Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp19 № 2 6—7 бб.
  • Яҡын кешегеҙ үлгәндә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яҡын кешегеҙ үлгәндә
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БАШҠАЛАРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТКӘН
  • Артабан нисек йәшәргә?
    Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Хистәргә бирелеү дөрөҫмө?
    Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • «Илағандар менән бергә илағыҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
wp19 № 2 6—7 бб.
Яр буйында ҡайғыға батҡан ир менән ҡатын бер-береһенең ҡосағында алыҫҡа ҡарап тора

Яҡын кешегеҙ үлгәндә

«Ағайым ҡапыл ғына үлеп киткәс, күңелемде сараһыҙлыҡ тойғоһо биләп алды. Хатта айҙар үтһә лә, ул иҫемә төшһә, йөрәгем бысаҡ ҡаҙалғандай һыҙлап ҡуя ине. Ҡайһы берҙә: „Ни өсөн һуң минең ағайым үлергә тейеш булған?“ — тип асыулана торғайным. Уның менән күберәк ваҡыт үткәрмәгәнем өсөн, миңә ғәйеп хисе тынғы бирмәне» (Ванесса, Австралия).

ӘГӘР яҡын кешегеҙҙе юғалтһағыҙ, һеҙ ҙә, моғайын, күп төрлө хистәр тояһығыҙҙыр, мәҫәлән, ҡайғы, яңғыҙлыҡ һәм көсһөҙлөк. Ә бәлки, шулай уҡ асыу, ғәйеп хисе һәм ҡурҡыу хис итәһегеҙҙер. Һеҙҙең хатта, артабан йәшәргә кәрәкме, тип шикләнеүегеҙ ихтимал.

Ҡайғы-хәсрәт кисереүҙә бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Был үлгән кешенең һеҙҙең өсөн ни тиклем яҡын булғанын күрһәтә. Әммә бындай ҡайғы-хәсрәттән ниндәй ҙә булһа дауа бармы?

БАШҠАЛАРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТКӘН

Әлегә һеҙгә күңел әрнеүе бер ҡасан да үтмәҫ кеүек тойолорға мөмкин. Әммә киләһе кәңәштәр буйынса эш итеп ҡарағыҙ.

ҮҘЕГЕҘГӘ ҠАЙҒЫРЫП АЛЫРҒА ВАҠЫТ БИРЕГЕҘ

Кешеләр ҡайғы-хәсрәтте төрлөсә кисерә, һәм юғалтыуға эйәләшер өсөн һәр бер кешегә төрлө дауамлыҡтағы ваҡыт кәрәк. Нисек кенә булмаһын, ҡайғыны бер аҙ еңеләйтеү өсөн, күҙ йәшенә ирек биреү дөрөҫ булыр ине. Юғарыла иҫкә алынған Ванесса былай тип һөйләй: «Мин бары тик иланым ғына, эсемдәге ҡайғыны илап сығарырға кәрәк ине». Көтмәгәндә һеңлеһен юғалтҡан София: «Булған хәл хаҡында уйлау мине яфаланы. Гүйә, асыҡ ярамды тағатып йыуа инем. Ауыртыу түҙә алмаҫлыҡ ине, әммә был йүнәлергә ярҙам итте», — тип уртаҡлаша.

УЙҘАРЫҒЫҘ ҺӘМ ХИСТӘРЕГЕҘ ХАҠЫНДА ҺӨЙЛӘГЕҘ

Ҡайһы ваҡыт һеҙ бер үҙегеҙ генә ҡалырға теләрһегеҙ. Әммә яңғыҙ ғына ҡайғы-хәсрәтте еңеүе ауыр. Атаһын юғалтҡан 17 йәшлек Джеред былай ти: «Хистәремде башҡалар менән уртаҡлаша торғайным. Эстәге кисерештәремде асыҡ итеп белдерә алдыммы, юҡмы, әммә күңелемде бушатҡас, миңә еңел булып ҡала ине». Беренсе мәҡәләлә иҫкә алынған Джанис тағы бер файҙалы яҡҡа иғтибар итә: «Башҡалар менән һөйләшеү күңелемде тынысландыра ине. Мин үҙемде аңлағандарын тойҙом һәм үҙемде инде яңғыҙ итеп хис итмәнем».

ЯРҘАМДАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ

Бер табип былай тигән: «[Ҡайғының] тәүге фазаһында дуҫтарының һәм туғандарының ярҙамын ҡабул иткән кешеләр ҡайғының ҡалған фазаларын еңелерәк кисерә». Дуҫтарығыҙға һеҙҙең өсөн нимә эшләй алыуҙары хаҡында әйтегеҙ. Моғайын, улар ярҙам итергә теләй, әммә быны нисек эшләргә белмәйҙер (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

АЛЛАҒА ЯҠЫНЛАШЫҒЫҘ

Тина былай ти: «Ирем уйламағанда рактан үлеп китте. Элек бөтә борсолоуҙарымды уға һөйләй торғайным. Ләкин хәҙер, ул булмағас, кисерештәремде Алла менән бүлешәм. Һәр иртә мин буласаҡ көндөң мәшәҡәттәрен йырып сығырға ярҙам итеүен һорайым. Алла доғаларыма мин бөтөнләй көтмәгәнсә яуап бирә». 22 йәшендә әсәһен юғалтҡан Тарша былай тип бүлешә: «Көн һайын Изге Яҙманы уҡыу миңә көс өҫтәй ине. Ундағы һүҙҙәр миңә һәр ваҡыт яҡшы нәмәләр тураһында уйларға ярҙам итте».

ТЕРЕЛЕҮҘЕ КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕГЕҘ

Тина былай тип һөйләй: «Иң башта терелеүгә өмөт мине бик үк йыуатмай ине. Мин иремә бында һәм хәҙер мохтаж инем, ә малайҙарыма атайҙары кәрәк ине. Әммә хәҙер, дүрт йыл үткәс, мин был өмөткә ныҡ тотонам. Ул минең өсөн ҡотҡарыу ҡулсаһы кеүек. Мин иремде яңынан күрәсәгемде күҙ алдына килтерәм, һәм йөрәгем шатлыҡ, тыныслыҡ менән тула».

Моғайын, ҡайғынан һуң шунда уҡ тулыһынса рәтләнеп булмайҙыр. Әммә Ванессаның һүҙҙәре һеҙҙә ышаныс уятырға мөмкин. Ул былай ти: «Быны бер ҡасан да йырып сыға алмаҫһың кеүек тойола, ләкин һуңынан ҡараңғы болоттар таралып сағыу ҡояш килеп сыға».

Һеҙ кисергән йөрәк әрнеүе, бәлки, тулыһынса баҫылмаҫтыр ҙа, шулай ҙа йәшәүҙең мәғәнәһе бар. Ҡайғыртыусан Алланың ярҙамы менән һеҙ яңынан мәғәнәле тормошҡа һәм дуҫтарса аралышыуға кинәнеп йәшәй алырһығыҙ. Ә тиҙҙән Алла үлгәндәрҙе терелтәсәк. Ул һеҙҙең яҡын кешегеҙҙе ҡосаҡлап алыуығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Шул саҡта йөрәгегеҙҙәге яра мәңгегә уңалыр!

Изге Яҙманан йыуата алған аяттар

Алла күҙ йәшегеҙгә вайымһыҙ түгел

Алланың бер хеҙмәтсеһе былай тип доға ҡылған: «Күҙ йәштәремде күн турһыҡҡа йыйып барсы. Китабыңда улар тураһында яҙылған түгелме?» (Зәбур 56:8).

Аллаға күңелегеҙҙе бушатығыҙ

«[Аллаға] эсемде бушатам... Эй Йәһүәa, һиңә ярҙам һорап ялбарам мин» (Зәбур 142:2, 5).

Өмөт бар!

«Кешеләр... үленән тереләсәк» (Ғәмәлдәр 24:15).

Алла бихисап күп кешене үленән терелтергә вәғәҙә итә. Был ваҡытты ул бик ныҡ көтә (Әйүп 14:14, 15)b.

a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.

b Терелтеү тураһында күберәк мәғлүмәтте «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 30-сы дәресендә табып була. Был китап Йәһүә шаһиттары тарафынан сығарылған. Уны www.jw.org сайтынан бушлай күсереп алырға була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу