Кесаҙна, 31 июль
Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ (Эфес. 5:10).
Мөһим ҡарарҙар ҡабул итер алдынан беҙгә «Раббы ихтыярын аңларға» һәм артабан уның буйынса эш итергә кәрәк (Эфес. 5:17). Алланың ҡарашын нисек белеп була? Беҙ Изге Яҙманан шарттарыбыҙға ҡағылышлы принциптар тапһаҡ, шунан уларҙы ҡулланһаҡ, уңышҡа өлгәшербеҙ. Иблис беҙҙе был донъяның мәшәҡәттәренә батырырға теләй, шул саҡта Аллабыҙ өсөн ваҡытыбыҙ ҡалмаҫ ине (1 Яхъя 5:19). Алла хеҙмәтсеһе аҡса, донъяуи белем йә карьера Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән мөһимерәк тип уйлай башларға мөмкин. Әгәр ул шулай тип уйлаһа, тимәк, уға был донъяның ҡарашы йоҡҡан. Әлбиттә, беҙ әйтеп киткән нәмәләр үҙенән-үҙе насар түгел, ләкин уларҙы тормошта беренсе урынға ҡуйырға ярамай. w24.03 24 б., 16, 17 абз.
Йома, 1 август
Тәҡүә кешенең михнәттәре күп, ләкин Йәһүә уны уларҙың барыһынан да ҡотҡара (Зәб. 34:19).
Өҫтә килтерелгән аяттағы ике мөһим фекергә иғтибар итегеҙ: 1) тәҡүә кешеләрҙең дә ауырлыҡтары тыуа; 2) Йәһүә беҙҙе михнәттәрҙән ҡотҡара. Ул быны нисек эшләй? Ул тормошобоҙға айыҡ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Йәһүә уға хеҙмәт итеү шатлыҡ килтерәсәге тураһында әйтһә лә, ул беҙгә бәлә-ҡазаһыҙ тормош вәғәҙә итмәгән (Ишағ. 66:14). Ул иғтибарыбыҙҙы киләсәккә тупларға өндәй. Тик яңы донъяла ғына беҙҙе бөтмәҫ бәхетле тормош көтә (2 Кәр. 4:16—18). Ә әлегә Йәһүә беҙгә көн һайын бирешмәйенсә йәшәргә ярҙам итә (Йәрәм. ил. 3:22—24). Йәһүәнең боронғо ваҡыттағы һәм бөгөнгө көндәрҙәге хеҙмәтселәренең миҫалдары беҙҙе нимәгә өйрәтә? Аллаға хеҙмәт иткән кешеләр көтөлмәгән ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин. Ләкин кеше Йәһүәгә таянһа, ул уны нығытасаҡ (Зәб. 55:22). w23.04 14—15 бб., 3, 4 абз.
Шәмбе, 2 август
Хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһон[оғоҙ] (Рим. 13:1).
Ауыр шарттарҙа хөкүмәттәргә буйһоноу тураһында әйткәндә, Йософ менән Мәрйәм яҡшы өлгө ҡалдырған (Лука 2:1—6). Мәрйәмдең ауырлы булыуына инде туғыҙ ай булғанда, уларға еңел булмаған ҡарар ҡабул итергә тура килгән. Август ҡайсар Рим империяһында йәшәгән бөтә кешеләр халыҡ иҫәбен үтергә тейеш тигән бойороҡ сығарған. Йософ менән Мәрйәмгә таулы юлдан 150 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан Вифлеемға барырға кәрәк булған! Был юл улар өсөн еңел булмағандыр. Йософ ҡатыны менән буласаҡ балаһы өсөн бик борсолғандыр. Юлда барғанда бала табыу ваҡыты етһә, нимә эшләргә? Мәсихтең тормошо тураһында һүҙ барған бит. Улар, ауыр шарттар арҡаһында хөкүмәттәргә буйһонмаҫҡа ла була, тип һанағанмы? Йософ менән Мәрйәмдең борсолоуҙары булһа ла, улар барыбер законға буйһонған. Йәһүә уларҙы тыңлаусан булыуҙары өсөн фатихалаған. Йософ менән Мәрйәм Вифлеемға иҫән-һау барып еткән. Мәрйәм һау бала тапҡан, шулай итеп Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектең үтәлешенә үҙ өлөшөн индергән (Миҡ. 5:2). w23.10 8 б., 9, 11 абз.; 9 б., 12 абз.