һеҙ Йәһүәне көйөндөргән теләктәргә һәм маҡсаттарға «юҡ» тинегеҙ (Матф. 16:24). Шуға күрә ҡотҡо менән осрашҡанда, нимә эшләргә тип, оҙаҡ уйлап торорға кәрәк булмаҫ. Һеҙ бит Йәһүәгә тоғро булырға инде хәл иттегеҙ. Һеҙ тәүәккәллек менән Йәһүәне һөйөндөрөргә теләйһегеҙ. Һеҙ, Әйүп кеүек, ныҡ булырһығыҙ. Ул түҙә алмаҫлыҡ һынауҙарҙа: «Үҙ сафлығымдан баш тартмам!» — тигән (Әйүп 27:5). w24.03 9 б., 6, 7 абз.
Кесаҙна, 28 август
Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына, хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын (Зәб. 145:18).
Мөхәббәт Аллаһы — Йәһүә беҙҙең менән (2 Кәр. 13:11). Ул һәр беребеҙ менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһына. Ул беҙҙе «тоғро мөхәббәте» менән солғап ала (Зәб. 32:10). Йәһүәнең беҙгә мөхәббәтен нисек күрһәткәне тураһында уйланған һайын, беҙ уның ҡайғыртыуын асығыраҡ күрә башлайбыҙ һәм уға яҡыныраҡ булып китәбеҙ. Беҙ уға иркен доға ҡыла алабыҙ һәм уның мөхәббәтенә ни тиклем мохтаж икәнебеҙҙе әйтә алабыҙ. Беҙ уға бөтә борсолоуҙарыбыҙҙы һөйләй алабыҙ, сөнки ул беҙҙе аңлай һәм ярҙам итергә теләй (Зәб. 145:19). Һыуыҡ көндө усаҡ йылыһына тартылғандай, беҙгә үҙ мөхәббәте менән йылытҡан Йәһүәгә яҡынлашыу рәхәтлек килтерә. Уның мөхәббәте бик көслө, шул уҡ ваҡытта наҙлы. Йәһүәнең яратыуын тойоу — ысын бәхет! Әйҙәгеҙ, мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Мин Йәһүәне яратам!» — тип әйтәйек (Зәб. 116:1). w24.01 31 б., 19, 20 абз.
Йома, 29 август
Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем (Яхъя 17:26).
Ғайса кешеләргә, Алланың исеме — Йәһүә, тип әйтеп кенә ҡалмаған. Ул ваҡытта еврейҙар был исемде инде белгән. Ләкин Ғайса кешеләргә Алланы яҡшыраҡ белергә ярҙам иткән (Яхъя 1:17, 18). Мәҫәлән, Тәүрат китабы Йәһүәнең шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булыуын аса (Сығ. 34:5—7). Юлдан яҙған ул һәм уның атаһы тураһында һөйләп, Ғайса Йәһүәнең ни тиклем шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булғанын асҡан (Лука 15:11—32). Эйе, Ғайса кешеләргә Атаһының ысынлап та ниндәй булғанын күрһәткән. w24.02 10 б., 8, 9 абз.
Шәмбе, 30 август
Алла... беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ (2 Кәр. 1:4).
Йәһүә мохтаж кешеләргә көс өҫтәй һәм уларҙы йыуата. Беҙ Йәһүәнән нисек өлгө ала алабыҙ? Беҙгә лә шәфҡәтле булырға һәм башҡаларҙы йыуатырға кәрәк. Бының өсөн шәфҡәтлек һәм йыуатыу сағылдырырға булышлыҡ иткән сифаттар үҫтерергә кәрәк. Ниндәй сифаттар ул? Беҙгә бер-беребеҙҙе һәр ваҡыт йыуатып торор өсөн, шулай уҡ ҡыҙғаныусан һәм игелекле булырға кәрәк (Кол. 3:12; 1 Тис. 4:18; 1 Пет. 3:8). Беҙ шәфҡәтлеккә, ҡыҙғаныуға һәм игелеккә бай булһаҡ, башҡаларҙы йыуатырға теләгебеҙ ҙә көслөрәк булыр. Ғайса: «Кешенең күңелендә ни булһа, телендә лә шул була бит. Яҡшы кеше күңелендә яҡшы нәмәләр һаҡлай, шуға унан яҡшылыҡ сыға», — тигән (Матф. 12:34, 35). Бәләгә эләккән ҡәрҙәштәрҙе йыуатһаҡ, улар беҙҙең яратыуыбыҙҙы тойор. w23.11 10 б., 10, 11 абз.
Йәкшәмбе, 31 август
Төшөнөүсән кешеләр иһә аңлар (Дан. 12:10).
Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн беҙгә ярҙам кәрәк. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ таныш булмаған ергә килгәнһегеҙ, ти. Әммә, бәхеткә ҡаршы, янығыҙҙа был ерҙе яҡшы белгән дуҫығыҙ бар. Ул һеҙҙең хәҙер ҡайҙа торғанығыҙҙы һәм һәр юлдың ҡайҙа алып барғанын яҡшы белә. Йәһүә шундай дуҫҡа оҡшаш. Ул беҙҙең тарихтағы ниндәй өҙөктә йәшәгәнебеҙҙе һәм киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен яҡшы белә. Тимәк, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн, беҙгә баҫалҡы булырға һәм Йәһүәнән ярҙам һорарға кәрәк (Дан. 2:28; 2 Пет. 1:19, 20). Һәр яҡшы атай-әсәй үҙ балаһына бәхетле киләсәк теләй. Йәһүә тап шундай атай (Ирем. 29:11). Ләкин кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Алла буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан уҡ теүәл әйтә ала. Беҙ киләсәктә буласаҡ мөһим ваҡиғалар тураһында белһен өсөн, ул Изге Яҙмаға пәйғәмбәрлектәр яҙҙыртҡан (Ишағ. 46:10). w23.08 8—9 бб., 3, 4 абз.