Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w21 октябрь 29—31 бб.
  • 1921. Йөҙ йыл элек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 1921. Йөҙ йыл элек
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҠЫЙЫУ ВӘҒӘЗСЕЛӘР
  • ШӘХСИ ҺӘМ ҒАИЛӘ ӨЙРӘНЕҮЕ
  • ЯҢЫ КИТАП!
  • АЛДА ТАҒЫ ЛА КҮБЕРӘК ЭШ КӨТӘ
  • Йәһүә үҙенә тыңлаусан булғандарҙы фатихалай
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • 1922. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • 1923. Йөҙ йыл элек
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
w21 октябрь 29—31 бб.

1921. Йөҙ йыл элек

«КҮҘӘТЕҮ манараһының» 1921 йылдың 1 ғинуар сығарылышында Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең бөтәһенә лә: «Был йылда беҙгә ниндәй эш башҡарырға тура килер икән?» — тигән һорау бирелгән. Яуап итеп Ишағыя 61:1, 2-лә яҙылған һүҙҙәр килтерелгән. Унда былай тиелгән: «Йәһүә мине йыуаштарға яҡшы хәбәрҙе иғлан итергә майланы... Ул мине Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы хаҡында, Аллабыҙҙың үс алыу көнө тураһында иғлан итергә [ебәрҙе]».

ҠЫЙЫУ ВӘҒӘЗСЕЛӘР

Был йөкләмәне үтәр өсөн Изге Яҙманы тикшереүселәргә ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Сөнки уларға «йыуаштарға яҡшы хәбәрҙе иғлан итергә» генә түгел, ә шулай уҡ яуыз кешеләргә лә «үс алыу көнө тураһында» һөйләргә кәрәк булған.

Канадала йәшәгән Джон Хоскин ҡәрҙәш, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡыйыулыҡ менән вәғәзләгән. Бер тапҡыр 1921 йылдың яҙ көнөндә ул методист сиркәүенең хеҙмәтсеһен осратҡан. Джон уға былай тип тәҡдим иткән: «Әйҙәгеҙ, тыныс ҡына Изге Яҙма тураһында һөйләшеп алайыҡ. Әгәр ниндәйҙер һорауҙарҙа бер ҡарашҡа килә алмаһаҡ, һәр беребеҙ үҙ фекерендә ҡалып, дуҫтарса ғына хушлашырбыҙ». Ләкин ул өмөтләнгәнсә килеп сыҡмаған. Хоскин ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Ике минут та үтмәне, ул ишеген шарт итеп ябып ҡуйҙы. Мин хатта ишегендәге быяла ҡойолоп төшөр тип уйланым».

«Мәжүсиҙәргә барып бының тураһында һөйлә!» — тип ҡысҡырҙы теге ир кеше. Джон бер нәмә лә әйтмәйенсә: «Мин әле генә уларҙың береһе менән һөйләштем бит», — тип эстән генә уйлап ҡуйған.

Әммә методист бының менән генә сикләнмәгән. Джон ҡәрҙәштең иҫкә алыуы буйынса, теге ир кеше сиркәүендә вәғәз уҡығанда кешеләргә Джон тураһында, ҡаланың тарихында булған иң ҡурҡыныс алдаҡсы һәм уны атып үлтерергә кәрәк, тип әйткән. Әммә ҡәрҙәшебеҙ бер ҙә ҡурҡмаған. Ул хеҙмәтен дауам иткән һәм ҙур уңыштарға ирешкән. Джон былай тип һөйләне: «Был иң уңышлы ваҡыттар булды! Хеҙмәттә миңә ҡайһы бер кешеләр, һин Алланан ебәрелгәнһең, тип әйтә инеләр. Һәм мин бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын өсөн ярҙам итеп торҙолар».

ШӘХСИ ҺӘМ ҒАИЛӘ ӨЙРӘНЕҮЕ

Хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер өсөн Изге Яҙманы тикшереүселәр «Алтын быуат»a журналында төрлө өйрәтеү программалары баҫтырған. Мәҫәлән, балалар өсөн Изге Яҙманы өйрәнеү программаһы баҫтырылған. Атай-әсәйҙәр балаларына унда килтерелгән һорауҙар биргән һәм Изге Яҙманан яуаптар табырға ярҙам иткән. Ҡайһы бер һорауҙар ябай ғына булған, мәҫәлән: «Изге Яҙмала нисә китап?» Ә башҡалары, мәҫәлән: «Һәр мәсихсе лә эҙәрләүҙәргә дусар булырмы?» тигән һымаҡ һорауҙар йәштәргә ҡыйыу вәғәзсе булып китергә ярҙам иткән.

Шулай уҡ «Алтын быуат» журналында «Быуаттар өсөн Алла планын тәрән өйрәнеү» тигән рубрика баҫтырылған. Унда килтерелгән һорауҙар «Изге Яҙманы тикшереүҙәр» тигән баҫманың беренсе томына нигеҙләнгән булған. Был рубрикаларҙың икеһе лә меңәрләгән кешеләргә файҙа килтергән. Шулай ҙа «Алтын быуат» журналының 1921 йылының 21 декабрь сығарылышында уларҙың бүтән баҫтырылмаясағы тураһында яҙылған булған. Ни өсөн?

ЯҢЫ КИТАП!

«Алланың арфаһы» тигән китап

Уҡыу йөкләмәләре карточкаһы

Үҙ-аллы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән һорауҙар карточкаһы

Үҙ өҫтәренә яуаплылыҡ алған ағай-ҡәрҙәштәр өйрәнеүселәргә Изге Яҙманы эҙмә-эҙлекле рәүештә өйрәнергә кәрәк икәнен аңлаған. Шуға күрә 1921 йылдың ноябрь айында «Алланың арфаһы» тигән китап сығарылған. Әгәр кеше китапты алырға теләһә, уны шул китапҡа нигеҙләнгән Изге Яҙма курсына яҙғандар. Был курсты кеше үҙ-аллы үткән. Уның ярҙамында ҡыҙыҡһынған кешеләр Алланың кешелеккә мәңгелек тормош бүләк итергә теләгәне тураһында белә алған. Өйрәнеү нисек үткән?

Китап менән бергә кешегә уҡыу йөкләмәләре карточкаһы бирелгән. Шул карточкала китаптың ниндәй биттәрен уҡырға кәрәк икәне яҙылған булған. Икенсе аҙнала почта аша ул үткән материал буйынса һорауҙар яҙылған тағы бер карточка алған. Ә карточканың аҙағында киләһе аҙнаға уҡырға кәрәк булған материал килтерелгән.

Был курс 12 аҙна дауам ителгән. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡыҙыҡһынған кеше йөкләмә менән яңы карточка алып торған. Был карточкаларҙы уға урындағы Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең түңәрәге (ул ваҡытта йыйылыштар шулай аталған) ебәреп торған. Ғәҙәттә, был эш өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй алмаған оло йәштәге йә һаулығы насар булған ҡәрҙәштәргә тапшырылған. Мәҫәлән, бына нимә тип бүлешкән Милвейл ҡалаһынан (Пенсильвания, АҠШ) Анна Гарднер апай-ҡәрҙәш: «Минең апайым Тейл инвалид ине. „Алланың арфаһы“ тигән китап ярҙамында уның күберәк хеҙмәт итергә мөмкинлеге тыуҙы. Ул өйрәнеүселәргә аҙна һайын һорауҙар килтерелгән карточкалар ебәрә торғайны». Кеше курсты тамамлағас, түңәрәктән берәйһе уға Изге Яҙманы тағы ла яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер өсөн барып йөрөгән.

Тейл Гарднер инвалид коляскаһында ултыра

АЛДА ТАҒЫ ЛА КҮБЕРӘК ЭШ КӨТӘ

1921 йылдың аҙағында Джозеф Рутерфорд ҡәрҙәш Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең түңәрәктәренә хат ебәргән. Унда былай тиелгән булған: «Быйыл Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр бер ваҡытта ла яңғырамағандай яңғыраны һәм ифрат күп кешегә ярҙам итте». Унан һуң ул былай тип өҫтәгән: «Беҙҙе әле күп эш көтә. Башҡаларҙы ла был фатихалы хеҙмәткә ҡушылырға дәртләндерегеҙ». Күреүебеҙсә, Изге Яҙманы тикшереүселәр уның кәңәше буйынса эш иткән. 1922 йылда улар Батшалыҡ тураһында тағы ла ашҡыныбыраҡ һәм ҡыйыуыраҡ вәғәзләгән.

Ҡыйыу дуҫтар

Изге Яҙманы тикшереүселәр, бер-береһенә ярҙам итеп, ҡәрҙәштәрсә яратыу күрһәткән. Киләһе осраҡтан күренеүенсә, улар ҡыйыу дуҫтар булған (Ғиб. һүҙ. 17:17).

1921 йылдың 31 майында шишәмбе көнө Талса ҡалаһында (Оклахома штаты, АҠШ) ҡара тәнле бер ир кешене төрмәгә ултыртҡас, сыуалыштар башланған. Ул ир кешене аҡ тәнле ҡатынға һөжүм итеүҙә ғәйепләгәндәр. 1 000-дән ашыу аҡ тәнле ирҙәр ҡара тәнле кешеләрҙең бәләкәйерәк төркөмө менән бәрелешкән. Сыуалыш тиҙ арала ҡара тәнле кешеләр йәшәгән Гринвуд тигән кварталға барып еткән. Унда 1 400-ҙән ашыу йорттар һәм магазиндар таланған һәм яндырылған булған. Рәсми мәғлүмәт буйынса 36 кеше, ә ысынында йөҙәрләгән кеше үлгән. Һуңыраҡ был бәрелеш «Талсалағы һуйыш» тип аталған.

Гринвудта йәшәгән ҡара тәнле Ричард Хилл ағай-ҡәрҙәш был хәл тураһында былай тип һөйләгән: «Шул кис беҙҙең йыйылыш осрашыуы булды. Осрашыу бөткәс, беҙ ҡаланың үҙәгендә атыш башланғанын ишеттек. Беҙ йоҡларға ятҡанда ла атыш бара ине». Иртәнсәк 1 июндә шаршамбы көнө хәл тағы ла насарайған. Ричардтың һөйләүе буйынса, ниндәйҙер кешеләр килеп уларға, иҫән ҡалырға теләһәгеҙ, тиҙерәк ҡала театрына барығыҙ, тигән. Ричард ҡатыны һәм биш балаһы менән шулай эш иткән дә. Театр бинаһында яҡынса 3 000 ҡара тәнле ирҙәр һәм ҡатындар яҡлау тапҡан. Тәртип урынлаштырыр өсөн хөкүмәт унда Милли гвардияны ебәргән. Кешеләр уларҙың яҡлауы аҫтында булған.

Шул арала аҡ тәнле Артур Клаус ҡәрҙәш ҡыйыу ҡарар ҡабул иткән. Ул былай тип бүлешкән: «Мародёрҙар төркөмдәре Гринвуд буйлап урлашып һәм йорттар яндырып йөрөгәндәрен белеп ҡалғас, мин Ричард ҡәрҙәштең хәлен белешергә булдым».

Артур Клаус һәм «Алланың арфаһы» китабы буйынса өйрәнгән 14 баланан торған класс

Ричард ҡәрҙәштең өйө янында Артур ҡәрҙәш мылтыҡ тотҡан аҡ тәнле ир кешене осратҡан. Ул Ричардтың яҡшы күршеһе булып сыҡҡан. Ул, Артурҙы мародёрҙарҙың береһе тип уйлап: «Һин бында нимә юғалттың?» — тип ҡысҡырып ебәргән.

«Әгәр мин уға ышандырырлыҡ яуап бирмәһәм, ул мине атып үлтерер ине, — тип бүлешкән Артур. — Мин Ричардтың дуҫы һәм күп тапҡыр уның өйөндә булғаным бар, тип уны ышандырҙым». Күршеһе һәм Артур ҡәрҙәш унда булғанға күрә, Ричардтың өйө мародёрҙарҙан зыян күрмәгән.

Тиҙҙән Артур ҡәрҙәш Ричард һәм уның ғаиләһе ҡайҙа булғанын белешкән. Уға, Баррет генералдың рөхсәте булмаһа, бер кем дә театрҙың бинаһынан сыға алмай, тип әйткәндәр. Артур былай тип иҫенә төшөргән: «Генералды күреп һөйләшеүе үҙе бер бәлә ине. Мин уға пландарымды һөйләп биргәс, ул минән былай тип һораны: „Һин был ғаилә өсөн үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алаһыңмы һәм уларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында ҡайғыртырһыңмы?“ Мин „әлбиттә“ тип яуапланым!»

Ҡул тамғаһы ҡуйылған ҡағыҙҙы алғас, Артур театрға йүгергән. Бойороҡ ҡағыҙын күргәс, офицер үҙ күҙҙәренә ышанмаған. Ул аптырап былай тигән: «Бында бит генерал үҙе ҡултамға ҡуйған! Бынан әле бер кем дә, бер кемде лә сығарғаны булманы, һин беренсеһең». Артур шунда уҡ Ричардты ғаиләһе менән тапҡан һәм уларҙы машинаға ултыртып алып киткән.

«Аллаға бағышланған кешеләр араһында барыһы ла бер тигеҙ»

Артур ҡәрҙәш Ричард һәм уның ғаиләһе хәүефһеҙлектә булһын өсөн барыһын эшләгән. Уның ҡыйыулығы һәм ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуы күптәрҙе һоҡландырған. Артур былай тип дауам итә: «Минең менән бергә Ричардтың өйөн һаҡлаған теге күрше беҙҙең ҡараштарыбыҙҙы күберәк хөрмәт итә башланы. Ә шулай уҡ күптәр, беҙҙең өсөн кешеләрҙең тән төҫө мөһим түгел икәнен һәм Алла халҡында барыһы ла бер тигеҙ икәнен күреп, хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына башланы».

a «Алтын быуат» журналы 1937 йылдан башлап — «Йыуаныс», ә 1946 йылдан башлап «Уянығыҙ!» тип атала.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу