«Илағандар менән бергә илағыҙ»
«Бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм... ышаныс өҫтәгеҙ» (1 ФЕС. 5:11).
1, 2. Ни өсөн беҙгә яҡынын юғалтҡан кешене йыуата белергә кәрәк? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
«УЛЫБЫҘ үлгәндән һуң бер йыл тиерлек беҙ түҙә алмаҫлыҡ хәсрәт кисерҙек», — тип бүлешкән Сузи исемле апай-ҡәрҙәш. Ә бер ағай-ҡәрҙәш, ҡатыны ҡапыл үлеп киткәс, «бик көслө тән әрнеүе» тойғаны хаҡында әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдар һирәк түгел. Күп мәсихселәр, бәлки, Армагеддонға тиклем ғәзиз кешеләремдең берәйһен юғалтырмын, тип уйламағандыр ҙа. Әгәр һеҙ үҙегеҙ шундай хистәр кисерһәгеҙ йә таныштарығыҙ шуға оҡшаш хәлгә эләкһә, һеҙҙең, бәлки, бындай һорау тыуырға мөмкин: «Кешегә ҡайғынан һуң аяҡҡа баҫырға нисек ярҙам итеп була?»
2 Һеҙ, моғайын, «ваҡыт дауалай» тигән әйтемде ишеткәнһегеҙҙер. Әммә ваҡыт үҙенән-үҙе күңел яраларын дауалай аламы? Бер тол ҡатын бына нимә ти: «Минең уйлауымса, кеше ваҡытты нисек ҡуллана — ана шул уны дауалай ала, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр». Тән яраһын сабырлыҡ менән дауалағанда, ваҡыт уҙыу менән ул төҙәлә. Күңел яраһы тураһында шуны уҡ әйтеп була — ваҡыт уҙыу менән әрнеү баҫылырға мөмкин. Яҡынын юғалтҡан кешегә күңел әрнеүен кисереп сығырға нимә ярҙам итер?
ЙӘҺҮӘ — «ҺӘР ЯҠЛАП ЙЫУАТЫУСЫ АЛЛА»
3, 4. Ни өсөн Йәһүә яҡынын юғалтҡан кешенең күңел әрнеүен аңлай икәненә бер ҙә шикләнмәҫкә була?
3 Һис шикһеҙ, йыуаныстың төп сығанағы — күктәге ҡыҙғаныусан Атабыҙ Йәһүә. (2 Коринфтарға 1:3, 4-те уҡығыҙ.) Мәрхәмәт күрһәтеүҙә иң яҡшы үрнәк булып торған Йәһүә үҙ халҡын былай тип ышандыра: «Мин, мин үҙем һеҙҙе йыуатам» (Ишағ. 51:12; Зәб. 119:50, 52, 76).
4 Шәфҡәтле Атабыҙ Йәһүә лә, яратҡан хеҙмәтселәре Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп, Муса һәм Дауыт батша үлгәс, юғалтыу хәсрәте кисергән (Һан. 12:6—8; Матф. 22:31, 32; Ғәм. 13:22). Алла Һүҙенән күренеүенсә, Йәһүә был хеҙмәтселәрен бик ныҡ һағына һәм уларҙы терелтеү ваҡытын зарығып көтә (Әйүп 14:14, 15). Улар бәхетле һәм һау-сәләмәт буласаҡ. Шулай уҡ Алланың «һөйөнөсө» булған яратҡан улының яфа сигеп үлгәне хаҡында уйлап ҡарағыҙ (Ғиб. һүҙ. 8:22, 30). Был, моғайын, Йәһүәгә әйтеп бөтөргөһөҙ әрнеү килтергәндер (Яхъя 5:20; 10:17).
5, 6. Йәһүә беҙҙе нисек йыуата?
5 Йәһүәнең беҙгә ярҙам итәсәгенә тамсы ла шикләнмәҫкә була. Шуға күрә беҙ, ҡайғыбыҙ хаҡында доға ҡылғанда, Йәһүәгә күңел бушатыуҙан тартынырға тейеш түгел. Йәһүәнең хис-тойғоларыбыҙҙы яҡшы аңлауын һәм беҙ үтә мохтаж булған йыуаныс биреүен белеү күңелебеҙҙе ни тиклем йылыта! Әммә ул быны нисек эшләй?
6 Мәҫәлән, Йәһүә беҙҙе изге рух ярҙамында йыуата (Ғәм. 9:31). Алланың эш итеүсе ҡеүәте йыуаныстың бик көслө сығанағы булып тора. Ғайса Мәсих, күктәге Ата «Үҙенән һораусыларға» изге рухты мотлаҡ бирәсәк, тип вәғәҙә иткән (Лука 11:13). Өҫтә иҫкә алынған Сузи былай тип һөйләй: «Тубыҡланған килеш Йәһүәнән ялбарып йыуаныс һораған саҡтарыбыҙ шул тиклем йыш булды! Һәм һәр осраҡта беҙ Алла именлегенең йөрәктәребеҙҙе һәм уй-фекерҙәребеҙҙе һаҡлағанын тоя инек». (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.)
ҒАЙСА МӘСИХ — ШӘФҠӘТЛЕ БАШ РУХАНИ
7, 8. Ни өсөн Ғайсаның беҙҙе йыуатасағына шикләнмәҫкә була?
7 Ғайса, ерҙә йәшәгәндә, кешеләрҙе һүҙ менән йыуатып һәм уларҙы йәлләүен эштәре аша күрһәтеп, Йәһүәнән камил рәүештә өлгө алған (Яхъя 5:19). Алла Ғайсаны «китек күңеллеләрҙе» һәм «ҡайғырғандарҙы» йыуатырға ебәргән (Ишағ. 61:1, 2; Лука 4:17—21). Бына ни өсөн ул кеше хәленә инә белеү сифаты — башҡа кешеләрҙең ҡайғыһын тойоу һәләте һәм уларҙың ғазаптарын еңеләйтеү теләге менән айырылып торған (Евр. 2:17).
8 Шик тә юҡ, йәш сағында Ғайсаға яҡындарының йә дуҫтарының үлеме менән осрашырға тура килгән. Күрәһең, үгәй атаһы Йософ үлгәндә, Ғайса әле бик йәш булғанa. Ғайсаның ниндәй көслө әрнеү кисергәнен, шулай уҡ әсәһенең, ҡустыларының һәм һеңлеләренең ҡайғырыуын күреү уға ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ.
9. Лазарь үлгәс, Ғайса Мәрйәм менән Марфаны йәлләүен нисек күрһәткән?
9 Ерҙә хеҙмәт иткәндә, Ғайса үтә күреүсән һәм йәлләүсән булған. Мәҫәлән, уның ҡәҙерле дуҫы Лазарь үлгәс, нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Лазарҙы терелтәсәген белһә лә, Ғайса Мәрйәм менән Марфаның әсе, түҙгеһеҙ күңел әрнеүен тойған. Уларҙың ғазапланыуын күреп, ул түҙмәйенсә илап ебәргән (Яхъя 11:33—36).
10. Ни өсөн Ғайсаның хистәребеҙҙе аңлауына шикләнмәҫкә була?
10 Ғайсаның кешеләрҙе йәлләгәнен һәм уларҙы йыуатҡанын белеү бөгөн беҙгә нисек ярҙам итергә мөмкин? Изге Яҙма беҙҙе былай тип ышандыра: «Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ — кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк» (Евр. 13:8). «Хаким һәм Ҡотҡарыусы» тип аталған Ғайса үҙе юғалтыу хәсрәте кисергән икән, тимәк, ул «һынауҙар кисереүселәргә ярҙам итә ала» (Ғәм. 5:31; Евр. 2:10, 18, ЯДТ). Шуға күрә Мәсихтең ғазапланған кешеләрҙе йәлләүенә, уларҙың ауыр хистәрен аңлауына һәм, «ярҙам кәрәк булғанда», йыуаныс биреүенә һис тә шикләнмәҫкә була. (Еврейҙарға 4:15, 16-ны уҡығыҙ.)
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ЙЫУАНЫС
11. Изге Яҙманан ниндәй шиғырҙар һеҙҙе айырыуса йыуата?
11 Ғайсаның Лазарь үлгәндә ниндәй көслө әрнеү кисергәне хаҡындағы өҙөк — Изге Яҙмалағы йыуаныслы өҙөктәрҙең береһе генә. Һәм был ғәжәп түгел, сөнки «элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (Рим. 15:4). Юғалтыу хәсрәте кисерһәгеҙ, һеҙ Алла Һүҙендәге бындай шиғырҙарҙан йыуаныс таба алаһығыҙ:
«Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (Зәб. 34:18, 19).
«Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин [Йәһүә] миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең» (Зәб. 94:19).
«Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббы Ғайса үҙе һәм Атабыҙ Алла һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, ...ҡеүәт бирһен» (2 Фес. 2:16, 17)b.
ЙЫЙЫЛЫШ — ЫСЫН ЙЫУАНЫС СЫҒАНАҒЫ
12. Беҙ башҡаларҙы нисек йыуата алабыҙ?
12 Ҡайғы кисергән кешеләр өсөн тағы бер йыуаныс сығанағы — мәсихселәр йыйылышы. (1 Фессалоникаларға 5:11-ҙе уҡығыҙ.) Төшөнкөлөккә бирелгән кешеләрҙе нисек нығытырға һәм йыуатырға? (Ғиб. һүҙ. 17:22) «Өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар» икәнен иҫтә тотоғоҙ (Вәғ. 3:7). Далин исемле тол ҡатын былай тип аңлата: «Яҡынын юғалтҡан кешегә күңелен бушатырға кәрәк. Шуға күрә иң мөһиме — һүҙен бүлдермәйенсә тыңлау». Юнияның ағаһы үҙ-үҙенә ҡул һалған, Юния былай ти: «Улар кисергән күңел әрнеүен тулыһынса аңлай алмаһағыҙ ҙа, һеҙҙең уларҙы аңларға теләүегеҙ ҙур әһәмиәткә эйә».
13. Берәйһен йыуатырға теләһәк, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
13 Шуны ла онотмағыҙ: бөтә кешеләр ҙә ҡайғыны бер төрлө кисермәй һәм ҡайғыһын бер төрлө белдермәй. Ҡайһы саҡта кеше ни тиклем көслө әрнеү кисергәнен үҙе генә белә, һәм, бәлки, уға күңел түрендәге тойғоларын һүҙ менән әйтеп биреүе еңел түгелдер. Алла Һүҙендә былай тиелә: «Кеше үҙенең йөрәк әрнеүен белә, һәм сит кеше уның шатлығын уртаҡлаша алмаҫ» (Ғиб. һүҙ. 14:10). Хатта кеше үҙ тойғолары менән бүлешһә лә, башҡаларға уның нимә әйтергә теләүен аңлау ауыр булырға мөмкин.
14. Ҡайғы кисергән кешене йыуатыр өсөн нимә әйтергә була?
14 Әлбиттә, ҡайһы ваҡыт беҙ ауыр хистәр кисергән кешегә нимә әйтергә лә белмәҫкә мөмкин. Әммә Изге Яҙмала: «Аҡыллының теле дауалай», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 12:18). Күптәр йыуатырлыҡ фекерҙәрҙе «Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда» тигән брошюрала тапҡанc. Әммә йыш ҡына иң яҡшыһы — «илағандар менән бергә илағыҙ» тигән кәңәш буйынса эш итеү (Рим. 12:15). «Ҡайһы берҙә мин күңел әрнеүемдең тәрәнлеген күҙ йәштәре аша генә белдерә алам, — ти ирен юғалтҡан Габи. — Бына ни өсөн, дуҫтарым минең менән бергә илаһа, миңә еңелерәк булып ҡала. Ундай саҡтарҙа мин ҡайғымда бер үҙем түгел икәнемде тоям».
15. Ҡайғырған кешенең үҙе менән һөйләшеү ауыр булһа, уны нисек йыуатып була? («Ниндәй һүҙҙәр менән йыуатып була?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
15 Әгәр һеҙгә ҡайғырған кешенең үҙе менән һөйләшеү ауыр булһа, бәлки, һеҙгә открытка, смс-хәбәр, электрон хат йә ҡағыҙҙа яҙылған хат ебәреп уны йыуатыу еңелерәк булыр. Мәҫәлән, Изге Яҙманан йыуаныслы шиғырҙарҙы өҙөмтә итеп килтерергә, мәрхүмгә хас һыҙаттарҙың береһен иҫкә алырға йәки уға бәйле берәй яҡты хәтирә менән бүлешергә була. Юния былай ти: «Ҡыҫҡа ғына дәртләндергес хәбәр алыу йә башҡа мәсихселәр менән бергә ваҡыт үткәрергә саҡырыу мине ни тиклем нығытҡанын һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ундай мәлдәрҙә мин башҡаларҙың үҙемде яратҡанын һәм ҡәҙерләгәнен тоям».
16. Башҡаларҙы йыуатыр өсөн тағы ниндәй бик яҡшы ысул бар?
16 Доғаның ниндәй көскә эйә икәнен бер ваҡытта ла онотмағыҙ. Беҙ юғалтыу кисергән кешеләр өсөн һәм улар менән доға ҡыла алабыҙ. Әлбиттә, ҡайһы ваҡытта шундай көсөргәнешле хәлдә үҙ фекерҙәреңде доғала әйтеү еңел булмауы ихтимал. Әммә һеҙҙең, бәлки, күҙ йәштәре аша йә ҡалтыранған тауыш менән әйтелгән эскерһеҙ доғағыҙ ҡайғы кисергән кешенең ғазаптарын еңеләйтергә мөмкин. Далин былай тип иҫенә төшөрә: «Апай-ҡәрҙәштәр мине йыуатырға килгәндә, мин ҡайһы саҡта уларҙан доға ҡылыуҙарын һорайым. Йыш ҡына, улар доға ҡыла башлағанда, һүҙҙәр уларҙың ауыҙынан ауыр сыға, әммә күп тә үтмәҫтән уларҙың тауыштары көсәйеп китә һәм улар рухландырғыс доға әйтә. Уларҙың ҡаҡшамаҫ иманы, мөхәббәте һәм иғтибары минең иманымды бик нығыта».
АРТАБАН ДА ЙЫУАНЫС СЫҒАНАҒЫ БУЛЫҒЫҘ
17—19. Ни өсөн яҡынын юғалтҡан кешене артабан да йыуатырға кәрәк?
17 Төрлө кешеләр ҡайғынан һуң төрлө тиҙлек менән аяҡҡа баҫа. Тәүге осорҙа яҡынын юғалтҡан кеше янында дуҫтары һәм туғандары була, әммә ваҡыт уҙыу менән уларға ғәҙәти эштәренә тотонорға тура килә. Шуға күрә ҡайғы кисергән кешене тәүге бер нисә көн генә түгел, ә бер нисә ай дауамында нығытып торорға әҙер булығыҙ. «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғиб. һүҙ. 17:17). Беҙгә кеше үҙ ҡайғыһын кисереп сығырға тырышҡан арала һәр ваҡыт уны йыуатып һәм нығытып торорға кәрәк. (1 Фессалоникаларға 3:7-не уҡығыҙ.)
18 Хәтирәләр солғап алғанда, ҡайғы кисергән кешенең күңелен көслө әрнеү тойғоһо биләп алырға мөмкин икәнен онотмағыҙ. Ундай хәтирәләрҙе төрлө йыллыҡтар, ниндәйҙер көй, шөғөл, фотолар йә хатта еҫтәр, тауыштар һәм йыл миҙгелдәре уята ала. Ирен йә ҡатынын юғалтҡан кешегә элек тормош иптәше менән бергә башҡарған эштәрҙе беренсе тапҡыр бер үҙенә генә эшләү, мәҫәлән, конгресҡа йә Иҫкә алыу кисәһенә барыу айырыуса ауыр булырға мөмкин. Бер ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Ҡатыным үлгәндән һуң туйыбыҙҙың йыллығын үткәреү ауыр булыр, тип көткән инем, һәм миңә ысынлап та бик ҡыйын булды. Әммә бер нисә иң яҡын дуҫым, был көндө мине яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн, бергә йыйылып ултырып алырға ҡарар итте».
19 Шуны иҫтә тоторға кәрәк: яҡынын юғалтҡан кеше тик билдәле бер көндәрҙә генә йыуатыуға мохтаж, тип әйтеп булмай. «Башҡалар билдәле бер көндәрҙә генә түгел, ә бүтән көндәрҙә лә, янымда булып, миңә ярҙам иткәндә, был мине бик нығыта, — тип бүлешә Юния. — Мин ундай мәлдәрҙе бик ҡәҙерләйем, улар миңә көс өҫтәй». Әлбиттә, беҙ кешене күңелендәге әрнеү йә бушлыҡ тойғоһонан тулыһынса азат итә алмайбыҙ. Шулай ҙа, ғәмәли ярҙам күрһәтеп, беҙ уны йыуата алабыҙ (1 Яхъя 3:18). Габи былай тип иҫенә төшөрә: «Мин Йәһүәгә тормошомдоң һәр ауыр осоронда үҙемде нығытып торған ҡайғыртыусан өлкәндәр өсөн бик рәхмәтлемен. Улар менән аралашҡанда, мин үҙемде Йәһүәнең йылы, йомшаҡ ҡулдарында булғандай тоям».
20. Ни өсөн Алланың вәғәҙәләре — ысын йыуаныс сығанағы?
20 Үлгән кешеләр, Мәсихтең тауышын ишетеп, «ҡәберҙәренән сығасаҡ» ваҡыт килеп еткәс, һәр яҡлап йыуатыусы Аллабыҙ Йәһүә бөтә ҡайғыларҙы мәңгегә юҡ итәсәк һәм ҡайғы кисергән кешеләрҙе йыуатасаҡ. Быны белеү беҙҙе бик йыуата! (Яхъя 5:28,29) Изге Яҙмала: «Ул үлемде мәңгегә юҡ итер, Аллаһы Тәғәлә Йәһүә бөтә кешеләрҙең күҙ йәшен һөртөр», — тип вәғәҙә ителә (Ишағ. 25:8). Ул ваҡытта илағандар менән бергә иларға кәрәк булмаҫ, сөнки бөтә кешеләр ҙә ҡыуанғандар менән бергә ҡыуаныр (Рим. 12:15).
a Йософ Изге Яҙмала һуңғы тапҡыр иҫкә алынғанда, Ғайсаға 12 йәш була. Ғайсаның, һыуҙы шарапҡа әйләндереп, беренсе мөғжизәһен ҡылғаны тасуирланғанда, Йософ тураһында бер нәмә лә әйтелмәй. Яфаланыу бағанаһында Ғайса илсе Яхъяға Мәрйәм хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан. Йософ тере булған булһа, Ғайса, моғайын, быны эшләмәҫ ине (Яхъя 19:26, 27).
b Күптәр шулай уҡ бындай шиғырҙарҙан да йыуаныс тапҡан: Зәбур 20:1, 2; 31:7; 38:8, 9, 15; 55:22; 121:1, 2; Ишағыя 57:15; 66:13; Филиптарға 4:13; 1 Петр 5:7.
c Шулай уҡ «Тормоштан ҡәнәғәт булыуҙың биш сере» тигән брошюрала (bp104-U) «Ҡайғы кисереүселәрҙе Ғайса йыуатҡандай йыуатығыҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.