Индонезияла «Алланы тыңла» тигән брошюраны тәҡдим итеү
Инеш һүҙҙәр
«НИ ӨСӨН НАМЫҪЛЫ БУЛЫРҒА КӘРӘК?» тигән брошюра
Һора: Һәр кеше Изге Яҙмалағы был принцип буйынса йәшәһә, донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрер инеме?
Уҡы: Евр. 13:18
Тәҡдим ит: Изге Яҙма беҙҙе һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә, йәғни бар яҡтан да намыҫлы булырға дәртләндерә. Был брошюрала намыҫлылыҡ тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә нисек тәьҫир итә икәне ҡарала. [Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн берәй планды тәҡдим итеп була.]
«НИ ӨСӨН НАМЫҪЛЫ БУЛЫРҒА КӘРӘК?» тигән брошюра
Һора: Бер тикшеренеү буйынса 10 минут һөйләшеү эсендә кешеләрҙең 60 проценты кәм тигәндә бер тапҡыр алдай. Күптәр, алдамайынса йәшәп булмай, тиҙәр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Уҡы: Ғиб. һүҙ. 20:17
Тәҡдим ит: Был брошюрала ни өсөн намыҫлы булырға кәрәк икәне аңлатыла.
«АЛЛАНЫ ТЫҢЛА»
Һора: Һеҙ ошондай донъяла йәшәргә теләр инегеҙме? [2, 3-сө биттәрҙәге рәсемде күрһәт һәм яуабын тыңла.]
Уҡы: Зәб. 36:11
Тәҡдим ит: Беҙгә нисек Алланы тыңларға һәм нисек ул беҙҙең өсөн әҙерләгән тормошҡа эйә булырға? Ошо брошюрала бының тураһында әйтелә. [4, 5 биттәрҙе ҡарап сыҡ.]
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.