20-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ
Йәһүәнән йыуаныс эҙләгеҙ
«Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға... дан!» (2 КӘР. 1:3).
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә Бабил әсирлегенә эләккән йәһүдтәрҙе нисек йыуатҡан һәм бөгөн ул беҙҙе нисек йыуата?
1. Бабил әсирлегендә булған йәһүдтәрҙең тормошон һүрәтләп бирегеҙ.
ЙӘҺҮДТӘР күп йылдар дауамында Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылған. Шуға ул бабилдарға уларҙың ерҙәрен яулап алырға, ә үҙҙәрен әсирлеккә алып китергә рөхсәт иткән (2 Йыл. 36:15, 16, 20, 21). Улар сит илдә нисек йәшәгән? Бер яҡтан улар ғәҙәти тормош алып бара алған (Йәр. 29:4—7). Ә икенсе яҡтан уларҙың тормоштары еңел булмаған, һәм улар улай йәшәрбеҙ тип бер ҙә уйламаған. Әсирлектәге бер йәһүд кешеһе үҙ хистәре тураһында былай тип яҙған: «Бабил йылғаларының буйында, унда ултыра ла Сионды иҫкә төшөрөп илай инек» (Зәб. 136:1). Эйе, йәһүдтәр йыуатыуға мохтаж булған. Әммә кем уларҙы йыуата алған?
2, 3. а) Йәһүә әсирлектә булған йәһүдтәрҙе нисек йыуатҡан? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
2 Йәһүә — «һәр яҡлап йыуатыусы Алла» (2 Кәр. 1:3). Ул үҙ хеҙмәтселәрен ярата һәм улар уға мохтаж саҡта яндарында булырға теләй. Йәһүә әсирлектә булған ҡайһы бер йәһүдтәрҙең тәүбә итәсәге һәм уға яңынан табына башлаясағы тураһында белгән (Ишағ. 59:20). Шуға күрә ул был ваҡиғаларға тиклем 100 йылдан ашыу алдараҡ Ишағыяны пәйғәмбәрлек яҙырға рухландырған. Ниндәй маҡсат менән? Унда ошондай һүҙҙәр бар: «Йыуатығыҙ халҡымды, — ти Аллағыҙ, — йыуатығыҙ!» (Ишағ. 40:1) Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабындағы күп кенә фекерҙәр әсирлектә булған йәһүдтәрҙе йыуата алған.
3 Беҙ ҙә ваҡыт-ваҡыт йыуатыуға мохтаж. Был мәҡәләлә Йәһүәнең йәһүдтәрҙе нисек йыуатҡанын ҡарап сығырбыҙ: 1) ул тәүбә иткәндәрҙе кисерергә вәғәҙә иткән; 2) үҙ хеҙмәтселәренә өмөт биргән һәм 3) уларға киләсәктән ҡурҡмаҫҡа ярҙам иткән. Шулай уҡ Йәһүәнең беҙҙе бөгөн нисек йыуатҡанын ҡарап сығырбыҙ.
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ҒӘФҮ ИТӘ
4. Йәһүә рәхимле Алла булыуын нисек күрһәткән? (Ишағыя 55:7).
4 Ишағыя аша Йәһүә йәһүдтәрҙе ғәфү итәсәге хаҡында вәғәҙә биргән. (Ишағыя 55:7-не уҡығыҙ.) Ул үҙ халҡына: «Мәңгелек мөхәббәт менән рәхимлек ҡылырмын һиңә», — тигән (Ишағ. 54:8). Йәһүәнең рәхимлеге нимәлә күренгән? Йәһүдтәр гонаһтары арҡаһында әсирлеккә эләкһә лә, Йәһүә уларҙы Бабилда бөтөнләйгә ҡалдырмаясағына ышандырған (Ишағ. 40:2). Был һүҙҙәр үҙ гонаһтарында тәүбә иткән һәм Алланы шатландырырға теләгән йәһүдтәрҙе бик йыуатҡан!
5. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең кисереүенә ышана алабыҙ?
5 Беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен ысын күңелдән кисерергә әҙер. Беҙҙең, йәһүдтәргә ҡарағанда, Йәһүәнең мәрхәмәтен ҡәҙерләргә сәбәптәр күберәк. Ни өсөн шулай әйтә алабыҙ? Беҙ бит Йәһүәнең гонаһтарыбыҙҙан азат итер өсөн, ниндәй ҡорбандарға барғанын беләбеҙ. Ишағыя пәйғәмбәрлек иткәндән һуң йөҙәрләгән йылдар үткәс, Алла, тәүбә иткәндәрҙе йолоп алыр өсөн, үҙенең яратҡан Улын ергә ебәргән. Йәһүә Мәсихтең ҡорбаны нигеҙендә гонаһтарыбыҙҙы кисерә — уларҙы тулыһынса юҡ итә (Ишағ. 1:18; Илс. 3:19, төшөрмә; Эфес. 1:7). Йәһүә ни тиклем мәрхәмәтле Алла!
6. Йәһүә хаталарыбыҙға нисек ҡарай һәм ни өсөн был йыуата? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
6 Ишағыя 55:7-ләге һүҙҙәр ғәйеп хисенән интеккән кешеләрҙе йыуата ала. Ҡайһы берәүҙәр тәүбә итһәләр ҙә, үҙҙәрен һаман да тәнҡитләй, сөнки хаталарының әсе эҙемтәләрен тоя. Ләкин беҙ гонаһтарыбыҙҙы танып, уларҙы бүтән ҡабатламаҫҡа тырышһаҡ, Йәһүәнең кисереүенә тулыһынса ышана алабыҙ. Беҙгә хаталарыбыҙға Йәһүә һымаҡ ҡарарға кәрәк. Алла гонаһтарыбыҙҙы ғәфү иткәс, уларҙы инде иҫкә төшөрмәй. (Йәрәмиә 31:34 менән сағыштырығыҙ.) Йәһүә артҡа әйләнеп ҡарамай — уның өсөн элекке хаталарыбыҙ түгел, ә хәҙер нимә эшләүебеҙ мөһимерәк (Йәз. 33:14—16). Тиҙҙән рәхимле Аллабыҙ беҙҙе хаталарыбыҙҙың әсе эҙемтәләренән тулыһынса азат итәсәк.
Йәһүә артҡа әйләнеп ҡарамай — уның өсөн элекке хаталарыбыҙ түгел, ә хәҙер нимә эшләүебеҙ мөһимерәк. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)
7. Әгәр беҙ гонаһ ҡылһаҡ, аҡһаҡалдар менән һөйләшеп алырға нимә ярҙам итер?
7 Әгәр беҙ йәшерен гонаһ ҡылһаҡ һәм бының өсөн ғәйеп хисе тойһаҡ, нимә эшләргә? Изге Яҙма беҙҙе аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға өндәй (Яҡ. 5:14, 15). Был аҙымды яһау, бәлки, еңел булмаҫ. Беҙгә нимә ярҙам итер? Ысын күңелдән тәүбә итеү һәм Йәһүәнең мәрхәмәтле Алла булыуын иҫтә тотоу. Йәһүә беҙгә ярҙам итер өсөн ҡулланған ир ҡәрҙәштәр ҙә, унан өлгө алып, беҙгә яратыу һәм шәфҡәтлек күрһәтер. Әйҙәгеҙ, А́ртурa исемле ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул былай тип һөйләй: «Бер йыл тирәһе мин порнография ҡараным. Ләкин выждан тураһында бер телмәр тыңлағандан һуң мин барыһын ҡатыныма һәм аҡһаҡалдарға һөйләп бирҙем. Был һөйләшеүҙән һуң миңә күпкә еңелерәк булып китте. Выждан ғазаптары юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа мин үҙемде нәфрәт иттем. Аҡһаҡалдар Йәһүәнең мине кире ҡаҡмағанын һәм һаман да минең дуҫым булырға теләгәнен иҫемә төшөрҙө. Ул мине яратҡанға күрә төҙәтә. Уларҙың игелекле һүҙҙәре күңелемә май булып ятты һәм мин Йәһүәнең ысынлап та мине кисергәнен аңланым». Бөгөн Артур даими пионер һәм хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Әгәр беҙ тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе кисерә. Был фекер беҙҙе бик йыуата!
ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ ӨМӨТ БИРӘ
8. а) Йәһүә әсирлектә булған йәһүдтәргә ниндәй өмөт биргән? б) Ишағыя 40:29—31-ҙә әйтелгәнсә, өмөт тәүбә иткән йәһүдтәргә нисек тәьҫир итә алған?
8 Йәһүдтәр, беҙҙең хәлебеҙ инде үҙгәрмәҫ һәм беҙ бер ҡасан да туған ерҙәребеҙгә ҡайта алмаҫбыҙ, тип уйлай алған. Бабил бөтә донъя державаһы, ғәҙәттә, әсирҙәрҙе азат итмәгән (Ишағ. 14:17). Ләкин Йәһүәнең күҙендә Бабил саң бөртөгө кеүек булған (Ишағ. 40:15). Уға өрһәң — ул инде юҡ! Йәһүә үҙ халҡын азат итергә вәғәҙә иткән һәм уға бер кем дә ҡамасаулай алмаған (Ишағ. 44:26; 55:12). Был өмөт йәһүдтәргә нисек тәьҫир иткән? Ул уларға йыуаныс биргән. Улай ғына түгел, Ишағыя: «Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр», — тип яҙған. (Ишағыя 40:29—31-ҙе уҡығыҙ.) Эйе, өмөт уларға шул тиклем күп көс өҫтәй алған, улар хатта «бөркөт кеүек ҡанат йәйеп» осоп китерҙәй булған.
9. Йәһүдтәр Йәһүә уларҙы ҡотҡарасағына ни өсөн ышана алған?
9 Йәһүә әсирлектә булған йәһүдтәргә уның вәғәҙәләренә ышанып булғанына күп дәлилдәр биргән. Ниндәй дәлилдәр? Үтәлгән пәйғәмбәрлектәр. Йәһүдтәр Ассирия империяһының ун ҡәбиләле Исраил батшалығын яулап алғанын һәм унда йәшәүселәрҙе үҙҙәре менән алып киткәнен белгән (Ишағ. 8:4). Улар бабилдарҙың Йәрүсәлимде емергәнен һәм халыҡты әсир иткәнен күргән (Ишағ. 39:5—7). Шулай уҡ улар йәшәгән ваҡытта Сидҡыя батшаны һуҡырайтып Бабилға алып киткәндәр (Йәр. 39:7; Йәз. 12:12, 13). Йәһүә пәйғәмбәрлек иткәндәрҙең барыһы ла үтәлгән (Ишағ. 42:9; 46:10). Был йәһүдтәрҙең Йәһүә уларҙы ҡотҡарасағына иманын нығытҡан.
10. Был һуңғы көндәрҙә өмөтөбөҙҙө яҡты килеш һаҡларға нимә ярҙам итер?
10 Беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? Ауыр саҡтарҙа өмөт беҙҙе йыуата һәм нығыта. Беҙ ахырызаманда йәшәйбеҙ һәм көслө дошмандар беҙгә ҡаршылыҡ күрһәтә. Шулай ҙа беҙ бойоғорға тейеш түгел. Йәһүә беҙгә иҫ киткес өмөт биргән. Беҙ мәңге тыныс һәм имен йәшәрбеҙ. Беҙ өмөтөбөҙҙө сағыу һәм яҡты килеш һаҡларға теләйбеҙ. Әгәр ул һүнһә, матур тәбиғәткә бысраҡ тәҙрә аша ҡараған кеше кеүек булырбыҙ. «Тәҙрәбеҙ» таҙа килеш ҡалһын өсөн, нимә эшләргә? Яңы донъяла тормошоғоҙ ни тиклем гүзәл буласағы тураһында йышыраҡ уйлағыҙ. Был темаға ҡағылышлы мәҡәләләр уҡығыҙ, видеояҙмалар ҡарағыҙ, йырҙар тыңлағыҙ. Шулай уҡ Йәһүәгә доғала уның ниндәй вәғәҙәләре һеҙҙең өсөн айырыуса ҡәҙерле икәне тураһында һөйләгеҙ.
11. Бер ҡыҙ ҡәрҙәшкә нимә көс өҫтәй?
11 Ҡаты сир менән көрәшкән Джой исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙе өмөт бына нисек йыуата һәм нығыта. Ул былай ти: «Ҡайһы саҡта бөтә нәмә бер юлы өҫтөмә ябырыла. Шул саҡта мин бөтә борсолоуҙарымды Йәһүәгә һөйләйем. Мин беләм, ул мине яҡшы аңлай. Йәһүә миңә һәр ваҡытта „саманан тыш ҙур ҡөҙрәт“ бирә» (2 Кәр. 4:7). Джой үҙен яңы донъяла күҙ алдына килтерә. Унда «бер кем дә: „Мин ауырыйым!“ — тип әйтмәҫ» (Ишағ. 33:24). Әгәр беҙ үҙ хистәребеҙ тураһында Йәһүәгә асыҡтан-асыҡ һөйләһәк һәм киләсәгебеҙ тураһында уйланһаҡ, һәр төрлө ауырлыҡты еңеп сығырға көсөбөҙ булыр.
12. Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышанырға ниндәй сәбәптәр бар? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
12 Әсирлектә йәшәгән йәһүдтәрҙеке кеүек, беҙҙең дә Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышанырға күп дәлилдәр бар. Күҙ алдыбыҙҙа күпме пәйғәмбәрлектәр үтәлә. Мәҫәлән, Даниял бер батшалыҡтың «өлөшләтә ныҡ, өлөшләтә мурт» булғаны тураһында пәйғәмбәрлек иткән (Дан. 2:42, 43). Беҙ был держава идара иткән ваҡытта йәшәйбеҙ. Шулай уҡ беҙ төрлө ерҙәрҙә ер тетрәүҙәр булыуы тураһында ишетәбеҙ. Өҫтәүенә, беҙ «бар халыҡтарға» Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләйбеҙ (Матф. 24:7, 14). Был һәм башҡа күп пәйғәмбәрлектәр Йәһүәнең вәғәҙәләре һис шикһеҙ үтәләсәгенә иманыбыҙҙы нығыта.
Күҙ алдыбыҙҙа үтәлгән пәйғәмбәрлектәр Йәһүәнең башҡа вәғәҙәләре лә үтәләсәгенә иманыбыҙҙы нығыта. (12-се абзацты ҡарағыҙ.)
ЙӘҺҮӘ КИЛӘСӘКТӘН ҠУРҠМАҪҠА ӨЙРӘТӘ
13. а) Азат ителер алдынан йәһүдтәрҙе ниндәй ауырлыҡтар көткән? б) Йәһүә әсирлектә булған йәһүдтәрҙе нисек йыуатҡан? (Ишағыя 41:10—13).
13 Йәһүә әсирҙәргә иҫ киткес өмөт бирһә лә, азат ителер алдынан уларға ауыр буласағын белгән. Алла әсирлектең аҙағында, ҡеүәтле бер батша күрше халыҡтарҙы яулап аласаҡ, ә шунан үҙ ғәскәрен Бабилға йүнәлтәсәк, тип пәйғәмбәрлек иткән (Ишағ. 41:2—5). Йәһүдтәрҙең ҡурҡырға сәбәбе булғанмы? Йәһүә алдан уҡ уларға ошондай йыуаныслы һүҙҙәр әйткән: «Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң». (Ишағыя 41:10—13-тө уҡығыҙ.) «Мин һинең Аллаң» тип әйтеп, Йәһүә нимәне күҙ уңында тотҡан? Был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәрҙең уға ғына табынырға кәрәк икәнен иҫенә төшөрөр өсөн әйтмәгән, улар быны былай ҙа белгән. Был һүҙҙәрҙе әйтеп, ул үҙ хеҙмәтселәрен һәр ваҡыт яндарында буласағына һәм улар уға таяна аласағына ышандырған (Зәб. 117:6).
14. Йәһүә йәһүдтәргә ҡурҡмаҫҡа тағы нисек ярҙам иткән?
14 Йәһүә әсирлектә булған йәһүдтәргә тағы нисек ҡыйыулыҡ өҫтәгән? Ул үҙенең сикһеҙ көсө һәм белеме тураһында йәһүдтәрҙең иҫенә төшөргән. Алла уларға күктәге йондоҙҙарға ҡарарға тәҡдим иткән. Ул уларға был йондоҙҙарҙы барлыҡҡа килтереп кенә ҡалмаған, ә уларҙың һәр береһен исеме менән белгәне тураһында әйткән (Ишағ. 40:25—28). Һәр хеҙмәтсеһенең исемен ул бигерәк тә белә! Әгәр Йәһүәнең йондоҙҙарҙы барлыҡҡа килтерергә көсө еткән икән, үҙ халҡына ярҙам итергә уның көсө әлбиттә етәсәк. Эйе, йәһүдтәрҙең борсолорға һәм ҡурҡырға бер сәбәбе лә булмаған.
15. Йәһүә йәһүдтәрҙе киләсәктәге ваҡиғаларға нисек әҙерләгән?
15 Йәһүә шулай уҡ үҙ халҡын киләсәктәге ваҡиғаларға әҙерләгән. Алла Ишағыя 26:20-лә үҙ халҡына былай тигән: «Эй халҡым, өйөңә ҡас [«эске бүлмәләреңә ин», ЯДТ], ишегеңде биклә. Раббының асыуы күпкә түгел, ул үткәнсе генә йәшенеп тор». Кир батша Бабилды яулап алғас, йәһүдтәр, күрәһең, был күрһәтмәләргә ҡолаҡ һалған. Боронғо грек тарихсыһы Ксенофо́нт яҙғанса, Кир ҡалаға ингәс, һуғышсыларына «урамда осраған һәр кемде үлтерергә бойороҡ биргән». Бабилдарҙың ни тиклем ныҡ ҡурҡҡанын күҙ алдына килтерегеҙ! Әммә йәһүдтәр Йәһүәнең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғанға үҙҙәрен тыныс һәм имен тойған.
16. Ни өсөн беҙгә киләсәк тураһында сиктән тыш борсолорға кәрәкмәй? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
16 Беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? Оҙаҡламай кешелек тарихында булған иң ауыр ваҡыт — бөйөк афәт етәсәк. Халыҡтар ҡаушап ҡалыр һәм ҡурҡыуға бирелер. Ләкин Йәһүә хеҙмәтселәре түгел. Йәһүә беҙҙең Аллабыҙ бит. Беҙ ҡыйыу булып ҡалырбыҙ, сөнки ҡотолоу яҡын икәнен беләбеҙ (Лука 21:28). Хатта милләттәр берләшмәһе һөжүм иткәндә лә, беҙ Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы юғалтмаҫбыҙ. Алла беҙҙе фәрештәләр аша ҡотҡарыр һәм кәрәкле күрһәтмәләр бирер. Беҙ уларҙы нисек алырбыҙ? Әлегә билдәле түгел. Күрәһең, йыйылыштар аша. Бәлки, тап улар «эске бүлмәләр» булыр һәм беҙ үҙебеҙҙе унда хәүефһеҙлектә тойорбоҙ. Киләсәктә булған ваҡиғаларға беҙ нисек әҙерләнә алабыҙ? Ҡәрҙәштәр менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә, ойошманың күрһәтмәләренә буйһонорға һәм Йәһүәнең беҙҙе алып барғанына ышанырға кәрәк (Евр. 10:24, 25; 13:17).
Бөйөк афәт ваҡытында беҙ ҡаушамаҫбыҙ һәм ҡурҡыуға бирелмәҫбеҙ, сөнки Йәһүәнең беҙҙе ҡотҡарасағына бер ҙә шикләнмәйбеҙ. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)b
17. Йәһүәнән йыуаныс алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
17 Йәһүдтәргә әсирлектә еңел булмаһа ла, Йәһүә уларҙы йыуатҡан. Беҙ ҙә уның ярҙамына таяна алабыҙ. Шуға күрә тормошоғоҙҙа нимә генә булмаһын, Йәһүәнән йыуаныс эҙләгеҙ. Уның яратыуына һәм шәфҡәтле булыуына шикләнмәгеҙ. Өмөтөгөҙҙө яҡты килеш һаҡлағыҙ. Онотмағыҙ, Йәһүә — һеҙҙең Аллағыҙ, шуға күрә һеҙҙе бер нәмә лә ҡурҡыта алмаҫ.
3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Бер нисә ҡәрҙәш бергә йыйылған. Улар киске йондоҙло күккә ҡарай. Йондоҙҙар Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен, улар ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ҡотҡарасағын иҫтәренә төшөрә.